Өлкәндәрҙә тыйнаҡлыҡ булһа, миндә – ныҡышмаллыҡ. Көлөшә-көләшә фотоға төшәбеҙ. Төҫ-баштарына, сағыу биҙәкле кейемдәренә күҙ һалып: апайҙар үҙҙәрен ҡарап ҡына, ҡәҙерләп кенә тоталар әле ул, тип һоҡланып уйлап ҡуям.
Хәшиә апай беҙҙең ауыл ҡыҙы. Ауылға исемен яҙҙырған Килдеғолдың ҡустыһы Һағынбайҙың алты улының береһе Ғәбитулла. Ғәбитулланың бер улы Шөғәйеп. Шәжәрәләрен яҡшы беләм Һағынбайҙарҙың, күптән төҙөгәнмен. Шөғәйептең ғаилә шәжәрәһе лә бар. Тик Байназарҙа йәшәгән 1936 йылғы Абдулла ағай Һағынбаев Хәшиә апайының хәлен белергә һуңғы килгәнендә үҙҙәренең ғаилә туғандары хаҡында әйтеп яҙҙырғанын үҙгәртмәй генә бирәм. Яҡындары өсөн оло ҡыуаныс менән ғорурланып һөйләне бит ул быларҙы:
“Беҙҙең атай Һағынбаев Шөғәйеп. Әсәһе Ҡадиса, атаһы Ғәбитулла. Ауылдағы Ғәбитов фамилияһы шунан таралған. Ауылдағы ҙур урам Мөхтәр Ғәбитов исемен йөрөтә. Ул да беҙҙең ағай, һуғышта булған яугир, диңгеҙсе, II ранга капитаны ине.
Атай 1885 йылғы, 1940 йылда, мин бала ғына саҡта үлеп китә. Ике мәртәбә өйләнә атай, ике ҡатынынан беҙ ун ике бала ҡалғанбыҙ. Үҙе бер ырыуҙай хәҙер беҙҙең зат. Тәүге ҡатыны Сәлиха исемле. Балалары: Бәҙрисафа(Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында торҙо), Можаһитдин ғаиләһе менән Белоретта, Ғылмитдин ағайыбыҙ Ҡырҙаста, Бибисафа Ҡаҙмашта йәшәне. Ғилмисафа апайыбыҙ йәшләй үлгән, Ғәшүрә апайҙар Яңы Собханғолда йәшәне, Ғәйнетдин ағай һуғышта ятып ҡала. Атайҙың икенсе ҡатыны— беҙҙең әсәй Гөлфариза Ғәйзулла ҡыҙы. 1967 йылда, 95 йәшендә үлеп ҡалды. Балалары: Нуретдин, Хәшиә, Ғилмисафа, Ғәлимә, унан мин. Атайҙың 12 балаһының иң кесеһе булам.”
Абдулла ағай үҙе лә юҡ инде хәҙер. Туғандарынан Хәшиә апай ғына бөгөн имен-һау, бирешмәй йәшәп ята. Тик быйыл һаулығы китеңкерәп тора. Шулай булмай, ауылдағы иң өлкән йәштәге кеше ул, 96 йәше менән бара. Ҙур тормош юлы үткән, күпте күргән, күпте кисергән үҙенең оҙайлы ғүмере юлында.
“Кем булып, ҡайҙарҙа эшләнең?”—тип һорағайным бер мәл уның хеҙмәт юлы менән ҡыҙыҡһынып. Шул ваҡыт:“Ҡайҙарҙа ғына эшләмәнең?”—тип һора, исмаһам, тигәйне апай. Артелдең дә, колхоздың да бер эшенән ҡалмай: ағас ҡырҡа, һал ағыҙа, сайыр һыҙа, юлда ла эшләй. Мал ҡарай, бесән саба. Һуғыш йылдарындағы ыҙаларҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты, көс етмәҫлек ауыр эштәрҙе ауылдаштары менән бергә үҙ иңендә күтәрә. Бөгөн ул тыл ветераны, миҙалдар менән наградланған.
Ауылдашы Вәлиев Хәмит менән матур тормош ҡороп, биш балаға ғүмер бирәләр. Балалары: Йәмил, Рәмил, Гүзәл, Рәсүл, Расих. Хәмит ағай ҙа ҡайҙа ҡушһалар шунда эшләй: ауылдағы, райондағы күп төҙөлөштәрҙә уларҙың бригадаһының хеҙмәте һалынған. Беҙ малай саҡта лесник ине Хәмит ағай, беҙҙе ҡупайта-ҡупайта ағас ултыртырға, йәйге эҫелә үҫентеләрҙе үләндән таҙартырға алып йөрөр ине. Һуңғы йылдарҙа фермала эшләне, Шәрипов Зөбәйер ағай менән башмаҡ ҡарап районда алдынғы малсы булып танылдылар. Ағайҙың үлеп ҡалыуына ла күп йылдар уҙҙы. Шуныһы тағы ла үкенесле, Вәлиевтарҙың 4 улдары ла арабыҙҙа юҡ инде. Хәшиә апай Гүзәл ҡыҙы тәрбиәһендә бөгөн. Ауылдаштары, күршеләре оло кешенең әленән-әле хәлен белешеп торалар. Был юлы Маһира апай килгән ине.
Маһира апай Байназар ауылы ҡыҙы, Алтынбаевтар араһынан. Атаһы Мәхмүтдин Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Атайһыҙлыҡ Маһираға бәләкәйҙән ауырлыҡтарҙы күп татыта, бала сағы ҙур сынығыу мәктәбе булып үтә. Тормошҡа сыҡҡас та бирешмәй. Ире Мөхәмәтйәнов Шәкирйән алтмышынсы йылда Килдеғолға беренсе тракторҙы ҡыуып килә Алтынбаев Ғызитдин ҡайнағаһы менән. Шунан тороп ҡала улар Килдеғолда һәм өй һалып инеп донъя көтәләр. 8 бала ата-әсәһе улар. Балалары: Ғылминур, Зөлфәр, Гөлсирә, Зиннур, Ғәзим, Нәғим, Ғәзимә, Илдар.
Балаларыңды ҡарап өйҙә генә ултыр, тимәгәндәр ул заманда, декрет отпускаһы ла, әсәлек капиталы ла булмаған, бәпәйҙәрен йә күршеләренә ҡалдырып, йә ялан ситендәге ҡарағай ботағына эленгән сәңгелдәктә йоҡлатып колхоз эшенә йүгергән Маһира апай.
Шәкир ағай тракторҙан төшмәне тиерлек, техника күбәйеп, алмашҡа йәштәр килгәс бригада механигы булды. Ауылдаштары күңелендә Шәкир ағай хаҡында матур хәтирәләр һаҡлана, тик йылы һүҙҙәр генә ишетергә була уның тураһында. Вафатына ла күп йылдар хәҙер. Малайҙары Илдар менән Зиннур ҙа һис уйламағанда китеп барҙылар. Быйыл Маһира апайҙың 89-ы тулды. Ҡәҙер-хөрмәт күреп, балаларында ҡунаҡ ҡына булып йәшәрлеге бар инде: бер ҡараһаң ауылда, икенсе ҡараһаң Байназарҙағы Гөлсирә ҡыҙында.
Балалары өсөн ҡыуанышып, балаларын үҙҙәренең барлыҡтары менән һөйөндөрөп йәшәһендәр ҙә йәшәһендәр әле апай-инәйҙәребеҙ, ғәзиз әсәйҙәр.
Мөнир Фәйзуллин, Килдеғол ауылы. Автор фотолары.
Фотола: (һулдан уңға) Маһира Мөхәмәтйәнова менән Хәшиә Вәлиева.