Сәлимә апай Иҫке Монасип ауылында Нуретдин һәм Йәмилә Әйүповтарҙың күп балалы ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ауылда, унан Байназар мәктәбендә уҡый. Хеҙмәт юлын Свердловск (Екатеринбург) ҡалаһында башлай. Ошонда үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Тыуған яҡтан ситтә тапҡан йәре хәрби хеҙмәтен үтәп йөрөүсе үҙебеҙҙең Бөрйән кешеһе - Яңы Собханғол ауылы егете Исмәғил Заманов була. Ғаилә ҡороп, Яңы Собханғолда төпләнә йәштәр.
-Иңгә-иң терәп бына 48 йыл бер һуҡмаҡтан атлайбыҙ. Исмәғил ғүмере буйы совхозда тракторист булып эшләне. Эшен еренә еткереп, теүәл генә үтәне, коммунист булды. Мин көнкүреш йортонда тегенселәр менән эшләнем, аҙаҡ социаль хеҙмәткәр булып ололарҙы ҡараным. Хәләл көс менән ең һыҙғанып эшләнек, йәшәнек инде, ҡайҙа йөрөһәк тә эшебеҙҙе яратып башҡарҙыҡ. Хеҙмәтебеҙҙе баһалап, мине хеҙмәт ярыштарындағы уңыштарым өсөн, Исмәғилде яҡшы эшләгәне өсөн Ленинград ҡалаһына юллама менән бүләкләнеләр. Бергә барып, матур итеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтҡайныҡ. Эй шунда Эрмитажға экскурсия оҡшаны инде, көнө буйы йөрөнөм. Хәҙерге ваҡыттағы кеүек ҡулда телефон булһа бит инде.
Аллаһы Тәғәлә беҙгә 4 бала бирҙе. Улар һәр береһе тормошта үҙ юлдарын табып, нәҫелдәребеҙҙе дауам итәләр. Уларға ҡарап, Собханалла тип кенә ҡуям, - ти Сәлимә инәй.
Замановтарҙың оло ҡыҙҙары Айгөл тиҙ ярҙам хеҙмәтендә фельдшер булып эшләй, 4 бала әсәһе. Кейәүҙәре махсус хәрби операцияла. Имен-һау ғына йөрөп ҡайтһын инде, тип көн дә доға ҡыла Сәлимә инәй.
Ринаттары Екатеринбург ҡалаһында йәшәй. Килендәре Лилиә оҙаҡ ауырығандан һуң вафат булған. Ринат балаларын яңғыҙы үҫтерә. Матур итеп ҡарай, шөкөр, ти әсә кеше.
Ҡыҙҙары Альбина атай-әсәй янында, бер ихатала торалар. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй, 2 бала үҫтерә.
- Мин ауырый башлағас, ҡыҙым Екатеринбург ҡалаһынан эшен, шәхси тормошон ташлап мине ҡарарға ҡайтты. Бына хәҙер 17 йыл яныбыҙҙа. Мине лә ҡарай, донъябыҙҙы ла көтөшә, - ти Сәлимә апай.
Төпсөк улдары Фәнис Гөлфиә килендәре менән ауылда төпләнгәндәр, 3 бала үҫтереп, матур донъя көтәләр.
Яҙмыш һынауҙарын күп кисерергә тура килә Сәлимә Нуретдин ҡыҙына. 20 йәшендә, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан мәлендә генә, әсәһен юғалта. Таяныр, барыр, һыйыныр кешеһе булып Монасиптағы Сабира өләсәйе ҡала.
Сәлимә апай йәшләй генә быуындар ауырыуына дусар булған.
-Был ауырыу минең тормошома үҙгәрештәр индерҙе. Бына инде 20 йыл үҙ аяҡтарымда йөрөй алмайым. Шулай ҙа был һынауҙы бик сабыр ҡабул иттем. Сөнки янымда минең өсөн өҙөлөп торған ирем, балаларым бар. Улар миңә тулы тормош менән йәшәргә ярҙам итәләр. Иптәшемә, ҡыҙҙарыма, улдарыма, киленемә, ейән-ейәнсәрҙәремә бик рәхмәтлемен. Уларҙың һаулығына көн дә доғалар ҡылам. Өлкән киленемде юғалтыу ҙа бик ауыр булды.
Үҙемде ауырыу кеше тип иҫәпләмәйем. Ауырыуҙар тураһында һөйләшергә лә яратмайым. Ауырыуын һөйләп мыжыған кешеләрҙе лә өнәп етмәйем. Аллаһтың биргәненә шөкөр итеп йәшәргә кәрәк.
Бирешмәҫкә тырышам. Сабира өләсәйемдең кәңәштәренә таянып йәшәйем. Ул миңә йәш саҡта өс бөртөк тиҫбе орлоғо биргәйне. Үҫтереп, үҙеңә тиҫбе эшләп ал, тине. Ул әйткәнсә эшләп алдым. Өләсәйемдең васыяты итеп күҙ ҡараһылай һаҡлайым, ҡулдан төшөрмәйем. Өләсәйем мине доғаларға, им-томдарға өйрәтте. Үҙемде лә уның өйрәткәне буйынса өшкөрөп алам, - ти әңгәмәсем.
Өйҙә тик кенә ултырмай Сәлимә инәй. Илһам килгәндә үҙе өсөн генә шиғырҙар яҙа, тормошонда булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын теркәп ҡуя. Сәскә, гөлдәр үҫтерергә ярата. Иң яратҡан гөлө миләүшә сәскәһе. Баҡсалағы сәскәләрҙе Исмәғил ағай ҡарай. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр, мал тоталар, ҡош-ҡорт үрсетәләр Замановтар. Шөкөр, аҡтан айырылған юҡ, үҙебеҙҙең хәләл ризыҡтар менән генә туҡланабыҙ, тиҙәр.
Хөкүмәттең, дауахананың ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ, табиптар өйгә килеп ҡарап, анализ алып китәләр, элегерәк шифаханаларға ла йөрөштөрҙөм, ти инәй. Тик быйыл инвалидтарға тәғәйенләнгән сертификат менән газ үткәртә алмауҙары ғына эстәрен бошора. Документ йүнләгәндә йорттарының һаны алмашынғаны асыҡлана. Газ үткәреүгә документтарын ҡабул итмәй, кисектреп торорға тәҡдим иткәндәр.
-Кешегә бер йылы һүҙ ҙә етә бит ул. Яҡындарымдың ҡәҙер-хөрмәте миңә ҡыуанып йәшәүгә көс бирә. Шөкөр, унан мәхрүм түгелмен. Күршеләрем, дуҫ-иштәрем, туғандарым хәлемде белешеп торалар. Иптәшем бик яҡшы ҡарай мине, тәмле итеп ашарға ла бешерә, донъяны ла матур итеп көтә. Миңә бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйткәне булманы. Балаларым да, әсәй, тип өҙөлөп торалар. Ошо минең бәхетем. Иң мөһиме, донъяларыбыҙ имен, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын, - ти Сәлимә инәй һәм етеп килгән инвалидтар көнө уңайынан, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә, уларҙы ҡараусыларға Аллаһы Тәғәлә сабырлыҡ бирһен тигән теләктәрен еткерҙе.
Сәлимә инәйҙең үҙенә лә бик оҙаҡ йылдар ҡыуанып, шатланып йәшәргә яҙһын!