Ғәилә
5 Апрель 2024, 14:55

Һынауҙарҙы яңғыҙ үтмәйҙәр

Тормош тигәнең гел генә ыңғай һәм шыма юлдан тәгәрәмәй бит ул – инде ҡыуанып ҡына  донъя көтөп, үҙеңә тәғәйен ғүмер  йомғағын ыратып китеп ултырғанда бәкәлгә һуғып һеңгәҙәтер, күктән төшөп ер ҡатыһын тойҙортор, бөтә ғәмеңде биләр, көс-кәреңде алыр һынауҙарын да биреп ҡуя.

Һынауҙарҙы яңғыҙ үтмәйҙәрҺынауҙарҙы яңғыҙ үтмәйҙәр
Һынауҙарҙы яңғыҙ үтмәйҙәр

Әңгәмәм геройы тормошта әллә ниндәй ҙур батырлыҡтар ҙа күрһәтмәгән, бөйөк эштәр ҙә атҡармаған, әммә яҙмыш алдына ҡуйған һынауҙарҙан һынмауы, бөгөлөп төшмәүе менән баһалы. Бер яңғыҙы түгел, ире, балалары, туғандары, дуҫ-иштәре менән алдарына баҫҡан проблеманы күтәргәнгә тормош йырҙаһынан сыҡмай, бирешмәй алға китеп барыуҙары, ғаилә тигән усаҡты тандырҙа тотоуҙары.

Гүзәлиә Ришат ҡыҙы менән Фәһим Фәнәүи улының мөхәббәт яҙмышы ла үҙенсәлекле. Икеһе лә бер ауылдан, бер мәктәптә уҡығандар. Араларында тиҫтә йыл ятһа ла, егет ҡорона тулғас,  Фәһим был һылыуҙы күҙ уңына элә һала. Ике йыл рәттән мәктәптән ҡайтҡанында оҙатып ҡуя.Дуҫлыҡ мөхәббәткә олғаша.

- Йәш айырмалары апаруҡ булғас, тәүҙә беҙгә барыһы тиерлек ҡаршы булды. Әммә Фәһим ныҡ торҙо – уҡырға китергә йөрөгәнде белгәс, ультиматум ҡуйҙы – яратһаң, бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең, тине. Бергә ҡалдыҡ. Үкенмәйем – ирем һәйбәт, бөтмөр, егәрле.

10х10 ҙурлыҡта өй төҙөп сыҡтыҡ. Һөйөү емештәребеҙ булып Айнур (2-се класс), Айсинә (1-се класс) һәм Әмиләбеҙ тыуҙы. Аллаһы Тәғәләнең ошондай матур балалар биреүенә ҡыуанып бөтә алмай йөрөгәнебеҙҙә ғаиләбеҙҙе Әмиләнең умыртҡа бағанаһында булған яман шеш ауырыуы шаңҡытты. Ете генә айлыҡ бала ине ул. Ҡатмарлы операция, оҙайлы ваҡытҡа дауаханаларҙа ятыу, өйҙәге балаларҙы әсәйһеҙ зар-интизар итеү, бала һаулығы өсөн янып-көйөүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр, ауыр уйлы көндәр сылбыры тамам хәлде алды. Юҡ, балам хаҡына барыһын эшләргә тейешмен, тигән эске бер өндәү яйлап терелтте, сир менән алышырға көс бирҙе.

2022 йылда Өфө дауаханаһында бер ай ятабыҙ ҙа,  бер аҙнаға ғына өйгә ҡайта башланыҡ. Химия алыуҙар. Уларҙың ауыр эҙемтәһе...

Барыбер изге күңелле кешеләр күп бит ул – бөтә Байназар халҡы тип әйтерлек фытыр саҙаҡаһын беҙҙең ғаиләгә бирҙе. Бер ҡабы ғына 368 мең һум торған ике ҡап дарыу кәрәк булып сыҡты. Күмәк көс менән 736 мең һумлыҡ дарыу алыуға ирештек – барыһына ла ҙур рәхмәт! Аҙаҡ ике ҡап дарыуҙы үҙе яман сирҙән балаһын юғалтып, “Юғалтыуҙар юҡ!” хәйриә фондын асҡан Радмила Һунаршинаның хәйриә фонды бирҙе. Тегендә-бында, социаль селтәрҙәргә ярҙам һорап яҙҙыҡ, шөкөр, халыҡ ярҙамдан баш тартманы.  «Башҡорт хужабикәһе»нең ҡустыһы күп кенә аҡса күсерҙе, үҙебеҙҙең райондан исемен ататырға теләмәгән бер мосолман ағай 60 мең һум менән ярҙам итте – Әмиләнең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәкле дарыуға аҡсаны, ҡалай итһәк иттек, барыбер йыйҙыҡ, Аллаға шөкөр!

Ирем эшҡыуар А.Зәйнуллинда  «КамАЗ» водителе булып эшләй ине, хәҙер ҡырға, Архангелгә карьерға  китеп эшләргә мәжбүр – аҡса кәрәк.

Ҡайны-ҡәйнәмдәр ҙә ярҙам итә. Бер һыйыр, башмаҡ, быҙауыбыҙ бар – ауылда йәшәгәс, малһыҙ булмай. Ирем маладис – өйҙө ҡустыһы менән ҡулалмаш эшләне, балалар аҡсаһын да ҡуштыҡ.  Ҡайным тураһында әйтеп тораһы ла түгел – ныҡ ярҙам итә. Бәпәй ауырый башлағас, йылҡы малы бирҙе, өс баш малдың икәүһен тотондоҡ. Әле газ индермәгәнбеҙ, әммә замандан ҡалышмай йәшәргә тырышабыҙ.

Фәһим һәр идеямды күтәрмәләп ала, өйҙә баҫылып ултырма, тип концерттарға ебәрә. Өйҙәге эштәрҙе бергә эшләргә тырышабыҙ. Оҙаҡ дауаханала ятҡан ваҡытта өй йылыһы, балалар һағындыра. Ошондай мәлдәрҙә иремдең ныҡлы таяныс булыуы, ҡайны-ҡәйнәмдең иң ҡуйыуы үҙе ҙур таяныс, киләсәккә өмөт уятҡыс, - тип хәл-әхеүәлен бәйән итә йәш әсә.

Эйе, шатлыҡ бүлешкәндән арта, ҡайғыны уртаҡлашһаң, кәмей, ти халыҡ. Раҫ һүҙҙәр. Быны беҙ Байназарҙың матур ғаиләһе Гүзәлиә менән Фәһим Ҡарағоловтар миҫалында беләбеҙ. Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын, туғандары әлегеләй иң ҡуйыуҙан туҡтамаһын ғына – ҡалғанын йәштәр үҙҙәре йырып сығыр. Өйҙөң йәме булған кескәй Әмилә лә һауығып китер, Алла бойорһа!

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас