Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
12 Июль , 12:10

“Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булдылар

8 июлдә - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Ишбулатовтар ғаиләһе “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

“Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булдылар
“Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булдылар

Ғ. МАНАПОВ, Бөрйән районы хакимиәте башлығы:

-Татыу ғаилә – ил күрке. Байназар ауылында йәшәүсе Сәлиә Вәлимөхәмәт ҡыҙы менән Фәтих Лотфулла улы Ишбулатовтар ғаиләһе - районыбыҙҙа ихтирамға лайыҡ татыу, матур ғаиләләрҙең береһе. -8 июлдә - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Ишбулатовтар ғаиләһе “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
45 йыл бергә татыу ғүмер иткән бәхетле ғаилә 2 ул һәм 1 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Ишбулатовтар ғаиләһе бөгөн дә матур итеп донъя көтәләр, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар, намыҫлы хеҙмәт итәләр. Киләсәктә лә уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ырыҫ һәм бәхет теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас: