Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
16 Август , 10:30

Ярҙам тойоп йәшәйбеҙ

Яңы Мөсәт ауылында йәшәүсе Ришат һәм Раушания Хәсәновтар – районыбыҙҙың күп балалы ғаиләләренең береһе. Улар алты бала тәрбиәләй.

Ярҙам тойоп йәшәйбеҙ
Ярҙам тойоп йәшәйбеҙ

Айҙар - 8-се, Айгүзәл - 6-сы, Айгиз - 4-се класҡа уҡырға баралар. 5 йәшлек Ансар менән 3 йәшлек Айдилә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Быйыл 1-се класҡа барасаҡ Айсар мәктәпкә әҙер – костюм-салбарҙар алынған, күп балалы ғаилә булараҡ, портфель һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары уға байрам тантанаһында тапшырыласаҡ. Әлегә ата-әсә яйлап балаларын мәктәпкә әҙерләү менән мәшғүл – тиҙҙән канцелярия тауарҙары, кейемдәр алыу өсөн күмәкләп ҡалаға барырға йыйыналар.

Балалар тырышып уҡыйҙар, өлкәндәре уҡ атыу буйынса түңәрәккә йөрөй. Айҙар атаһының төп ярҙамсыһы – утын яра, бесән эшләшә, мал ҡарай, техника менән ҡыҙыҡһына. Айгүзәл әсәһенең уң ҡулы - бешеренә, өйҙө тәртиптә тота, ҡустыларын, һеңлеһен ҡараша, прическалар, сейләндән биҙәүестәр эшләү менән мауыға.

Улар йәйге каникулдарын еләк йыйып, өләсәйҙәренә ярҙамлашып, баҡса тирәһендә булышып уҙғаралар, себеш ҡарау ҙа уларға йөкмәтелгән.

Әлбиттә, ата-әсә балалары етеш һәм бәхетле йәшәһен өсөн бар көсөн һала. Күптән түгел улар балаларының бөтәһен дә бергә алып йөрөү өсөн “Соболь” машинаһы һатып алған. Талҡаҫ күленә барып ял итеп ҡайтҡандар.

Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу өсөн күп эштәр эшләнә. Хәсәновтар ҙа хөкүмәттән бирелгән ярҙам саралары менән файҙалана, йәшәү кимәлен тағы ла уңайлыраҡ итергә ынтыла.

-Икенсе балабыҙ тыуғас, әсәлек капиталын юлланыҡ. Ул беҙгә өй төҙөй башлауға ҙур этәргес булды - шлакоблоктан 8x8 йорт күтәреп индек. Яйлап төкәтмә төкәттек, быйыл өй эсендә ремонт эшләргә ниәтләйбеҙ. Ике яҡтан да туғандарыбыҙ ярҙам итә. Аллаға шөкөр, һәр балабыҙҙың үҙ урыны бар, бер-береһен ҡарашып үҫеп киләләр. Пособие алабыҙ, шөкөр, беҙҙең өсөн ул ҙур ярҙам. Ике балабыҙға һөт кухняһынан аҙыҡ-түлек алып торҙоҡ. Балалар яратып ашанылар. Балалар баҡсаһына түләүҙәргә, ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһына компенсация бирелә, - ти ата-әсә.

Ғаилә башлығы Ришат Абдулхай улы мәктәпте тамамлағас, ауыл хужалығы техникумында уҡый. Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң контракт буйынса Чечняла хәрби бурысын үтәй. Бөгөнгө көндә хәрби хәрәкәттәр ветераны ветерандар советы эштәрендә, районда үткәрелгән митингыларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡайынтүш мәктәп-балалар баҡсаһында һаҡсы, ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләй. Эшенән буш ваҡыттарында мейестәр сығара, ишек алдында төрлө техника ремонтлай.

Алты ағаһы янында берҙән-бер ҡыҙ булып үҫкән Раушания һөнәре буйынса һатыусы. “Күпме бала бағыу һәр кемдең үҙенә, һаулыҡ торошона бәйле. Мин, мәҫәлән, ишле ғаиләлә үҫһәм дә, үҙ ғаиләмде күп балалы итеп күҙ алдына килтермәй инем. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр. Балаларымдың һау-сәләмәт, уңышлы булыуҙарын, тормошта үҙ юлдарын табып, бәхетле йәшәүҙәрен теләйем», - ти күп балалы әсә.

Яңы Собханғол ауылы ҡыҙы Раушания Рауил ҡыҙы йыр-бейеүгә лә битараф түгел. Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән концерттарҙа ҡатнаша.

Республика күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә.“Беҙҙең юл - ныҡлы ғаиләләр, изгелек, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып балалар тәрбиәләү. Күп балалы ғаилә – илебеҙҙең, милләтебеҙҙең йәшәү нигеҙе”, - тигәйне республика башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда.Һәр бала тыуғандан алып бәлиғ булғанға тиклем ярҙамға иҫәп тота ала. Мәҫәлән, 6 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға бушлай дарыуҙар, уҡыусыларға мәктәптә бушлай туҡланыу ҡаралған. Бынан тыш, ер участкалары алыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, Хәсәновтарға ла ауыл осонан ер бирелгән. Улар унда картуф сәсәләр, йыл да уның уңып тороуына ҡыуаналар.

-Бер-береңде аңлау, кәрәк булыуыңды белдереү, ярҙам итеү, балалар тәрбиәләүҙә бер һүҙҙән булыу татыу йәшәүгә юлдыр, тибеҙ. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергә хәл итергә тырышабыҙ, - тиҙәр улар бер һүҙҙән.

Хәсәновтар ғаиләһендә сабый тауыштары тынмаһын, татыулыҡта, именлектә, бәрәкәттә йәшәргә, балаларын районыбыҙға кәрәкле һәм лайыҡлы шәхестәр итеп үҫтерергә яҙһын.

Ярҙам тойоп йәшәйбеҙ
Ярҙам тойоп йәшәйбеҙ
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: