Ғәилә
15 Май 2024, 05:15

4 улдары - 4 терәктәре

Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Алмаз  һәм Әлмира Йәмиловтар матур көнитмештәре һәм эштәре менән хөрмәт ҡаҙанған ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың ҙур, иркен йортонда татыулыҡ, тыныслыҡ, бер-береһенә ихтирамлыҡ, һөйөү хөкөм итә.

4 улдары - 4 терәктәре4 улдары - 4 терәктәре
4 улдары - 4 терәктәре

Береһе Иҫке Собханғолда, икенсеһе Ағиҙел ҡасабаһында тыуып-үҫкән егет менән ҡыҙ бала саҡтарынан бер-береһен белеп үҫә, бер мәктәптә белем алалар. Уҡыуҙы тамамлағас, Алмаз БДУ-ның Сибай институтына уҡырға инә, 2-се курстан һуң әрме сафтарына юллана.

Әлмира Магнитогорск дәүләт университетында белем ала. Уҡыуын уңышлы тамамлап ҡайтҡас,  “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. 

Йәш пар 2009 йылда ғаилә ҡороп ебәрә.

Донъяларын йәмләп, бер-бер артлы 2 улдары донъяға килә. Ул арала йәш ғаилә Магнитогорск ҡалаһында йәшәп, эшләп килергә өлгөрә. Әлеге ваҡытта Алмаз Әхәт улы себер яҡтарында “Нефтепромхим” ойошмаһында күтәргес-машинист булып эшләй, Алмира Марат ҡыҙы 2017 йылдан алып Ҡайынтүш башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһында етәксе вазифаһын башҡара.

Матур ғаиләлә хәҙер инде 4 малай тәрбиәләнә – Айваз - 7-се, Асман – 6-сы, Рамзан 2-се синыфта уҡый, кескәйҙәре Ролан балалар баҡсаһына йөрөй. Үҙҙәре ныҡлы тәртипкә, эшкә өйрәнеп үҫкән ата-әсә улдарын да шулай тәрбиәләй. Өлкәндәре ата-әсәнең уң ҡулы, өйҙәге бар эш тә – өйҙө, йорт тирәһен таҙа тотоу,  атай өйҙә булмағанда, әсәй эштән бушамағанда ашарға бешереп ҡуйыу, ҡустыларын ҡарау улар иңендә. Малайҙар барыһы ла ҡоймаҡ ҡойорға ярата. Яҡшы уҡыуҙан тыш төрлө олимпиада-конкурстарҙа ҡатнашалар, икеһе лә сәнғәт мәктәбенең ҡурай класында белем алалар. Рамзан да ағайҙарынан ҡалышмай, һәр ваҡыт уларға ярҙам итергә тырыша, фортепьяно класында уҡый. 

-Ялға ҡайтҡан арала тормош иптәшем бөтә эште тиерлек үҙе башҡара, тәмле итеп ашарға ла бешереп ҡуя, ғөмүмән, белмәгән эше юҡ. Малайҙар ҙа, аталарынан күрмәксе, эште айырмай эшләйҙәр. Беҙҙең ғаиләлә иң мөһиме - тәртип, ололарға, ҡатын-ҡыҙҙарға ихтирамлы булырға өйрәтәбеҙ. Сетерекле хәл килеп сыҡһа, ултырып һөйләшеп, аңлашабыҙ.

Ҡунаҡтар килһә, улдарым  өҫтәл әҙерләшәләр ҙә бүлмәләренә инеп китәләр, өҫтәл янына килеп ҡамасаулап йөрөү юҡ. Килгән кешене ҡапҡа тышына сығып ҡаршы алыу, оҙатып ҡалыу ғәҙәттәренә ингән. Өсөһө лә яҡшы уҡыйҙар, тырыштар. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, урындар алып ҡыуандыралар. Кесе улыбыҙ ҙа ағайҙарынан өлгө алыр тип ышанабыҙ. Уларҙы кешелекле, кеселекле итеп үҫтерә алыуыбыҙға шатмын, - ти улдары өсөн ғорурлығы йөҙөнә сыҡҡан әсә. – Балаларҙы тәрбиәләүҙә олатай-өләсәйҙәре ҙур ярҙам күрһәтә. Минең үҙемдә лә өләсәй тәрбиәһе бар. Өләсәйең Бәҙрикамал Яубаҫароваға оҡшап, саяһың, тиҙәр. Мәктәптән һуң балалар ҡәйнәмә баралар, ул ашатып-эсереп, өҫтәмә дәрестәренә ебәрә. Һау ғына булһындар.

Яҡшы өлгәшкәндәре өсөн улдарын былтыр Мәскәү ҡалаһына сәйәхәткә алып барып ҡайтһалар, быйылғы йылға ла ата-әсәнең бүләге әҙер. Бөтмөр, тырыш ғаилә улдарының киләсәктәрен дә  хәстәрләп ҡуйған - Өфө ҡалаһынан фатир һатып алғандар.

Алмаз Әхәт улын оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә коллективы үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тырыш, алмаштырғыһыҙ эшсе итеп белә. Әлмира Марат ҡыҙы йәш кенә килеш етәксе вазифаһына тәғәйенләнеп, тәртип яратҡан, ғәҙел, кешенең хәленә инә белгән, коллегалары хөрмәт иткән аҡыллы етәксе булып танылған. Эш менән ғаилә араһында ҡайнаған арала “Фатима” халыҡ бейеүе ансамбленә йөрөп тә өлгөрә ул. Ансамблдең ҡыҙҙары менән бейеүҙәр өйрәнеп, районда үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнашалар, бергә ял итергә лә форсат табалар.

Йәмиловтар өсөн ғаилә иң беренсе сиратта  – шатлыҡтары ла, борсолоуҙары ла, уңыштары ла уртаҡ. Күмәгенең тырышлығы менән донъялары ялт итеп тора, баҡсаларында йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫә. Йыл һайын ғаиләләре менән генә Ағиҙел йылғаһы буйлап ағып төшәләр. 3 көнгә һуҙылған сәйәхәттә малайҙар аталары менән балыҡ ҡармаҡлай, палатка ҡороп, усаҡ яғып, ашарға бешереп, әсәләренә матур ял ойошторалар.

Ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән, уның эргә-тирәһендәгеләр ҙә, ғаиләһе лә бәхетле була, тиҙәр. Әлмираға ла эргә-тирәһендәгеләргә нур сәсеп йәшәү бәхете тәтегән. Ата-әсәһенең үҙ-ара матур мөнәсәбәтен күреп үҫкән малайҙар киләсәктә уларҙы шатландырып, матур ғаиләләр ҡорор, илебеҙҙең ҡеүәһен арттырыр.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас