Медицина өлкәһендә эшләгән Илүзә Илгиз ҡыҙы, декрет ялына сыҡҡас, башҡорт халҡының милли аштары бауырһаҡ, сәк-сәк бешереп, туҡмас, һалма ҡырҡып һата башлай. Яҡын кешеһенең шөғөлөн йүргәктән күреп үҫкән Асия ла тиҙҙән ҡамыр аштарын бешереү менән ҡыҙыҡһынып китә. Ике-өс йәшенән аш-һыу бүлмәһендә ябынырға яулыҡ, быуырға алъяпҡыс һорап алып, үҙе лә эшкә тотона.
Белорет ҡалаһындағы 25-се “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән, быйыл 17-се гимназияға уҡырға барасаҡ Асия йәйге ялын да күңелле, файҙалы итеп уҙғарырға тырыша. Бөрйән районының Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында йәшәгән өләсәһе Гүзәл Вәлит ҡыҙында булырға ярата ул. Ғүмере буйы башланғыс синыфтарҙа белем биргән уҡытыусы ейән-ейәнсәрҙәрен шатланып ҡаршы ала, бергәләшеп тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләй.
Бер нисә быуын туғандар менән дә яҡын, йылы мөнәсәбәттә Баязитовтар. Балаларҙы бәләкәстән бер-береһенә ылыҡтырып, яҡын дуҫ-терәк итеп үҫтерергә тырышалар. Әсәһе әлеге мәлдә Динар ҡустыһы менән декретта ултырғанлыҡтан, Ҡурғашлы ауылына йыш киләләр. Унда Асия өс туған апаһы Айгөл Иҫәнбаева менән төрлө уйындар уйнай. Интернеттан ҡарап, бергәләшеп ҡамыр аштарын да бешереп ҡарайҙар. Мәҫәлән, быйылғы йәйҙә тәмле булочка ҡамырын өйрәнгәндәр. Уларҙың эштәрен әсәләре видеоға төшөрөп интернетҡа ла һала.
Шундай уңған, эҙләнеүсән ҡыҙ булып үҫеп килә Асия. Әсәһе әлеге мәлдә ротанг менән кәрзин үреү эшенә тотонған. Ул бушамағанда ҡыҙ Динар ҡустыһын ҡараша. Һүрәт төшөрөргә лә ярата. Киләсәктә башҡорт милли ризыҡтарын алдағы быуындарға бар тулылығында тапшыра алған, уларҙы социаль селтәрҙә бешерергә өйрәткән һоҡланғыс гүзәл зат булып үҫер әле!
Асиянан тәмле күмәс (булочка) рецебы. 0,7 литр йылы һөткә 1 литр һыу өҫтәгәс, 1 стакан шәкәр, 1 стакан көнбағыш майы, тоҙ, сүпрә һалып бутарға. Он өҫтәп, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Ҡабарғас, йәйеп, көнбағыш майы менән шәкәр һалып уратырға. Ҡырҡып, формаға һалырға, йәнә әҙерәк ҡабарғанын көтөргә. 180 градуста өҫтө ҡыҙарғансы бешерергә.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
“Йәншишмә” гәзитенән.
(Фотолар ғаилә архивынан).