- Рәйфә ҡыҙымдың ауылда булыуы атаһы өсөн дә, минең өсөн дә ҙур ҡыуаныс. Ярҙамы ныҡ тейә. Ул ауылда булмаһа, нишләр инек икән, тере ҡул булыр инек, моғайын...
Был Рәйфәнең әсәһе Ғәрифә еңгәй мәрхүмәнең һүҙҙәре. Олоғайған ата-әсәһенә лә (мәрхүмдәр инде, урындары ожмахта булһын) ныҡ ярҙамы тейҙе Рәйфәнең.
Бына әле ире Гәрәйҙең өлкән ағаһының улы (ата-әсәһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был донъяны үтә иртә ташлап киттеләр. Үҙе мобилизацияға эләкте) МХО-нан ялға ҡайтҡан. Гәрәй менән Рәйфә уның һаулығы, имен йөрөүе, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы өсөн ҡорбан салып, туғандарын йыйып алдылар.
Туған йәнле Рәйфә башҡа туғандары менән бергәләп, уны ялға ҡайтҡан саҡтарында ҡаршы алып, оҙатып ҡуя, ҡәйнешенән оҙағыраҡ хәбәр килмәй торһа ла борсола башлай:
- Йәнде усҡа тотоп йөрөйөм, ҡасан ғына сәләме килә инде, - ти ул. - Ут эсендә йөрөйҙәр бит, иҫән-һау ғына йөрөһөн инде...
Беҙҙең яратҡан Рәйфәбеҙ яңыраҡ пенсияға сыҡты. Ҡолғана ауыл мәҙәниәт йортон унһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай - 42 йыл тапаған клуб юлдарын. Сәхнәләштәрен, бергә эшләгән иптәштәрен һағынып бер булыр төҫлө Рәйфә. Ай-һай, ташлай алыр микән Рәйфә клубты?..
Уны хаҡлы ялға сығыуы менән ҡотлайым! Һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәрәкәтле ғүмер теләйем.
Ололар әйтмешләй, пенсияңды оҙон-оҙаҡ "ашарға" яҙһын.
Зәйтүнә Айытбаева, Ҡолғана ауылы.