Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.) килеп берәү:
-Яҡшылыҡты мин иң элек кемгә ҡарата эшләргә тейешмен? - тигән.
-Әсәйеңә, - тигән пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм.
-Әсәйемдән һуң тағы ла кемгә? - ти кеше.
-Әсәйеңә, - тигән пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үә сәләм.
-Ә әсәйемдән һуң башҡа тағы ла кемгә? - тип һораған кеше.
-Әсәйеңә, - тип яуаплаған пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм.
-Әсәйемдән һуң тағы ла кемгә, - тип төпсөнөүөн дауам иткән кеше.
-Атайыңа, - тип һүҙен йомғаҡлаған пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм.
Ғүмере буйы “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында эшләп, өйҙәр һалып, бал ҡорттары көтөп, үҙ көсө менән тапҡан аҡсаһына беҙҙең һәр кемебеҙҙе тигеҙ ҡарап, уҡытып, кеше итеп, оло тормошҡа сығарыусы атайым Байғазин Ғәйнулла Миңлеәхмәт улы тураһында гәзиткә яҙырмын тигән хыялым, ҡыҙғанысҡа күрә, тормошҡа ашмай ҡалды. Күңел түрендә йөрөткән рәхмәт һүҙҙәре шул килеш кенә йөрәк төбөндә ятты ла ятты...
Әле инде әсәйем Ғәзимә Рафаэль ҡыҙының юбилей байрамына әҙерләнгән мәлдә төпкә төрөп һалынған ошо хистәр кире ҡалҡып сыҡты...
Ғәлиәкбәрҙән икенсе ауылға йөрөп эшләгән атайым 18 йәшлек кенә әсәйемде кәләш итеп ала ла ҡайта. Тәүҙә ҡурсаулыҡ өйөндә, унан инде ҙурҙан өй һалып инеп, һыҙырып донъя көтә башлайҙар. 19 йәшендә генә мин, иң өлкән ҡыҙҙары, тыуғас, донъялары тағы ла түңәрәкләнә. Ҡурсаулыҡта эшләү менән бер рәттән күпләп бал ҡорттары көтөү менән дә шөғөлләнде. Әсәйем дә ихлас ҡарашты. Өйҙө лә, бәләкәс өйҙө, һарайҙы, мунсаны, ҡорт өйөн, мал өйөн дә үҙ ҡулдары менән төҙөнө улар. Ауылдағыса, ең һыҙғанып донъя көттөләр, эшләнеләр һәм эшләттеләр.
Артымса тыуған һеңлем менән эштәрҙе бүлешеп ала ла, һыҙырып һала инек. Өлкән бала булараҡ, миңә тыштағы ауырыраҡ эштәр эләкте. Бесән мәлендә үҙебеҙҙекенән тыш, өләсәйҙәрҙең, ағайҙарҙың, хатта күршеләрҙең һыйырҙарын һауыу «бәхете лә» эләкте. Һарай таҙалау, утын ярып-өйөү, бал ҡорттарын ҡарау, һарыҡ ҡырҡыу, өй йыуыу, өй баштарын ҡарҙан таҙартыу - иң яратҡан эштәр ине. Шул арала ҡустыларҙы ҡарарға ла, китапхананан китаптар алып ҡайтып уҡырға ла, күршеләр менән уйынға сығырға ла өлгөрҙөк. 11-сене бөткәс, бер-бер артлы уҡырға инеп, артабан кейәүгә сығып, тыуған йорттан сығып та киттек...
Мин быларҙы нимәгә яҙам?
Иң бәхетле саҡ - беҙҙең бала саҡ булған.
Эшләп тә, уйнап та, уҡып та өлгөргәнбеҙ. Атайым менән әсәйем беҙҙе ошо тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп эшкә өйрәтеп, тәрбиәләгәндәр. Туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Хәҙерге бәхетле тормошобоҙ өсөн уларға мәңге рәхмәтлебеҙ! Аллаһ Тәғәләмә тап ошондай атай-әсәйҙең балалары булғаныбыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ! Атайыбыҙ ғына ошо бәхетле тормошта оҙаҡ йәшәй алманы... 28 йәшендә генә бер бөйөрһөҙ ҡалып, шул хәлендә лә: “Мин инвалид түгел!” - тип, тейеш аҡсаһын да алмай, һау кешеләр кеүек эшләне. 10 йыл йәшәр, тип ҡайтарһалар ҙа, төрлө үләндәр эсеп, үҙен ҡарап, 30 йыл йәшәне. Сөнки ул тәбиғәтте яратты, үләндәр буйынса белгес тә ине. Үҙе киткәндә лә туҡтауһыҙ ямғыр яуҙы. Тәбиғәт илай, сөнки ул тәбиғәт балаһы ине, тине күптәр...
Әлеге ваҡытта әсәйем яңғыҙы донъя көтә. Хәҙер инде хаҡлы ялда. Хөкүмәт эшендә эшләмәһә лә, ул атайымдың уң ҡулы булып йәшәне.
60 йәшкә лә етте, ӘлхәмдүлиЛләһ! Бәхетле ҡартлыҡ һиңә, әсәйебеҙ! Һынауын да, ауырлығын да етерлек күрҙең... Атайыбыҙҙы, унан һуң инде ҡустыбыҙҙы юғалтыу еңел булманы, әлбиттә.
Алдағы тормошоңдо Аллаһ Тәғәлә бәхетле, бәрәкәтле, ҡыуаныстарға мул итһен! Иман-тәүфиҡтән айырмаһын! Балаларыңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде ҡыуандырып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшә лә йәшә әле!
Саимә Ғүмәрова.