Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
30 Август , 14:18

Психологтан балаларҙы енәйәти эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙән һаҡлауға ҡағылышлы кәңәштәр

Өфө белгесенең фекеренсә, балаға тейешле иғтибар – ата-әсәнең бәхетле тормошоноң асҡысы Баланы енәйәт ҡылыуҙан, криминал юлға баҫыуҙан аралау, әлбиттә, ғаиләнең, мәктәптең, өҫтәмә белем учреждениеларының берҙәм хеҙмәте һөҙөмтәһендә генә мөмкин, тип иҫәпләй М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның дөйөм һәм педагогика психологияһы кафедраһы доценты, психология фәндәре кандидаты Антонина Шабаева. Яңы уҡыу йылы алдынан беҙ уға көнүҙәк һәм күптәрҙе борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Психологтан балаларҙы енәйәти эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙән һаҡлауға ҡағылышлы кәңәштәр
Психологтан балаларҙы енәйәти эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙән һаҡлауға ҡағылышлы кәңәштәр

– Антонина Владимировна, балаға бәләкәй сағынан нимә яҡшы, нимә насар икәнен нисек өйрәтергә?

– Бала ни тиклем бәләкәй булған һайын ата-әсәнең уның хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылығы шул тиклем ҙурыраҡ. Ысынбарлыҡтағы хәл-торошто дөрөҫ баһалау, нимә яҡшы, нимә насар икәнен аңлау һәләте яҡынса 10 йәштәрҙә формалаша. Ошо йәштә бала хәүефле аҙымдарҙан тыйыла ала. Балаға хәл-торошто дөрөҫ баһаларға өйрәтеү мөһим.

Изгелек менән яуызлыҡ, яҡшы менән насар тураһында бәләкәй сағынан һөйләгеҙ, әммә быны һүҙ араһында, һиҙҙермәйенсә эшләргә кәрәк. Нотоҡ уҡырға кәрәкмәй. Мәҫәлән, урамда йөрөгәндә ябай аралашыу мәлендә ошо хаҡта һөйләшегеҙ. Мораль-әхлаҡи белем сығанағы булараҡ кино, йәнһүрәт, фильмдарҙы тәҡдим итергә мөмкин. Улар ваҡытты файҙалы үткәрергә лә, яңы белем алырға ла булышлыҡ итә. Уйлап сығарылған геройҙар тормоштағы кеүек аҙымдар яһай. Әкиәттәр ҙә теге йәки был хәлдә үҙеңде нисек тоторға кәрәклек тураһында уйланыу, нимә яҡшы, нимә насар икәнде аңлатыу өсөн уйлап сығарылған. Әкиәт геройҙарының мауыҡтырғыс мажаралары һәм тылсымлы антураж, хәбәр һөйләп аҡыл өйрәтеүҙән ситләшеп, балаға тейешле уй-фекерҙе еткерергә булышлыҡ итә.

Үҙегеҙ ҙә төрлө ҡыҙыҡлы тарихтар уйлап сығара алаһығыҙ. Ғәҙәттә, балаларҙың берәй яратҡан уйынсығы була, мәҫәлән, ҡуян. Тап ул төрлө хәлдәргә тарый ала. “Ҡуян уйнарға сыҡҡан һәм сит ағайға тап булған. Ул кәнфит тәҡдим иткән, бәләкәй генә көсөктө ҡарарға саҡырған. “Уй, ҡыҙыҡ бит”, – уйлаған ҡуян һәм, әсәһенән рөхсәт һорап тормайынса, был ағайға эйәреп китергә булған...” Нимә күрәһегеҙ, шуны һөйләү отошлораҡ. Ни өсөн беҙ юл аша тап ошолай үтәбеҙ? Ни өсөн транспортты алғы йәки артҡы яҡтан урайбыҙ?

Әгәр балаға тик яҡшы кешеләр, һәйбәт ғәҙәттәр тураһында ғына һөйләһәк, уны артыҡ ышаныусан итеп тәрбиәләү ихтималлығы бар. Икенсе яҡтан, һәр ваҡыт хәүеф-хәтәр тураһында иҫкәртеп торһаҡ, балала ҡурҡыу, шикселлек тойоғоһо үҫешеүе мөмкин. Сиктән сиккә ташланыу һеҙ теләмәгән һөҙөмтәгә килтереүе ихтимал. Бала тирә-йүнгә, донъяға ышанмай, тормош беҙ уйлағанса түгел, ул ҡурҡыныс һәм яуызлыҡ менән тулы тип уйлай башлай. Шулай итеп, һәр ваҡыт насар нәмәләр тураһында уйлап, үҙенә лә яуызлыҡты тарта. Йәки, киреһенсә, үтә ышаныусан бала, миңә бер кем дә бер ниндәй ҙә зыян эшләмәй, тип ышаныуы бар. Тейешле тәжрибәһе булмауы, көтмәгәндә килеп тыуған хәлдәрҙә үҙен нисек тоторға белмәүе арҡаһында баланың тормошҡа яраҡлаша алмау ихтималлығы ла арта.

Балалар тыуғандан алып “яҡшы – насар”, “ярай – ярамай” тигән поляр төшөнсәләр менән осраша. Барыһы ла аңлайышлы кеүек, әммә ҡапыл “ярамай, әгәр...”, “мөмкин, әгәр...”, “бик үк яҡшы түгел” тигән осраҡтар барлыҡҡа килә һәм улар баланс һаҡлауҙы талап итә. Тормошта бындай хәлдәр йыш осрай. Өлкән кешенең бурысы – балаға ошо балансты тоторға ярҙам итеү.

– Балаларҙы һәйбәт һәм насар кешеләрҙе, шулай уҡ тиҫтерҙәреңде айырырға нисек өйрәтергә?

– Бала бөтә кешеләрҙең дә һәйбәт булмауын белеп үҫергә тейеш. Зыян килтереүселәр ҙә булыуы ихтимал. Әкиәттә генә яуызлыҡ һәр саҡ күренеп тора һәм тейешле язаһын ала, әммә тормошта барыһы ла башҡасараҡ.

Беренсенән, яуызлыҡты яҡшылыҡтан айырыу ауыр. Ҡайһы бер кешеләр намыҫлы, ә икенселәре алдай һәм яҡшы булып ҡылана. Уларҙың эстән нимә уйлағанын белеү ҡыйын.

Икенсенән, бер үк кешеләр төрлө ҡылыҡ яһауы бар – насарын да, яҡшыһын да.

Шуны иҫтә тотоғоҙ: 5 йәшкә тиклемге балалар үҙҙәрен хәстәрләй белмәй, шуға күрә уларҙы бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Был йәштә эс кейеме ҡағиҙәһен аңлатырға мөмкин: улар тәндең бер кемгә лә күрһәтергә ярамаған өлөшөн ҡаплай. Бары тик интим зонала нимәлер борсоһа, табипҡа, атай-әсәйгә генә күрһәтергә мөмкин.

Әсәйҙән рөхсәт алмайынса, таныш булмаған ағай-апайҙарға эйәреп китергә, уларҙан бүләк алырға ярамауы тураһында һөйләргә мөмкин. Шулай уҡ башҡа балаларға эйәреп ҡайҙалыр китеү ҙә хәүефле, сөнки яуыз уйлы әҙәмдәр бер баланан икенсеһен килтертеү схемаһын да ҡуллана.

Әммә бала менән күпме генә һөйләшмәгеҙ, 5 йәшкә тиклем ул барыбер өлкәндәрҙең яуыз уйын һиҙә алмаясаҡ. Күпселек осраҡта барыбер бесәй балаһын һыйпарға тәҡдим итеүсегә эйәреп китәсәк. Шуға күрә 5 йәшкә тиклем уны ҡурсалауҙың иң һөҙөмтәле алымы – һәр ваҡыт эргәһендә булыу.

Әгәр бала: “Әсәй, ә насар кешеләр кемдәр ул?” тигән һорау бирһә, тап һеҙҙең бәләкәсегеҙ аңларлыҡ итеп яуап бирегеҙ. Таныш әкиәт йәки йәнһүрәт миҫалында аңлатырға мөмкин. Насар геройҙы ҡылыҡһырлауҙан башлау яҡшыраҡ: “Ул шулай-шулай теләгән, шуға күрә шулай эшләгән...” Кешеләр төрлө сәбәптәр менән насар аҙым яһауы тураһында ла әйтегеҙ.

Донъяла бик күп һәйбәт кешеләр булыуы, әммә араларында насар эштәр ҡылыусылар ҙа осрауы хаҡында һөйләргә мөмкин. Был кешеләрҙең эсендә яуызлыҡ йәшәй, улар уның менән көрәшергә теләмәй, киреһенсә, уны башҡаларға сығара. Шуға күрә үҙеңә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк: сит кешеләргә эйәреп китмәҫкә, ят машинаға ултырмаҫҡа.

Әгәр оло кеше баланан ярҙам һорай икән – был хәүефле билдә, сөнки өлкән кешегә үҙе йәшендәге кеше генә һөҙөмтәле ярҙам итә ала.

Оло кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итһә, нисек кире ҡағыу алымын да өйрәтегеҙ. Уны өлкәндәргә ярҙам итмәүҙә ғәйепләмәйәсәктәрен белергә тейеш. “Атайым менән әсәйем ят кешеләр менән һөйләшергә ҡушмай”, “ғәфү итегеҙ, мин быны эшләй алмайым”, “мин ҡабаланам” тигән фразаларҙы алдан өйрәтеп, өйҙә ҡабатлап ҡарағыҙ.

Балаға ҡарата башҡа кешеләрҙең ниндәй ҡылыҡтары ярамағанын аңлатығыҙ: балаға тейергә, һыйпарға, етәкләргә, артынан эйәреп йөрөргә, ҡосаҡларға, үбергә, эске кейеменә тейергә ярамай.

Донъяла яҡшы кешеләр күп – әсәй, атай, өләсәй, тәрбиәсе, туғандар – уларға ышанырға мөмкин, ә сит кешеләргә – юҡ. Әммә таныш кеше лә зыян итеүе бар, шуға күрә балағыҙ хәүеф-шиктәре тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп өйрәнһен.

– Балаларға үҙ фекерен яҡларға, “юҡ” тип әйтергә нисек өйрәтергә?

– Үтә тыңлаусан балалар хәүеф төркөмөнә ҡарай. Улар һәр өлкән кешене тыңларға кәрәк тип һанай, шуға күрә таныш түгел (йәки насар уйлы таныш) кешеләр янында ла үҙҙәрен шулай уҡ тота. Бала һәр ваҡыт һәр кемгә “юҡ” тип әйтә алырға тейеш. Айырыуса кемдеңдер ҡылығы йәки әйткән һүҙе оҡшамаһа. Быны тормошта ла нығытырға кәрәк: уның фекерен, ҡарашын хөрмәт итегеҙ, үҙ абруйығыҙ менән баҫмағыҙ. Һеҙҙең йәки башҡа берәү менән риза булмауы өсөн оялтмағыҙ һәм әрләмәгеҙ.

Был ғәҙәтте нығытыу өсөн бер нисә алымды билдәләргә мөмкин. Беренсенән, үҙегеҙ өлгө күрһәтегеҙ. Әгәр шәхси сиктәрҙе һаҡлар өсөн берәйһенә “юҡ” тип әйтһәгеҙ, быны ни өсөн эшләүегеҙҙе, был аҙымдың нисек кәрәклеген аңлатығыҙ.

Икенсенән, уңыш-ҡаҙаныштарын хуплағыҙ. Балаларға “юҡ” тип әйтеү ауыр, сөнки һәр ваҡыт “өлкәндәрҙе тыңларға кәрәк” тигәнде ишетеп үҫәләр. Һеҙҙең бурыс – урынлы баш тартыуҙарҙы хуплау. Кибеттәге әбей шоколад тәҡдим иттеме? Юҡ, сит кешенән тәмлекәстәр алырға әсәйем рөхсәт итмәй. Балаға былай тип яуап биреү ауыр, сөнки ул оло кешене үпкәләтеүҙән, “тыңлауһыҙ” булып күренеүҙән, башҡаларҙың көлөүенән ҡурҡа. Баланың ҡылығын хуплағыҙ, “һин барыһын да дөрөҫ эшләнең”, тип әйтегеҙ.

Өсөнсөнән, балаға үҙе булып ҡалырға ярҙам итегеҙ. Илаһа, тыймағыҙ, ни өсөн илауының сәбәптәрен, уны нимә борсоуын белешегеҙ. Баланың баш тартыуға хоҡуҡлы булыуын аңлатығыҙ. Ул хатта һеҙгә лә “юҡ” тип әйтә ала.

Ошо ҡағиҙәләрҙе тотоп, һеҙ балаға үҙ фекерен яҡларға, “юҡ” тип әйтергә өйрәнергә булышлыҡ итәсәкһегеҙ. 

– Үҫмерҙе криминалдан, төрлө хәүефле төркөмдәрҙән аралау өсөн нимә эшләргә? Бер кемгә лә сер түгел: бөгөн енәйәтселәр үҫмерҙәрҙе аҡса менән әүрәтеп, наркотик матдәләр таратыусы курьер сифатында файҙалана.

– Үҫмерҙе енәйәтселектән һәм төрлө төркөмдәрҙең йоғонтоһонан аралау өсөн уға альтернатив шөғөл табырға кәрәк. Мәҫәлән, үҫмерҙәр клубтары, спорт секциялары ҡулай. Ата-әсәләр үҫмерҙә төрлө ҡыҙыҡһыныу уята ала, был мәсьәлә менән психологҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бала нимә менән ҡыҙыҡһына, шуның менән мауыҡтырығыҙ – уның буш ваҡыты ҡалмаһын. Эйе, был ауыр, эштән һуң хәл дә юҡ, ваҡыт та аҙ, ләкин бөгөн тырышлыҡ күрһәтмәһәгеҙ, иртәгә һуң булыуы ихтимал. Баланы файҙаһыҙ түңәрәктәргә һәм секцияларға көсләп йөрөтмәгеҙ, үҙе теләгәне менән шөғөлләнһен. Атай-әсәй менән бергә пикникка, походҡа, сәйәхәткә барыу, футбол уйнау йәки һырғалаҡта шыуыу бер ниндәй дуҫтарҙы алмаштыра алмай. Балағыҙ менән уның теләктәре һәм мауығыуҙары тураһында һөйләшегеҙ һәм һеҙгә уның янына насар дуҫтарҙы ҡыуырға кәрәкмәйәсәк тә, сөнки тап һеҙ балағыҙға иң яҡын дуҫ буласаҡһығыҙ.

Иң мөһиме – балағыҙ менән ышаныслы мөнәсәбәт булдырығыҙ. Ул һеҙҙең реакциянан, иронияғыҙҙан, сарказмдан йә ярамһаҡланыуҙан, хатта язанан ҡурҡмаһын. Баланың ышанысы – уны хәүефһеҙлек менән страховкалауығыҙ. Уны үҙегеҙ теләгәнсә эш итергә мәжбүр итмәгеҙ. Хәлде балаға һиҙҙермәйенсә төҙәтергә кәрәк.

Бер ҡасан да ҡысҡырмағыҙ, әрләмәгеҙ һәм ҡурҡытмағыҙ. Был алымдар тәьҫир итмәй. Баланы ҡыҙығыраҡ нәмәләр, ваҡиғалар, кешеләр, компаниялар, төркөмдәр менән «алдаштырыу» алымдарын эҙләгеҙ.

Бер ниндәй тыйыуҙар булмаһын. «Яҡшы һәм насар»ҙы аңлатығыҙ, ләкин бәйҙә тоторға ярамай. Һәр бәйҙән ысҡынғы килә. “Һалам йәйеп өлгөрөр өсөн” янында булыу ҙа етә. Гиперопека бер ҡасан да балаға файҙа килтермәй.

Баланы абруй һәм бойороҡ тоны менән баҫырға тырышмағыҙ. Бары тик партнерлыҡ мөнәсәбәттәре генә һеҙгә кәрәкле һөҙөмтәләр бирәсәк.

Балағыҙға кем менән дуҫлашырға икәнен күрһәтмәгеҙ. Дуҫтары оҡшамаһа, баланы яҡшы дуҫтар табып булған урынға алып барығыҙ.

Баланы өйҙә бикләп ҡуйырға, телефонын тартып алырға, уны интернеттан сикләргә ярамай. Шул рәүешле һеҙ баланы тағы ла радикаль ғәмәлдәргә этәрәһегеҙ.

Бала насар компанияға эләккән осраҡта, ата-әсәнең иң беренсе уй-ниәте –ғәҙәттә иң хаталы. Был хәлде ышаныслы һәм ҡәтғи хәл итергә кәрәк, ләкин ғауғаһыҙ, тауыш-ҡысҡырыуһыҙ.

Әгәр бала үтенестәрегеҙҙе, өгөт-нәсихәттәрегеҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырһа һәм насар компанияларға ылығыуын дауам итһә, мәсьәләне башсараҡ ысул менән хәл итергә кәрәк буласаҡ: мәктәпте, йәшәгән урынығыҙҙы, ҡалағыҙҙы алмаштырырға мөмкин.

Һуңғы вариант – иң ҡатмарлыһы, әммә иң көслөһө. Әгәр икенсе ҡалаға күсеү мөмкин булмаһа, балағыҙҙың насар компания менән аралашыуына юл ҡуймаҫ өсөн, уны билдәле бер осорға булһа ла ҡаланан алып китеү әмәлен табығыҙ. Ошо осорҙа бала үҙ ғәҙәттәрен тулыһынса үҙгәртергә, компанияны оноторға, яңы дуҫтар һәм яңы ҡыҙыҡһыныуҙар табырға тейеш. Эйе, үҙеңдең имен, яйлы тормошоңдо ҡорбан итергә тура киләсәк, әммә варианттар ҡалмаһа, ниндәй ҙә булһа һаламға тотонорға кәрәк.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: насар компания – тик эҙемтә генә ул. Сәбәптәрҙе тикшермәгеҙ, ә дауалағыҙ. Тағы ла яҡшырағы – ошо сәбәптәрҙе булдырмау. Балаға иғтибар – уның бәхетле тормошона асҡысығыҙ.

– Урамда һәм социаль селтәрҙә балаларҙы енәйәтселәрҙән нисек һаҡларға?

– Баланың хәүефһеҙлеге шик тыуҙырмаһын өсөн ҡайһы бер ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә.

Балаға теләһә ниндәй осраҡта ла асыҡ булығыҙ: ата-әсәләрҙән түҙемлек талап ителә. Бала үҙ тормошо, дуҫтары хаҡында һөйләгәндә уны иғтибар менән тыңларға өйрәнегеҙ, уға ҡурҡыуҙары һәм әрнеүҙәре тураһында һорауҙар бирегеҙ. Сабыйға күңел түрендә булған хистәре менән бүлешеү – бәлә-ҡазанан һаҡланырға ярҙам иткән иң мөһим шарттарҙың береһе. Улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың башҡа балалар һәм өлкәндәр менән мөнәсәбәттәре хаҡында хәбәрҙар булырға кәрәк, уның башҡа кешеләр менән йәшерен мөнәсәбәте һағайтырға тейеш.

Балағыҙға проблема тураһында кәрәкле мәғлүмәт бирегеҙ: бала саҡтан уҡ йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында һөйләгеҙ, ыңғай һәм кире күренештәр миҫалдарын килтерегеҙ. Өлкәндәр менән аралашҡанда дөрөҫ ара тоторға, урамда ошондай хәлдәрҙе еңергә өйрәнегеҙ. Урамдағы тәртип ҡағиҙәләрен ҡыҙыҡлы һәм аҡыллы итеп аңлатырға, телмәрегеҙҙе сағыу миҫалдар менән оҙатырға тырышығыҙ. Тик шул осраҡта ғына бала һеҙҙе ишетәсәк, ә һеҙ, берәй хәл-ваҡиғаға осрағанда, уның үҙен-үҙе яҡлай аласағына тулыһынса ышана аласаҡһығыҙ!

Баланың интернеттағы хәүефһеҙлегенә ҡарата айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Быны ялған яңылыҡтар һәм хәүефле контент хаҡында аңлатыуҙан башлағыҙ. Ни өсөн интернетта мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшереү мөһим икәнен аңлатыу өсөн ябай миҫалдар ҡулланығыҙ. Балаларығыҙҙа шикле яңылыҡтарҙы һеҙҙең менән бергә тикшереп, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөнә төшөнөү ғәҙәтен тәрбиәләгеҙ.

Балаға ниндәй мәғлүмәт сығанаҡтары ышаныслы икәнен күрһәтегеҙ. Тикшерелгән яңылыҡ сайттары, каналдар һәм ҡушымталар исемлеген бергәләп төҙөгөҙ. Балағыҙҙы мәғлүмәткә ышаныр йәки уны таратыр алдынан был сығанаҡтарҙағы яңылыҡтарҙы иҫбатлаусы мәғлүмәтте эҙләргә өйрәтегеҙ.

Мөмкин булһа, компьютерҙа кәрәкмәгән йәки хәүефле сайттарҙы бикләгән программалар ҡуйығыҙ. Балаға, ысынбарлыҡтағы кеүек үк, адрес, телефон номеры, эш йәки уҡыу урыны ҡараған шәхси мәғлүмәтте селтәргә һалырға ярамағанлығын аңлатығыҙ. Интернет селтәрендә танышыуҙы тыйырға өйрәтегеҙ (сөнки яңы таныштар енәйәтсе булыуы ихтимал). Ниндәй фотоһүрәттәрҙе социаль селтәргә һалырға рөхсәт ителгәнен бергәләп тикшереү зарур.

Баланың тышҡы ҡиәфәте ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ, провокация тыуҙырырлыҡ булмаһын. Агрессив ғәҙәттәр, ҡиммәтле биҙәүестәр менән енәйәтселәрҙең иғтибарын йәлеп итеп ҡуймаһын.

Енәйәтселәрҙең йыш ҡына балаларҙың ышанысы менән файҙаланыуын да уға еткерергә кәрәк. Балағыҙҙы, таныш булмаған кешеләр менән аралашмаҫҡа, бигерәк тә уның тәҡдимдәренә йәки саҡырыуҙарына ризалашмаҫҡа, уйын уйнамаҫҡа, кәнфит, туңдырма, уйынсыҡ алмаҫҡа өйрәтегеҙ. Ышаныс яулау өсөн енәйәтселәрҙең изге, яғымлы булып ҡыланыуын аңлатығыҙ.

Өйҙән сыҡҡанда балаларҙан һәр саҡ ҡайҙа барыуын һәм кәрәк булған осраҡта улар менән нисек бәйләнешкә инеү мөмкинлеген белешегеҙ. Осраҡлы танышыуҙарҙан, таныш булмаған компанияларға барыуҙан һаҡланһын. Ҡунаҡтан, театрҙан ҡайтыр алдынан шылтыратып иҫкәртһен, подъезға, лифтка таныш булмаған кешеләр менән инмәһен.

– Антонина Владимировна, ә уҡыусыларҙы интернет аша террористик эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙән нисек һаҡларға?

– Интернетта һәм мессенджерҙарҙа енәйәтселәр балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе енәйәт, шул иҫәптән террористик эшмәкәрлеккә әүҙем йәлеп итергә тырыша. Улар социаль селтәрҙә балалар тураһында мәғлүмәт йыя, уларҙың битләүҙәрен анализлай һәм төрлө тоҙаҡтар ҡора. Аҡса, ярҙам тәҡдим итә йәки ышанысҡа инеү өсөн ябай диалог башлай.

Ата-әсәләр балаларына Интернет селтәрендәге хәүеф-хәтәр тураһында даими хәбәр итергә, баланы социаль селтәрҙәге шикле тәҡдимдәргә һәм хәбәрҙәргә яуап бирмәҫкә өйрәтергә, баланың кем менән яҙышыуын һорашырға йәки ентекле тикшерергә, үҙ-үҙенә һәм яңы танышлыҡтарына, Интернет селтәре аша алынған төрлө эштәрҙе башҡарыуына иғтибар итергә, дуҫтары һәм уларҙың ата-әсәләре менән бәйләнештә булырға тейеш.

Бер ҡасан да таныш булмаған кеше менән диалогҡа инмәүен һорағыҙ. Иң яҡшыһы – ундайҙарға шунда уҡ блок ҡуйыу. Шулай уҡ бер кемгә лә үҙе һәм ғаиләһе хаҡында шәхси мәғлүмәт бирергә ярамай, тип аңлатырға кәрәк.

Бала менән хәүефһеҙлек темаһы тураһында уның азатлығын сикләмәҫлек итеп һөйләшергә кәрәк. Үҫмер ниндәйҙер хәл тураһында һөйләһен һәм сәбәп-тикшереү бәйләнештәрен күрһен өсөн диалогты дөрөҫ ҡороу зарур. Өс төп һорау:

- Был хәл һинең өсөн дә, дуҫтарың өсөн дә хәүефһеҙме?

- Ни өсөн был һинең өсөн мөһим йәки ылыҡтырғыс?

- Был һинең киләсәгеңә нисек тәьҫир итәсәк?

Хәүефһеҙлек темаһына фекер йөрөтөп һәм һығымта яһап, үҫмер ваҡиғалар теҙмәһен төҙөй, шуның менән мәғлүмәтте яҡшыраҡ үҙләштерә һәм үҙенә терәк-таяныс булдыра. Әңгәмәнең нотоҡ уҡыуға әйләнмәүе мөһим. Ышаныс булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта баланы яйлап үҙ янығыҙҙан ебәрергә өйрәнегеҙ. Уға билдәле бер проблемаларҙы үҙаллы хәл итергә мөмкинлек бирегеҙ, әммә баланы страховкалау тураһында ла онотмағыҙ, ул – һәр ваҡыт янында булыу!

 

Автор:
Читайте нас: