Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
2 Апрель , 08:55

Гүзәл Гран-при яулаған!

Бәләкәй Ҡыпсаҡ башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Вәлит ҡыҙы Насырова Белорет ҡалаһының “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһына йөрөүсе ейәнсәрҙәре Асия менән Айгөлгә әкиәт һөйләп, Гран-при яулаған!

Гүзәл Гран-при яулаған!
Гүзәл Гран-при яулаған!

-Быйылғы 2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан беҙҙең "Ҡояшҡай" төркөмөндә "Өләсәйем әкиәттәре" тип аталған онлайн видеоконкурс үтте. Ул башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын һаҡлау һәм үҫтереү, әкиәт жанрын популярлаштырыу, өләсәй менән ейән-ейәнсәрҙәрҙең мөнәсәбәтен яҡшыртыу, уларға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу маҡсатында үткәрелде. Өләсәйҙәр бик мауыҡтырғыс, ихлас итеп әкиәт һөйләнеләр.

Әсәйем Насырова Гүзәл Вәлит ҡыҙы (Асияның өләсәһе) Гран-приға лайыҡ булды, - тип хәбәр итә Гүзәлдең ҡыҙы Илүзә Баязитова.

Афарин, Гүзәл!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: