Бер ауылда тыуып-үҫеп, бер мәктәптә уҡып сыҡҡан Әлиә менән Заһир сәстәрен-сәскә бәйләп, бер-береһенә терәк булып ике тиҫтә йыл гөрләтеп донъя көтәләр - 8 балаға ғүмер биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу менән мәшғүлдәр. Уларҙың киң, яҡты өйҙәрендә туғандарына ла, күрше-күләнгә лә, таныш-белешкә лә урын етә, һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар.
Өй хужаһы Заһир балта оҫтаһы, ағас эшенә маһир. Тәҙрә-ишек яҡтауҙары, биҙәкләп тәҙрә ҡапҡастары эшләй.
Әлиә иһә өлгөлө әсәй, уңған хужабикә – йыуып-йышып, төрләндереп ашарға бешереп, өй йыйыштырыу - уның иңендә.
8 баланың икәүһе студент. Өлкән улдары Зинфир Өфө ҡалаһында электрик һөнәренә уҡый. Себер яҡтарында практика үтеп, әле һуңғы курста белем ала. Наргөл ҡыҙҙары Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында 1-се курста белем ала. Киләсәктә иҡтисадсы булырға йыйына.
Нурислам, Гөлнур, Илмир Тимер мәктәбендә белем ала. Һәләтле, тырыш, сос балалар өйҙә лә ҙур ярҙамсылар. Бәләкәстәре – 5 йәшлек Алмирҙы, 3 йәшлек Гөлсибәрҙе, 1 йәшлек Аязды ҡарашалар, өй тирәһендә булышып та өлгөрәләр.
Ишле ғаиләнең ҡуралары ла буш түгел - 4 баш һыйыр, 1 ат, бер нисә баш һарыҡ, ҡош-ҡорт көтәләр. Ҡот-шатлыҡ өҫтәп, быйыл һыйырҙары игеҙәк быҙаулаған. Һөт, май-ҡаймағы үҙҙәренеке булғас, баҡсала йәшелсә-емеш үҫкәс – балалар ҙа сәләмәт.
Байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе бөтә ғаилә менән бергә йыйылып билдәләргә ғәҙәтләнгәндәр. Тыуған йорттарының ныҡлы, ата-әсәйҙәренең татыу булыуы балаларҙы һөйөү менән, изгелекле, ихтирамлы итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
А. Мөхәмәтйәнова.