Яҙмыштары ябай түгел уларҙың. Гөрләтеп йәшәр саҡтарында икеһе лә өсәр бала менән яңғыҙ ҡалып, йәшләй генә донъяның әсеһен-сөсөһөн татып, аҙаҡ бер-береһен табышып, ҡауышҡан пар улар.
Миңһылыу апай Байғаҙы ауылы ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағас, кадрҙар етмәү сәбәпле, туған мәктәбенә уҡытыусы итеп алалар. Күңеле менән йыр-моңға ынтылған ҡыҙ бер йыл эшләгәндән һуң, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһының йыр бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә һәм Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йортона эшкә урынлаша. Иҫке генә клубҡа йән өрөп, гөрләтеп эшләп алып китә. Һөнәренә тоғро ҡалып, 36 йыл мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итә.
Мөхәббәтен осратып, уны армияға оҙата, көтөп ала. Кейәүгә сығып, 15 йыл бергә йәшәү осоронда матур итеп донъя ҡоралар, ике тапҡыр йорт төҙөп инәләр, 3 балаға ғүмер бирәләр. Тик ғүмере ҡыҫҡа була Вәли ағайҙың. Уның хаҡында күңелендә тик йылы хәтирәләр генә һаҡлай Миңһылыу апай. Оҫта ҡуллы кеше булған хәләле.
8 йылдан һуң Миңһылыу апайҙы ошо уҡ ауылда йәшәүсе, ҡатыны мәрхүмә булып, 3 бала менән тороп ҡалған Әсләм ағайға димләйҙәр.
Әсләм Гәрәй улы ғүмере буйы леспромхозда водитель булып эшләй – 30 йылға яҡын ағас ташый. Армияға тиклем сайыр һыҙыу эшендә йөрөй, аҙаҡ янғын һүндереү часендә, карьерҙа, мәктәптә, урман хужалығында эшләп ала. Ҡатыны Гүзәл менән уның да уртаҡ бәхеттәре ҡыҫҡа була, ҡаты сир араларын мәңгелеккә өҙә.
Башта ҡырҡа ҡаршы булһа ла, ризалығын бирә Миңһылыу апай. Береһенә - 44, икенсеһенә 45 йәш тигәндә яңы ғаилә ҡоралар - 2000 йылда никах уҡыталар. Ике яҡ балаларҙы ла тиң күреп, үҫтереп, белем биреп, барыһын да эйәле-башлы итә улар.
Башта бер-береһенә өйрәнеп китеү ауыр булһа ла, тормош мәшәҡәттәре яҡынайта. Миңһылыу апайҙың йорт-ҡура, мал-тыуар тирәһендәге ҙур эштәре ҡулынан төшһә, Әсләм ағай ҙа ҡатын-ҡыҙ эштәренән ҡотола. Бөгөн иһә улар бер-береһенә тик рәхмәтле генә. Бер-береһен бер һүҙҙән аңлап, бер-береһенән риза булып, береһе ут булһа, икенсеһе һыу булып бәхетле тормош көтәләр. “Бабайым әле лә айыу йыҡмалы. Кешелекле, ярҙамсыл, тыңлаусан. Уға һыйынып, таянып, иртәгәлекке көнөмә ышанып йәшәйем”, - ти Миңһылыу апай. Ҡатынын бөтә яҡтан да килгән өлгөлө ҡатын-ҡыҙ итеп күрә Әсләм ағай. Тура һүҙле, таҙа, ипле булыуы өсөн ихтирам итә. Икеһе лә эшкә әрһеҙ, егәрле, бөтмөрҙәр. Йорттарын эстән дә, тыштан да рәтләп, заманса уңайлыҡтар булдырып алғандар. Бер үҙе йәшәгәндә ни тиклем генә ҡыйын булһа ла малын бөтөрмәгән хужабикә, бөгөн дә 2 һыйыр, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса тулы емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп гөрләтеп донъя көтәләр. Әсләмгә кейәүгә сыҡҡандан алып ауыр эш эшләгәнем юҡ, шөкөр, рәхмәт уға, ти Миңһылыу апай. Тик ултыра белмәгән сос хужабикә бәйләм менән мауығыуҙан, йәйгеһен һөт ризыҡтарын һатыуҙан тыш инде 8 йыл страховкалау компанияһында агент булып эшләп йөрөй. Өҫтәмә килем алыуҙан бигерәк ауылдарға йөрөп, кешеләр менән аралашып йәшәүҙән йәм таба улар. Бына-бына 70 йәштәрен тултырырға йөрөгән ололар, тимәҫһең дә үҙҙәрен.
Миңһылыу апайҙың өлкән ҡыҙы Эльвира Стәрлетамаҡта йәшәй, һатыусы-кассир булып эшләй. Иптәше менән бер ул үҫтерәләр. Хужалыҡ эштәрендә төп ярҙамсылары булған улы Илдар үҙ эшен асып, ауылда төпләнгән, 4 балаға атай. Кесе ҡыҙы Зинира Мәҡсүт ауылында донъя көтә, башланғыс мәктәптә уҡыта, иптәше менән ике ул үҫтерәләр.
Әсләм ағайҙың оло ҡыҙы Гөлназ, сабыйының фажиғәле үлемен кисерә алмай, йәшләй генә йөрәк сиренән вафат була. Чечняла хеҙмәт иткән улы Айҙар юл һәләкәтендә мәрхүм булып ҡалған. Айҙарҙың 2 улы, 1 ҡыҙы бар. Әлеге мәлдә армиялағы ейәндәре Айназдың ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтәләр. Айгөл физика факультетын тамамлап, юғары белем алған. Учалыла йәшәй, иптәше менән 2 бала үҫтерәләр.
-Ғаиләбеҙ менән йышыраҡ йыйылышырға тырышабыҙ. Дини байрамдарҙы бергә үткәрәбеҙ. Йәйге каникулға ейән-ейәнсәребеҙҙең барыһы ла беҙҙең янға ҡайта. Былтыр интернет аша Әсләмдең аталаш бер туған ҡустыһын табып алдыҡ. Уның менән дә туғанлыҡ ептәрен нығытып аралашып торабыҙ. Өйөбөҙ ауылдың матур ерендә – Үҙән йылғаһы буйында урынлашҡан. Сабынлығыбыҙ ҙа шул хәтлем матур ерҙә – элекке Яланйылға тигән йәйләү урынында. Ошо тәбиғәт матурлыҡтарына һоҡланып, тормошобоҙҙан риза булып, балаларыбыҙға ҡарап ҡыуанып, бөтә туғандарыбыҙ, мәрхүм булып ҡалған яҡындарыбыҙҙың туғандары менән дә аралашып, ҡатнашып йәшәйбеҙ. Ошо үҙе бәхет бит ул, - ти Миңһылыу Кинйәбай ҡыҙы.
Ысынлап та, бәхет олоғайған көнөңдә ҡәҙерле. Ғүмер көҙөн бер-береңде ҡәҙерләп, хөрмәтләп ҡаршылау, таяныр кешең булыу - үҙе бәхет.