Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
6 Июль , 08:00

Балалары – бәхеттәре

Фәйзуллиндар ғаиләһе лә, башҡа ғаиләләр ише, үҙ ғәҙәттәрен, мөхиттәрен булдырып, бер дәүләт булып йәшәй – алты бала тәрбиәләп үҫтергән Әмир ағай менән Нәфисә апай Кейекбай ауылында ғүмер итә. Уларҙың бергә йәшәүҙәренә тиҙҙән 35 йыл тула.

Балалары – бәхеттәре
Балалары – бәхеттәре

Нәфисә апай Ырғыҙлы мәктәбенең 8-се класын тамамлағандан һуң Өфөлә тегенселәр училищеһында уҡый. Бер йыл эшләгәндән һуң әсәһен ҡарарға Ҡотанға ҡайта.
-Әсәйем Рәхимәнең ғүмере ҡыҫҡа булды - 59 йәшендә генә вафат булды. Миңә ул ваҡытта 23 йәш ине. Алты айлыҡ сағымда атайһыҙ ҡалғанмын. Олатайым Аҫылбаев Ғәриф 1942 йылда һәләк булғас, атайым 17 йәшендә генә һуғышҡа киткән.
Комсомол юлламаһы менән Ырымбур яҡтарына сығып киттем, һыйыр һауҙым. Тыуған яҡтар тарта бит барыбер - ҡайттым. Әмир менән танышып, 1989 йылда өйләнештек. Совхоз өй бирҙе. Заманалар ҡатмарлашып киткәс, әле ғүмер иткән өйөбөҙҙө ун йылдай төҙөп, 2001 йылда ғына күсендек. Быйыл ауылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтәсәк. Тик ағас алып булмай, эргә-тирәне яңыртыр инек, - ти Нәфисә апай.
Ул колхозда һыйыр һауа, мәктәптә аш бешереүсе, иҙән йыуыусы, һуңғы йылдарҙа социаль хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте «Хеҙмәт ветераны« миҙалы менән баһаланған.
Бәләкәйҙән трактор соҡоп, техникаға ҡыҙығып үҫкән Әмир ағай колхозда тракторсы булып эшләгән, механизаторҙар династияһын дауам иткән. Әле лә техникаһын ташламай - йәмғиәт эштәрендә, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.
Фәйзуллиндар ғаиләһе башҡа ауыл кешеһе кеүек ишле мал көтөп, ҡош-ҡорт тәрбиәләп, баҡса үҫтереп йәшәй.
-30 умартабыҙ бар ине. Ауылда ҡорттар күпләп ҡырылды. Шул иҫәптән беҙҙе лә был бәлә урап үтмәне – умарталар һаны 14-кә ҡалды. Ҡыштан унауһы ғына имен сыҡты. Әмир менән икәү ҡарайбыҙ, кәрәк-ярағын, дадандарҙы үҙе эшләй, - ти хужабикә, умарталыҡтары менән таныштырып.
Нәфисә апай ҡорамалар эшләй башлаған. «Ҡыҙға балаҫ бирһәң, урыны түрҙә булыр, аҙаҡ - ишек төбөндә», тиҙәр. Әсәйемдең балаҫтарын ҡәҙерләп тотайым, тием хәҙер. Тегенеүгә Гөлкәй ҡыҙым да оҫта. Балаларыма шөкөр, ҡайтып ярҙам итеп, бесәнен, утынын эшләп, ярҙамлашып китәләр. Бәләкәйҙән бесән саптылар. Уҡыуҙары менән ҡыуандырып торҙолар. Йәш саҡта ҡәйнәм, туғандар ярҙамдарынан ҡалдырманылар. Минең күңел йомшаҡ булған байы, атайҙары талапсан булды. Бер олоно, бер кесене тыңла, тигәндәй. Хәҙер балалар үҫте, үҙҙәренең кәңәш бирерҙәй саҡтары”, ти бынамын тигән ул-ҡыҙҙар үҫтереп, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған Нәфисә Шәриф ҡыҙы.
Мәшәҡәтле лә, шатлыҡлы ла мәлдәр бүләк иткән балалары менән бәхетле ата-әсә. Ҡыҙҙары Зөлфиә менән Рәзилә Өфөлә йәшәй. Тәнзилә район үҙәгендә Һаҡлыҡ банкында эшләй. Улдары Ғәйнислам менән Алмаз шулай уҡ Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа лифттар, видеокүҙәтеүҙәр ҡуйыу менән шөғөлләнә. Кинйәбикәләре Гөлкәй медицина колледжы студенты. Бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан олатай-өләсәй булып, һәр береһенә ярҙам итеп йәшәй улар.
-Килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы бергәләшеп үткәрҙек, дауаханала ятҡан саҡтарҙа иптәшем икмәген дә бешерҙе, өйҙө йыуып, донъяны яҡшы ҡараны. Бер-береңде аңлау, ҡәҙерләү, иң мөһиме, сабырлыҡ, һаулыҡ кәрәк, - ти ғаилә именлеге, татыулығы хаҡында мәҡәләм геройы.

Автор:Әлфинә Юлсурина
Читайте нас: