Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
20 Октябрь , 12:00

Ғаиләһенә ныҡлы терәк ул

Районда абруйлы атайҙар күп. Йәштәр араһында ла маҡтауға лайыҡ, балаларына матур тәрбиә биреүҙә ихлас ҡатнашҡан атайҙар етерлек. Шуларҙың береһе район үҙәгенең Баҙал биҫтәһендә йәшәүсе Ғәзим Баязитов.

Ғаиләһенә ныҡлы терәк ул
Ғаиләһенә ныҡлы терәк ул

2010 йылда Байназар ауылы ҡыҙы Гөлмира Илдар ҡыҙы менән өйләнешеп, матур донъя ҡоралар. Тәүҙә ҡуртымға фатир алып йәшәйҙәр, аҙаҡ үҙҙәренең бынамын тигән ҙур өйҙәрен һалып сыға улар.

-Өй һалыуҙа атайымдың һәм ҡайнымдың ярҙамы бик ҙур булды. Барлыҡ эштәрҙе лә үҙ ҡулдарыбыҙ менән бергәләшеп эшләнек. Үкенескә күрә, хәҙер икеһе лә мәрхүмдәр инде, - ти Ғәзим.

Баязитовтарҙың ишле ғаиләһендә 4 ул тәрбиәләнә. Сынбулат – 5-се, Ишморат 3-сө класта уҡый, Азатҡа ике йәш ярым, Рамазанға 6 ғына ай. Өлкән улы робототехника, ҡустыһы менән футбол секцияһына йөрөй.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: