Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе күп балалы Әбсәләмовтар ғаиләһе хаҡында Администрация Главы Республики Башкортостан сайтындағы #люди_Башкортостана рубрикаһынд яҙғандар:
“Гөлназ Рафаил ҡыҙы менән Альберт Ғаяс улы биш бала тәрбиәләй.
Уларҙың өлкән ҡыҙҙары, Алтынай, мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған һәм әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетының Информатика, математика һәм робототехника институтында 3-сө курста уҡый.
Айгөл дә мәктәпте бик яҡшы тамамлаған. Ул - Финанс университетының Өфө филиалының 2-се курс студенты. Айгөл иҡтисадты һәм бухгалтер иҫәбен өйрәнә. Артур менән Аделина мәктәптә уҡый. Иң бәләкәйҙәре Алена балалар баҡсаһына йөрөй.
Балалар үҙ-ара ярҙамсыллыҡ һәм ихтирам атмосфераһында үҫә. Барыһы ла яҡшы уҡыйҙар, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашалар. Гөлназ Рафаил ҡыҙы менән Альберт Ғаяс улы бар балаларына ла яҡшы белем алырға ярҙам итәләр, уларҙа лидерлыҡ сифаттарын һәм ижади башланғыс үҫтерәләр. Иң мөһиме, улар балаларында Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләйҙәр.
Ирле-ҡатынлы Әбсәләмовтар ғүмерҙәре буйы эштән айрылмайҙар, бының менән улар үҙҙәренең балалары өсөн яҡшы үрнәк булып торалар. Гөлназ Рафаил ҡыҙы урындағы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Альберт Ғаяс улы төҙөлөштәрҙә электромонтажсы эштәрен башҡара. Эштәре ныҡ тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, улар беҙҙең республика конкурстарында ҡатнашырға ла ваҡыт табалар.
2020 йылда Гөлназ Рафаил ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Ә күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин Әбсәләмовтарҙы “Ата-әсәлек даны” орденының миҙалы менән наградланы. Гөлназ Рафаил ҡыҙы менән Альберт Ғаяс улын юғары награда менән ихлас ҡотлайбыҙ!”