Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
16 Октябрь , 10:40

Өләсәйем әсәй йылыһын бирҙе...

Бала ҡайғыһынан да ауыры юҡтыр... Өләсәйемдең ул ҡайғыларҙы нисек үткәргәнен бары тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Сабыйын күкрәгенә ҡыҫҡан килеш, төндәрен илап: "Балаҡайыма ғүмер бир, бәхет, тәүфиҡ бир", - тип Аллаһы Тәғәләнән һорап, доғалар уҡый ул...

Өләсәйем әсәй йылыһын бирҙе...
Өләсәйем әсәй йылыһын бирҙе...

Минең өләсәйем Фәйзуллина Сәғүрә Сәләхетдин ҡыҙы. Гүзәл Бөрйән районының Байназар ауылында 1949 йылда, ғаиләләренә шатлыҡ өҫтәп, 4-се бала булып донъяға килгән. Ата-әсәһе колхозсылар була. Өләсәйемдән һуң тағы 6 балаға ғүмер бүләк итә улар. Ҙур ғаиләлә бик уңған, тырыш булып үҫкәндәр балалары - өй эштәрен бүлешеп, кәрәк саҡта бер-береһенә кәңәш биреп, бәләкәс ҡусты-һеңлеләрен ҡурсалап ҡына үҫтерешкәндәр.

Байназар мәктәбендә 10 класты тамамлағас, өләсәйем колхозға эшкә төшә. Унда бер аҙ эшләп алғандан һуң, 1969 йылда "Таң" гәзите типографияһына хәреф йыйыусы булып эшкә урынлаша. Коллективҡа тиҙ генә өйрәнә һәм тырышып эшләй башлай. 1982 йылда партия сафына баҫып, коммунист булып китә. Өләсәйем "Коммунистик хеҙмәт ударнигы", "Хеҙмәт ветераны" була. Бер нисә йыл рәттән ауыл, район советтары депутаты ла булып өлгөрә. Алдынғылар сафында булған өләсәйемдең фотоһүрәте Почет таҡтаһынан төшмәне.

Сәғүрә Сәләхетдин ҡыҙын ҡайғылар ҙа урап үтмәй. 2002 йылда, 1 йәшлек сабыйын ҡалдырып, 29 йәшлек ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсә. Бала ҡайғыһынан да ауыры юҡтыр... Өләсәйемдең ул ҡайғыларҙы нисек үткәргәнен бары тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Сабыйын күкрәгенә ҡыҫҡан килеш, төндәрен илап:
"Балаҡайыма ғүмер бир, бәхет, тәүфиҡ бир", - тип Аллаһы Тәғәләнән һорап, доғалар уҡый ул. "Бер кемгә лә бирмәйем баламды", - тип һүҙ биргән өләсәйем менән олатайым мине икәүләп тәрбиәләп үҫтерәләр.

2 йәшемдән генә балалар баҡсаһына йөрөй башланым, унан инде мәктәп тупһаһын да тапар ваҡыттар етте. Олатайым менән өләсәйем бер нәмәгә лә ҡарамай, һәр ваҡыт янымда булдылар. Атай-әсәйле балалар кеүек үк, наҙға, мөхәббәткә сорналып үҫтем. Тик ҡайғы аяҡ аҫтында ғына була. 2011 йылда ҡаты ауырыу олатайымды беҙҙең арабыҙҙан алып китеп барҙы... Ошо көндәрҙән башлап  өләсәйем менән икебеҙ донъя көтә башланыҡ.
Өләсәйемә быйыл декабрҙә 75 йәш тула. Ошо йәшенә ҡарамаҫтан, ул бик йәш күренә, әле лә йүгереп йөрөй, ҡулынан бер ваҡытта ла эш төшмәй. Өләсәйемдең 2 ейәнсәре, 2 ейәне бар һәм 2 балаға ҡарт өләсәй. Өләсәйебеҙҙе хөрмәт итмәгән кеше юҡтыр ул. Сөнки кем генә ярҙам һорамаһын, һәр ваҡыт ярҙам итә, кәңәш һорап килһәләр ҙә, бер ваҡытта ла кире ҡаҡмай.

Мин шул тиклем уның менән ғорурланам! Ул миңә ата-әсә йылыһын биреп, бар көсөн һалып үҫтерҙе. Уның тәрбиәһендә үҫеп, ышанысын аҡлап, әлеге көндә аяғымда ныҡлы баҫып торам, Аллаға шөкөр! Өләсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, уның ғорурлығы булып, уны һөйөндөрөп кенә йәшәгем килә.

Күпме генә рәхмәт һүҙҙәрен әйтһәм дә, әҙ кеүек тойола. Өләсәйем алдында мин һәр ваҡыт рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, баш эйәм! Иң мөһиме, уға һаулыҡ, бәхетле, оҙон ғүмер теләйем!

Рузалина Әминева.

 

Өләсәйем әсәй йылыһын бирҙе...
Өләсәйем әсәй йылыһын бирҙе...
Автор:
Читайте нас: