Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
19 Апрель , 14:35

Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!

Иҫке Собханғолдан Ғәзиз һәм Лилиә Манаповтар балалары Сулпан, Шәүрә, Зөһрә, Асия, Алсын һәм Мансур менән бергә “Бөтә ғаилә менән” (“Всей семьей”) тигән тотош Рәсәй буйынса барған проектта ҡатнашып, уның финалисы булды.

Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!
Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!

Финалист ғаиләгә тапшырылған сертификатта шундай һүҙҙәр бар:

“Бөтә ғаилә менән” проектында әүҙем ҡатнашҡан, үҙҙәренең үҙенсәлекле ғаилә традицияларын һаҡлаған, традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытҡан һәм артабан үҫтергән өсөн.

Был сертификат Һеҙҙең ғаиләгеҙҙең “Бөтә ғаилә менән” проектында  Рәсәй буйынса ҡатнашҡан 300 мең ғаилә араһында проекттың финалисы булыуығыҙҙы раҫлай! Һеҙ үҙегеҙҙең татыу, ныҡлы һәм әүҙем Рәсәй ғаиләһе икәнегеҙҙе күрһәттегеҙ!”

Манаповтарҙың ҙур ғаиләһен был шатлыҡлы яңылыҡ менән ҡотлайбыҙ һәм алда ла уңыштар насип булыуын теләйбеҙ!

Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!
Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!
Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!
Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: