Ғәилә
24 Март 2024, 05:00

Ике уңған пар килгән

Аралар  тыныс булһа, ғаилә ҡорос була, тип белмәй әйтмәйҙәр: Байназар уңғандары Фәнгиз Фәнәүи улы менән Зөлхизә Йәмил ҡыҙы Ҡарағоловтарҙың яҡшаты үҙҙәренән алда йөрөй – ана, Ҡарағоловтарҙы яҙығыҙ, шул хәтлем шәп ғаилә, тине күршеләре.

Ике уңған пар килгәнИке уңған пар килгән
Ике уңған пар килгән

Мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән Зөлхизәне юллап барып, үҙен күреп һөйләшеп тә өлгөрмәнек – йәше-ҡарты уларға ыңғай яҡтан  ҡылыҡһырлама биреп,  маҡтап-күтәреп ташланы.

Ике уңған пар килгән шул – Ҡарағоловтарҙың матур ғаиләһендә, береһенән -береһе уҙышып, өс ир-егет үҫә – Шайморат, Иҙел, Илназ. Зөлхизә донъяһын ялтыратып көтһә, йәй башынан баҡсаһын сәскә-гөлгә күмһә, Фәнгиз ир-ат эшен ыратырға, бөтә уңайлыҡтар булдырып,  хәләленең тормошон  еңеләйтергә генә тора.

- Ирем йыш ҡына урманда, башҡа эштәрҙә йөрөй.  Әле Науразбаев Зәйнулла  олатай нигеҙенә  өй һалып  йөрөйбөҙ. Иремдән уңдым – эсмәй, донъя көтөргә тырышып ята, - ти 18 йәшендә генә килен булып төшкән Зөлхизә.

Йәштәр кешенән ҡалмай йәшәргә тырыша – күп итеп мал аҫрай, ҡош-ҡорт көтә.

“Уландарыбыҙҙы итәғәтле, тәртипле, кешелекле, тырыш итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Малайҙар ҡара эшкә лә, бар нәмәгә лә маһир булһын ул”, - ти йәш әсә.

Эйе, һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар уның – киләсәккә нигеҙ, бөтә нәмәгә баш нәҡ ғаиләлә һалына.

Автор:А. Ғарифуллина
Читайте нас