Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
6 Июнь , 16:00

Юлда үткән ғүмер

Юлдар, юлдар, инде нисә йылдарАйырыла алмайым һеҙҙән мин...Был йыр һүҙҙәре Яңы Мөсәт егете Әғләм Ишкининға ғына арналған кеүек. 42 йыл руль артында ул.

Юлда үткән ғүмер
Юлда үткән ғүмер

10-сы синыфты тамамлағас, Бәләбәйҙә киномеханикка уҡый, йәйләүҙә кино ҡуйып йөрөй. 1984 йылда ДОСААФ-та шоферлыҡҡа уҡый. Әстрахан өлкәһендә ике йыл шофер булып хеҙмәт итә. Ҡайтҡас урман хужалығында, леспромхозда эшләй. Тәүҙә машиналарҙы йүнәтеп алып, шуларҙа йөрөй. Аҙаҡ эшселәрҙе ташыу өсөн “ЗИЛ”, “Урал” машиналарына ултыра. Ул саҡтағы юлдар... Аллаһ һаҡлаһын ине. Ә ул бит күпме кешенең ғүмере өсөн яуаплы.
19 йыл буйы эшләй унда. Леспромхоз тарҡалғас, район хакимиәтенә шофер булып урынлашыуына ла 18 йыл булып киткән. Ҡармы, ямғырмы - йөрөргә кәрәк.
Әғләм бынамын тигән ғаилә башлығы ла. Бөтмөр, йүнсел. Ҡатыны Светлана менән гөрләтеп донъя көтәләр. Икеһенең дә эштәре тынғыһыҙ. Ҡатыны башланғыс кластар уҡытыусыһы. Донъяһын, бәләкәй балаларын үҙе ҡарап ҡалып, Светланаға юғары белем алырға ярҙам итте.
5 балаға ғүмер бирҙеләр. 4 балалары юғары белемле, кинйәбикә Ҡәҙриәләре медицина колледжында уҡый. Балалары үҙҙәре кеүек егәрле, сос, тәртипле. Таңсулпандары иптәше Салауат менән 4 бала тәрбиәләй. Гөлзидәләре иптәше Вәғиз менән 2 ҡыҙ үҫтерә. Нәркәстәренең дә хеҙмәт юлы башланып ҡына тора. Барыһы ла эшләй, гөрләтеп донъя көтә. Балалары, ейәндәре өсөн йән атып торған олатай-өләсәй ҙә улар. Әле уларҙың шатлыҡлы, мәшәҡәтле мәлдәре. Бер бөртөк улдары Ҡәҙимдең туйына әҙерләнә бәхетле ата менән әсә. Ҡотло булһын туйҙары, уртаҡ булһын уйҙары Ишкининдар ғаиләһенең. Ауыл, ил ҡото булған ошондай ғаиләләр күберәк булһын.
Г. Һырлыбаева.

Автор:
Читайте нас: