Кейекбай ауылында йәшәүсе инвалид бала тәрбиәләүсе Салауат һәм Фәриҙә Хәлитовтар шундайҙарҙан. Улдары Русланға бәләкәй сағынан психик үҫешенең һәм аҡыл һәләтенең тотҡарланыуы тураһында диагноз ҡуялар. Һөйләшеп китеү, мәктәптә белем алыу ауыр бирелә уға. Салауат ағай үҙе лә 3-сө төркөм инвалиды, 2015 йылда инсульт кисергән. Хәлитовтарҙың оло ҡыҙҙары Яңы Собханғолда, икенсеһе Мораҙымда тормошта.
-Зарланып ултырырға ваҡыт юҡ, өйҙә мәшәҡәттәр етәһе. Руслан эшкә әрһеҙ ул. Малдарҙы ҡараша, ишек алдындағы эштәрҙе йүгереп йөрөп башҡара. Кешегә утын ярышырға ла йөрөй. Характеры һәйбәт, тыныс, ярҙамсыл, - ти улы хаҡында Фәриҙә апай. Ҙурыраҡ эштәрҙә Салауат ағайҙың ағаһының улдары ярҙамға килә. «Утынды ла, бесәнде лә әҙерләп килтерәләр, картуф ерен дә һөрөп бирәләр, өйгә һыу индеререү-сығарыуҙы ла эшләп бирҙеләр, рәхмәтлебеҙ уларға», тип ҡыуанысын белдерҙе хужабикә.
Фәриҙә апай “Марс” совхозы кәнсәһендә иҙән йыуыусы була, аҙаҡ почтала эшләп, инвалид бала тәрбиәләгәс, 50 йәшенән пенсияға сыҡҡан. Салауат ағай ҙа совхозда төрлө эштәрҙә эшләй.
Дәүләттән ярҙам күрәбеҙ, тип ҡыуана улар. Улдарына дарыу-фәлән әллә ни кәрәкмәй. Ә Салауат ағайға һаулығы өсөн дарыу препараттарын даими ҡулланырға тура килә. Фәриҙә апай бушлай дарыуҙар йүнләп ала, тормош иптәшен шифаханаларға ла йөрөтә.
Район дауаханаһы табиптарына ла рәхмәте ҙур уларҙың. Үҙемде лә үлемдән алып ҡалған саҡтары булды, ти Фәриҙә апай.
Ошондай асыҡ йөҙлө, ябай, изге, саф күңелле, рәхмәтле кешеләр тормошҡа икенсерәк ҡарарға өйрәтә лә инде. Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын уларҙы.