Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
17 Сентябрь , 11:07

Ике уңған йәрәшһә

Һәр ауылдың үҙенә генә хас һыҙаты, үҙенсәлеге була. Ғәлиәкбәр ауылы тиһәң, данлы солоҡсолары, уңған һәм ипле халҡы, йыйнаҡ урамдары, матур-матур йорттары күҙ алдына баҫа. Ошо күркәм йорттарҙың береһендә Әнүр һәм Илүзә Күлбаевтарҙың ишле һәм татыу ғаиләһе йәшәй. Күрше йәшәгәс, бер-береһен кескәй саҡтан яҡшы белә улар.

Ике уңған йәрәшһә
Ике уңған йәрәшһә

Әнүрҙең атаһы Әмир ағай урман ене ҡағылған кеше була. Улдарының күңелдәренә лә тәбиғәтте яратырға, һаҡларға кәрәклеген бала саҡтан һеңдерә, үҙе белгән ҡырылмаһа ҡырҡ һөнәргә өйрәтә. Әсәһе Хөснә апай, уҡытыусы булараҡ, балаларында тормошҡа яуаплы ҡараш, әҙәплелек сифаттарын тәрбиәләй. Мәктәпте тамамлап, әрме сафтарында йөрөп ҡайтҡандан һуң, Әнүр урман хужалығы техникумын тамамлай һәм шул йылда уҡ урман хужалығына эшкә урынлаша.

Илүзә иһә, ғаиләлә бишенсе бала булып тыуһа ла, ҡыҙҙар араһынан иң өлкәне булараҡ, әсәһе Фәүзиә апайҙың уң ҡулы була. Әсәһе һымаҡ өлгөр, сос булып, унан хужалыҡ эштәренә өйрәнеп үҫә. Эш айырып тормай, ағайҙары менән бер ҡатар бесән дә саба, утын да яра. Ҡыҙҙың һылыулығын, уңғанлығын күреп йөрөгән Әнүр, оҙаҡ уйлап тормай, күрше һылыуҙы әйттереп тә ала. Был матур ғаилә пары 1998 йылдың 1 майында барлыҡҡа килә.

Эшһөйәр, уңған йәштәр татыу һәм матур итеп йәшәп алып китә, ең һыҙғанып донъя ҡора башлайҙар. Ике уңған йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә, тигәндәй, ғаиләгә бәхет артынан бәхет өҫтәп бер-бер артлы алты малай тыуа. Ул арала ауылдың биҙәге булған күрмәлекле йорт һалып сығалар. Ауылда эш булмау сәбәпле, әлеге ваҡытта ғаилә башлығы ситкә йөрөп эшләргә мәжбүр. Илүзә иһә мәктәптә ашнаҡсы. Ата-әсәһенә терәк булып үҫеп еткән малайҙар уҡыуға ла, эшкә лә сос.

Өлкән ике улдары кадет корпусын тамамлағандан һуң, Данир Өфөләге йылға училищеһында, Нәҙир Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында уҡый. Хәҙер икеһе лә дипломлы белгес булып һәйбәт эшләп йөрөйҙәр. Өсөнсө улдары Сынтимер Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты булһа, Нурислам Ишембай ҡалаһында индустриаль колледжда уҡый. Студент егеттәр йәйге каникулдарын файҙалы үткәрергә ғәҙәтләнгән: ата-әсәләренә утын-бесән әҙерләшәләр, төҙөлөш эштәрендә йөрөп, үҙҙәренә аҡса эшләп алырға ла өлгөрәләр. Кесе улдары Нуриман менән Ғәзинур мәктәптә һәйбәт уҡыйҙар, кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Был ғаиләлә тәрбиәләнгән һәр балаға хас булғанса, тәртипле, ярҙамсыл, егәрле, алсаҡ булып үҫеп киләләр.

Матур һәм ишле ғаиләлә бер-береһенә ҡарата иғтибар, ихтирам көслө. Дөрөҫ тәрбиә алған улдар уңайы сыҡҡан һайын ата-әсәләрен ҡыуандырып торорға тырышалар – байрамдарға бүләк, сәскә- гөлләмәләр ебәрәләр. Үҙ-ара татыу үҙҙәре, бер-береһенә терәк тә, таяныс та. Улдарының инсафлы, аҡыллы булып үҫеүенә ата-әсә күп көс һалған. 

Бына шундай һоҡланғыс ғаилә йәшәй Ғәлиәкбәр ауылында. Күлбаевтарҙың матур ғаиләһе ауылдың ғына түгел, райондың, илебеҙҙең йәме ул.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: