Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
31 Май , 16:45

2025 йылда декрет аҡсаһының максималь күләме 794 мең һум тәшкил итеүе көтөлә

2025 йылға Рәсәйҙә декрет аҡсаһының максималь күләме тағы бер тапҡыр артыуы көтөлә. Был хаҡта хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Костяков ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында белдерҙе.

2025 йылда декрет аҡсаһының максималь күләме 794 мең һум тәшкил итеүе көтөлә
2025 йылда декрет аҡсаһының максималь күләме 794 мең һум тәшкил итеүе көтөлә

2025 йылға эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие 140 көн өсөн 565 меңдән 794 мең һумға тиклем арттырыу планлаштырыла. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие 49 мең һумдан 69 мең һумғаса еткерелә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие 28,3 мең һум тәшкил иткән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-31/v-2025-godu-maksimalnyy-razmer-dekretnyh-vyplat-sostavit-794-tys-rubley-3793466

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: