Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
29 Июль , 11:45

Бөрйәндән ике әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланды

Башҡортостанда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Улар араһында Бөрйән районынан да ике күп балалы әсә бар.

Бөрйәндән ике әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланды
Бөрйәндән ике әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланды

Башҡортостанда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Улар араһында Бөрйән районынан да ике күп балалы әсә бар.Улар- Ҡаһарманова Дилә Фәрғәт ҡыҙы һәм Хәкимова Рима Рәил ҡыҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Шишмә, Шаран райондарынан һәм Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан әсәләр бар.

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Республика ҡануниәтенә ярашлы, был награда, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-25/medalyu-materinskaya-slava-nagrazhdeny-50-mnogodetnyh-materey-bashkirii-3861931

Автор:
Читайте нас: