Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
26 Июнь , 15:15

Рәсәйҙә айырылышыу өсөн пошлинаны һигеҙ тапҡырға арттырыуҙары ихтимал

Рәсәйҙә никахты тарҡатыу өсөн пошлинаны һигеҙ тапҡырға тиерлек, 5 мең һумға тиклем арттырыуҙары ихтимал. Бындай тәҡдим менән финанс министрлығы сығыш яһаны, тип хәбәр итте РБК 20 июндә Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән һалым тураһында закон проектына төҙәтмәләр тексына һылтанма менән.

Рәсәйҙә айырылышыу өсөн пошлинаны һигеҙ тапҡырға арттырыуҙары ихтимал
Рәсәйҙә айырылышыу өсөн пошлинаны һигеҙ тапҡырға арттырыуҙары ихтимал

Баҫма яҙыуынса, айырылышыу өсөн пошлинаны 650 һумдан 5 мең һумға тиклем күтәрергә тәҡдим ителә. Үҙгәрештәр 18 йәшкә тиклемге уртаҡ балалары булмаған ир менән ҡатын үҙ теләге менән айырылышҡан йәки процесс суд тәртибендә барған осраҡтарға ҡағыла.

Яңылыҡтар 2025 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инер тип көтөлә.

Шулай уҡ исем алмаштырыуҙы рәсми теркәү, шул иҫәптән тейешле таныҡлыҡ алыу өсөн пошлинаның  1,6 мең һумдан 5 мең һумғаса артыуы ихтимал.

Аттестат, таныҡлыҡ йәки квалификация кимәлен раҫлаған башҡа документ, йә иһә юғалтҡан осраҡта уның дубликаты өсөн пошлина күләмен дә 1,3 мең һумдан 2 мең һумға тиклем күтәрергә тәҡдим ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-26/v-rossii-mogut-v-vosem-raz-uvelichit-poshlinu-za-razvod-3823244

Автор:
Читайте нас: