Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
1 Октябрь , 11:35

66 йыл бергә

Байназар ауылында йәшәүсе Ғәйнетдин һәм Бибинур Алтынбаевтар ауылда иң оло парҙарҙың береһе. 

66 йыл бергә
66 йыл бергә

Быйыл уларҙың бергә йәшәүҙәренә 66 йыл тулған. Ғәйнетдин бабайға - 92, Бибинур инәйгә 86 йәш.

Йәштәргә өлгө булырҙай ғаилә улар. Матур итеп донъя көтөп, ваҡ мал тотоп, баҡса үҫтереп, үҙ яйҙарына йәшәп яталар. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте лә шул тиклем йылы. Бер-береһен хәстәрләп, ҡайғыртып, тыңлап,  бер-береһенең һүҙен бүлдермәй генә аралаша улар. Мәрәкәләшеп тә ебәрәләр.

Ғәйнетдин бабай менән Янһары ҡыҙы Бибинур инәйҙе дим менән таныштыралар. 1958 йылдың 13 ғинуарында ЗАГС-ҡа торалар. Ғәйнетдин бабай 42 йыл РТС-та механизатор, инәй 15 йыл мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Һигеҙ балаға - 3 ул һәм 5 ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтергән улар. Балаларының барыһы ла хәҙер үҙҙәре олатай-өләсәй булып бөткән. Улдары ауылда төпләнгән. Өлкәндәре Ғәйнислам атаһы кеүек ғүмере буйы механизатор.  Ғилман РТП-ла, аҙаҡ район электр селтәрҙәрендә шофер, Ғилфан 30 йыл колхозда малсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Хәлиҙә Сибайҙа, Ғәзизә Иҫке Монасипта, Гөлнур Байғаҙыла, Гүзәл Байназарҙа, Әлфиә Ҡыпсаҡта донъя көтәләр.

-Балаларҙың үҙҙәренең дә балалары күмәк. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең һанын да белмәйбеҙ, 40-ҡа яҡын. Бүлә-бүләсәрҙәребеҙ ҙә байтаҡ. Яңыраҡ ҡына Өфөлә тағы бер бүләсәбеҙ тыуҙы. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ ҡарай беҙҙе. Мең рәхмәт уларға. Икмәген дә, һөт-ҡоротон да килтереп торалар. Ҡыҙҙар алмашлап килеп өйөбөҙҙө таҙалап китәләр. Бына быйыл түбәгә һуҙылмалы заманса түшәм эшләтеп бирҙеләр, - тип ҡыуана Алтынбаевтар. Ҡәҙерлеләренә ысынлап та бар уңайлыҡтар булдырған балалары. Өй газ менән йылытыла, крандан йылы һыу аға, өйҙә бәҙрәф бар, керҙе машинка йыуа. Һуғыш, йылдарында һуғыштан һуңғы йылдарҙа бик күп михнәттәр, ыҙалыҡтар күреп үҫкән оло кешеләргә хәҙерге тормош ожмахтай күренә. Эй, хәҙер кеше рәхәт йәшәй бит ул, ти улар.

-Һарыҡтарыбыҙ бар. Ҡорбан өсөн көтәбеҙ. Һарыҡты ҡарауы ҡыйын түгел бит ул. Ҡырға сығармай, өйҙә тотабыҙ. Уларға бесән дә күп кәрәкмәй. Һыйырҙы 5-6 йыл көтмәйбеҙ. Һуғымды һатып алабыҙ. Йәшелсәнән кәртүк кенә сәсәбеҙ хәҙер. Башҡаһын балалар килтереп тора. Шылтыратып ебәрһәк, бөгөн минең сират, тип килә һалып етәләр. Әбейем ошоға тиклем икмәкте үҙе бешереп йөрөнө, быйыл тубығы һыҙлап, атлай алмайыраҡ тора. Магазиндан берәй әйбер кәрәкһә, мин бара һалып алып киләм, - ти 90 йәше үтһә лә руль артында йөрөгән Ғәйнетдин бабай. Оло юлға сыҡмай, ауыл тирәһендә йомош-фәләнгә генә йөрөп килә. Ғүмере буйы техника менән эшләгән кеше унһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтермәй. Күҙем һәйбәт күрә, хәлем бар, шөкөр, йөрөйөм әле, ти. Ғәйнетдин бабай ишек алдында ул-был эштәрҙе башҡарғансы, Бибинур инәй тышҡа саф һауаға сығып, тупһала ултырып инә. Әбейен яратып ҡына «минең командирым» тип йөрөтә бабай.

-Ҡайһы берҙә көн үтмәйерәк китә. Үткәндәр тураһында һөйләшеп ултырырға яратабыҙ. Гәзиттәрҙән “Таң”ды ғына алдырабыҙ. Ҡайһы берҙә элеккеләрен ҡабаттан уҡып сығам. Яратам үҙебеҙҙең гәзитте. Телевизорҙы һирәк ҡарайбыҙ. Ил именлеге, балалар һаулығы өсөн белгән доғаларымды уҡыштырам, мәсеткә йомаға йөрөйөм. Әсәйем намаҙҙа булды. Ауыр йылдарҙа ла ураҙа тота торғайны. Минең атайым да, ҡайным да һуғыштан ҡайтманылар, - ти бабай. 

Йәрең менән парлы тигеҙ ғүмер итеү - бәхет тәхетенең түре, фани донъя рәхәте бит ул. Бер нигә лә мохтаж түгелбеҙ, Аллаға шөкөр, тип рәхмәттәрен уҡып ултырған, ғүмерҙәренең алтын көҙөн бергә ҡаршылаған Алтынбаевтар ысын мәғәнәһендә бәхетле ҡартлыҡтарын кисерә. Ғүмер көҙҙәре алтын уларҙың.

66 йыл бергә
66 йыл бергә
66 йыл бергә
Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: