Яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп оло тормош юлын бергә үтеү – үҙе бер бәхет һәм батырлыҡ. Татыу ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта намыҫлы хеҙмәт итеп, алтын туйға етеү өсөн күпме түҙемлек, мөхәббәт һәм йылылыҡ кәрәк. Тимер ауылында йәшәүсе, дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙың ихтирамлы ғаиләләренең береһе булған Азамат Мазһар улы һәм Рәйлә Һибәт ҡыҙы Аллабирҙиндарҙың ғаиләһе ошо көндәрҙә үҙҙәренең мәртәбәле ғүмер байрамын - алтын туйҙарын билдәләнеләр.
Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло. Алтын туйға ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. 50 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк.
"Азаматтың йырына ғашиҡ булып килдем, миңә килеп "Томбойоҡ”то йырлап тора торғайны " - тип хәтергә ала Рәйлә Һибәт ҡыҙы, йылмайып. Баймаҡ районы ҡыҙы шулай Бөрйән районының Тимер ауылының аҫыл егетенең моңона ғашиҡ булып, эшкә килгән еренән төпләнеп тороп ҡала.
Был ябай ауыл эшсәндәре ғүмерҙәренең байтаҡ йылдарын намыҫлы хеҙмәткә бағышлай, балалар тәрбиәләй, тормош һынауҙарын бергәләп үтә һәм яҙмыш бүләктәренә ихлас һөйөнә.
Аллабирҙиндарҙың татыу, эшһөйәр ғаиләһендә баһадирҙай өс ул һәм гөл-сәскәләй бер ҡыҙ үҫкән. Улдарының барыһы ла тырыш, намыҫлы егеттәр булып Ватаныбыҙ алдында үҙ бурыстарын үтәй. Оло улдары Чечен һуғышында ҡатнашһа, уртансы улдарына Осетияла хәрби бәрелештәрендә булырға тура килә. Ә иң кесе улдары махсус хәрби операцияға мобилизация сиктәрендә саҡырыла. Үкенескә күрә, бөгөн уларҙың икәүһе беҙҙең арала юҡтар инде, әммә батыр ауылдаштарыбыҙҙың рухтары, исемдәре мәңгелеккә тарихта, беҙҙең күңелдәрҙә һаҡлана.
Бөгөнгө көндә Аллабирҙиндарҙың терәге, ҡыуанысы булып бер улдарының һәм ҡыҙҙарының ғаиләләре бик матур тормош көтәләр. Ата-әсәһе өсөн өҙөлөп торалар, хужалыҡтарында ярҙам итергә тип тыуған йорттарына йыш киләләр. Йөҙҙәренә нур, күңелдәренә йылы өҫтәп, ейәндәре лә “олатай-өләсәй” тип өҙөлөп торалар.
Китапхана, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Зөфәр улы, ауылдың Ветерандар Советы етәксеһе Рәйсә Кинйәғәле ҡыҙы абруйлы Аллабирҙиндар ғаиләһен өйҙәренә барып тәбрикләп ҡайтты.
Сара барышында яңғыраған изге теләктәр, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәргә ысынлап та лайыҡлы, бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәп 50 йыл бергә йәшәгән Аллабирҙиндарҙың алдағы көндәре лә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен, балаларының изгелектәрен күреп, именлек-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Сығанаҡ:
Тимировская сельская библиотека. РБ,Бурзянский р