Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
8 Июль , 08:00

Бәхет серен белә улар

Байназар ауылында йәшәүсе Фәтих һәм Сәлиә Ишбулатовтар үҙҙәренең татыулығы, берҙәмлеге, хеҙмәт һөйөүсәнлеге, ғөмүмән, башҡорт ғаиләһенә генә хас ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙары менән күптәргә үрнәк.

Бәхет серен белә улар
Бәхет серен белә улар

Фәтих Лотфулла улы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, “Сельхозтехника” берекмәһендә хеҙмәт юлын башлай. Әрме сафтарына алынып, тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, шул уҡ урында эшләүен дауам итә. 1975 йылда эш урынынан йүнәлтмә буйынса Башҡортостан ауыл хужалығы институтының “Механизация” факультетына уҡырға инә. Тормош юлын ҡулға-ҡул тотоноп үтәсәк ғүмерлек юлдашын осратыуы тап ошо студент йылдарына тура килә. Әйткәндәй, танышыуҙарына Фәтих ағайҙың өҙҙөрөп баянда уйнауы булышлыҡ итә. Ул институттың баянсылар ансамблендә уйнай, аҙаҡ ансамблдең етәксеһе була.
Сәлиә Вәлимөхәмәт ҡыҙы Учалы районының Ураз ауылында 7 балалы ғаиләлә тыуып-үҫә. Бәләкәй сағынан китап уҡырға яратҡан ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Өфө китапхана техникумына уҡырға инә.
1978 йылда Өфө ҡалаһында уҡыусы Учалы студенттары осрашыу үткәрә. Бәхеткә күрә, Фәтих ағайҙың ятаҡта бергә йәшәүсе ике бүлмәләше лә Учалы яғыныҡы була.
“Бүлмәләш егеттәр осрашыуға тип сығып киттеләр, мин яңғыҙ ҡалдым. Күп тә тормай, былар кире ҡайтып инде. Күңелһеҙ, бейетеүсе юҡ, баяныңды ал да киттек, тип өҙмәй ҙә ҡуймай, мине алып сығып киттеләр. Бына шул осрашыуҙа таныштым инде Сәлиә апайығыҙ менән”, - тип хәтирәләргә бирелде ул.
Бер күреүҙән бер-береһен оҡшатҡан егет менән ҡыҙ осраша башлай. 1979 йылда - Сәлиә апай техникумды тамамлаған йылы Бөрйәнгә килен булып төшә.
Фәтих Лотфулла улы институтты тамамлағас, райондың “Сельхозтехника” берекмәһенә инженер-технолог булып эшкә ҡайта. Төрлө йылдарҙа “Ҡыҙыл таң” колхозында, РТП-ла баш инженер, һуңғыһында директор, “Маяҡ” колхозында рәйес булып эшләй. Райондағы “Стронег”, “Агроснаб”, “Агропромэнерго” ойошмаларында директор вазифаларын башҡара. “Башҡортостан юлдаш телекоммуникациялары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә инженер булып эшләгән ваҡытында ойошма етәкселеге шәхси эшҡыуар булып теркәлергә тәҡдим итә һәм ул хеҙмәт килешеүе буйынса районда ошо ойошманың элемтә системаларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау менән шөғөлләнә. Уның тырыш хеҙмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталар менән баһаланған. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда.
Сәлиә Вәлимөхәмәт ҡыҙы Ҡурғашлы, Яңы Монасип клубтарында, оҙаҡ йылдар Байназар мәҙәниәт йортонда өлкән китапханасы булып эшләй. Үҙ эшен яратып, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара ул. Ауылда үткән барлыҡ сараларҙың да уртаһында ҡайнап йәшәй, төрлө түңәрәктәр алып бара. Хеҙмәте өсөн район мәҙәниәт бүлегенең, район хакимиәтенең, Ҡоролтайҙың һәм Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының һәм Профсоюзының маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған.
Байназар ауыл биләмәһе башлығы Н. Әминев: “Фәтих һәм Сәлиә Ишбулатовтар - ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе. Фәтих ағай баянсы булараҡ, төрлө сараларҙы биҙәһә, Сәлиә апай беҙҙең иң әүҙем ойоштороусыбыҙ. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡанда барлыҡ сараларҙы ла башлап йөрөүсе ул булды, аш-һыуға оҫта. Һәр осраҡта ла ярҙамға килергә әҙер кеше, төплө кәңәштәрен дә бирә”, – тип маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе.
Матур ғаилә Фәнил, Рәмил исемле ике ул, Ирина исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Яҡшы ғаилә мөхитендә үҫкән балаларҙың өсөһө лә матур ғаилә ҡорған. Әлеге көндә 5 балаға олатай һәм өләсәй Ишбулатовтар. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән районда үткән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Донъялары ла бына тигән, ялт итеп тора. Ауыл ғаиләләренә хас булғанса, мал көтәләр, күпләп ҡош-ҡорт үрсетәләр, умарта ла тоталар. Уларҙың бер-береһен аңлап, татыу ғүмер итеүҙәренә быйыл 45 йыл.
“Татыу, оҙон-оҙаҡ бергә йәшәүҙең сере ябай – бер-берең менән һөйләшеп, аңлаша белеү. Тормоштоң төрлө сағы була, шул ваҡыттарҙа бер-береңә терәк-таяныс булыу мөһим. Районыбыҙҙа матур, ишле ғаиләләр күп булһын, донъялар имен торһон”, – ти Ишбулатовтар.
Бына шундай ихтирамға лайыҡ, үрнәк булырҙай матур ғаилә йәшәй Байназарҙа.

Бәхет серен белә улар
Бәхет серен белә улар
Бәхет серен белә улар
Автор:Айгүзәл Уразаева.
Читайте нас: