Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
16 Май , 15:55

Бер алманың ике яртыһылай

Кисә Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан Нәби ауылында йәшәүсе, 50 йыл бергә ғүмер итеп, 5 бала тәрбиәләп үҫтергән Рәис һәм Флүрә Һатыбаловтарға район Ветерандар советының ҡотлау хаты тапшырылған.

Бер алманың ике яртыһылай
Бер алманың ике яртыһылай

-Был матур ғаилә күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй. Балаларының бишеһенә лә юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Хәҙер улар үҙаллы тормош юлына баҫҡан инде.

Ярты быуат бер алманың ике яртыһы кеүек татыу, матур йәшәүсе парға ныҡлы сәләмәтлек, артабан да бергә-бергә матур итеп оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ, - ти ауыл ветерандар советы рәйесе Хәмдиә Һатыбалова.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: