Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республиканың 300 мең һумлыҡ әсәлек (ғаилә) капиталын булдырырға тәҡдим итте. Бөгөн Дәүләт Йыйылышының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветеран эштәре буйынса комитеты ултырышында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Небогатова шундай тәҡдим менән сығыш яһаны.
Ғаилә капиталын 2025 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө балаһы тыуған йәки уны тәрбиәгә алған 35 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙарға түләргә тәҡдим ителә.
Бынан тыш, Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы йәш йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, 24 йәшкә тиклемге студенттарға иҫәпкә торғандан алып сабый тыуғансы ай һайын төбәктәге ике йәшәү минимумы күләмендә аҡса — 28,3 мең һум түләргә тигән тәҡдим менән сыҡты.
«Бөгөн Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветеран эштәре комитеты ултырышында беҙҙең министрлыҡ ғаиләгә ярҙам саралары тәҡдиме менән сығыш яһаны. Башҡортостанда был мәсьәләләргә ҙур иғтибар бирелә. Уларҙы тормошҡа ашырыу республика бюджетының мөмкинлектәренә лә бәйле. Әммә беҙ киләсәккә ошондай саралар тәҡдим итәбеҙ», — тине «Башинформ»ға Башҡортостандың хеҙмәт министры Ленара Иванова.
Министр һүҙҙәренсә, әле төбәктә баланы тәрбиәгә алған ғаиләгә әсәлек капиталы күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған.
«Федераль әсәлек капиталы күләмендәге сумма ғаиләгә һәр баланы уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алғанда түләнә, инвалид бала булһа, бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү 100 мең һумға арта», — тип өҫтәне Ленара Иванова.
Фото: Наталья Овчарук, архив фотоһы