Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
5 Июнь , 17:00

Алтын туй – ғүмер бүләге

Матур ғаилә байрамдары айҡанлы ярты быуат бергә ғүмер итеүселәр өсөн район мәҙәниәт һарайында “Матур ғаилә - ил ҡото” исемле тантаналы сара үтте.

Алтын туй – ғүмер бүләге
Алтын туй – ғүмер бүләге

Иҫке Собханғолдан Әхәт һәм Гөлшат Бикбулатовтар, Йосоп һәм Флүрә Вәлиуллиндар, Салауат һәм Светлана Ғиләжевтар, Рафаэль һәм Флүрә Тереғоловтар, Зәбир һәм Нурия Уразаевтар, Нәҙир һәм Ғәлиә Хисаметдиновтар, Байназарҙан Рәис һәм Гәүһәр Айытҡоловтар, Әнүәр һәм Сәлимә Исламғоловтар, Фәрит һәм Ғилминур Ишбулатовтар, Мораҙымдан Әхмәҙей һәм Сәмәрә Моратшиндар, Яңы Монасиптан Айса һәм Сәүҙә Ҡыуандыҡовтар, Ҡотандан Рәфҡәт һәм Рафиға Ырыҫбаевтар, Яңы Усмандан Ғәле һәм Вәзимә Мәжитовтар, Әтектән Йәғәфәр һәм Зәмилә Иҫәнгилдиндар иңгә-иң терәшеп бәхетле ғүмер кисергән өлгөлө, хөрмәтле ғаиләләр.
60 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе Әнүәр һәм Шәмсикамал Көмөшбаевтар ғаиләһе лә бар. Гәүһәр туйҙарын билдәләүсе юбилярҙар билдәле сәбәптәр арҡаһында байрам сараһында ҡатнаша алманылар.
Күркәм ғүмер байрамдарын билдәләгән ғаиләләргә Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты һәм бүләктәр тапшырылды.
Алтын туйҙарын ҡаршылаған парҙарҙы тәбрикләргә район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғ. Хәлитов, ЗАГС бүлеге мөдире Г. Дауытова, мәғариф бүлеге еткәсеһе И. Сәйфитдинов, Иҫке Собханғол, Әтек, Иҫке Монасип ауыл хакимиәттәре башлыҡтары Р. Шахниязов, М. Исламов, И. Муллағоловтар, Бөрйән башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе, Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе А. Шәрипов, ветерандар советы рәйесе О. Ғәлиев, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Р. Салауатова, юбилярҙар хеҙмәт юлы үткән ойошмаларҙың етәкселәре, туғандары, балалары килде. Улар йәштәргә үрнәк булған, район үҫеше хаҡына оло хеҙмәт юлы үткән матур парҙарҙы ҙурлап, йылы һүҙҙәр, изге теләктәр еткерҙе, ҡотлап бүләктәр бирҙе.
Байрам сараһында күп балалы ике әсәгә – Наилә Ишбулатоваға һәм Таңһылыу Мәзитоваға “Әсәлек даны” миҙалдары тапшырылды.
Ә.Юлсурина.

Автор:
Читайте нас: