Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
12 Март , 09:55

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге - әсә булыуҙа

Аралашыуға ихлас, алсаҡ Шәкировтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 16 йыл. Ауыл күрке булырҙай ғаиләләрҙең береһе улар.

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге - әсә булыуҙа
Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге - әсә булыуҙа

Байназар ауылы ҡыҙы Нәсимә Ринат һәм Рәсимә Әлхәмовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Атай менән әсәй иртә таңдан колхозға эшкә китә, бөтә хужалыҡ мәшәҡәттәре Нәсимә елкәһендә була. Ике бәләкәй ҡустыһына күҙ-ҡолаҡ булыу ҙа ҙур яуаплылыҡ өҫтәй уға. Яҡшы уҡый, мәктәптең йәмәғәт эштәрендә актив була, йыл да класында староста итеп һайлана ҡыҙ. БДУ-ның Сибай институты студенты сағында 4-се курста уҡығанында район ҡулланыусылар йәмғиәтендә практика үтә. Шул ваҡытта ул милицияның патруль хеҙмәтендә эшләүсе буласаҡ тормош иптәше Ринат менән таныша. Йәштәр 2007 йылдың декабрендә өйләнешә.

Ринат Брәтәктә Наил һәм Шәһиҙә Шәкировтарҙың ғаиләһендә 2-се бала булып донъяға килгән. Әсәһе ғүмере буйы һатыусы, атаһы колхозсы була. Бала сағын йәмле Нөгөш буйҙарында уйнап, балыҡ ҡармаҡлап үткәргән Ринат. Әле лә көлөп иҫкә алырлыҡ ҡыҙыҡлы ваҡиғалары күп уның.

-Атайым гармунсы, әле лә оҫта уйнай. Бәләкәйҙән класыбыҙ менән ихлас булдыҡ, спектаклдәр сәхнәләштереп, йырлап-бейеп үҫтек, - ти Ринат.

Петровскиҙа тракторсы һөнәре алғандан һуң, әрмегә юллана егет. Ике йыл Коломна, Волгоград, Әрмәнстан, Грузия яҡтарында хеҙмәт итә.

Ҡайтҡас, паспорт алыштырырға тип милицияға барһа, эшкә саҡыралар. Артабан төрлө ерҙәрҙә эшләй, Себер яҡтарына ла сығып ҡарай, әммә уның ярҙамына, иғтибарына мохтаж яҡындарын оҙаҡҡа ҡалдырып киткеһе килмәй. Әмәлгә ҡалғандай, район үҙәге мәктәбендә эше лә табыла. Ғаилә башлығы электрик, шул уҡ ваҡытта балалар автобусында оҙатып йөрөүсе булһа, Нәсимә хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер вазифаһын башҡара.

Баҙал биҫтәһендә үҙ көстәре менән өй һалып сыҡҡандар, береһенән-береһе матур, аҡыллы балалар тәрбиәләйҙәр. Вадим – 9-сы, Рәдиф – 7-се, Илдус 1-се кластарҙа белем ала, өйҙәренең йәме, ике йондоҙсоҡтай ҡыҙҙары - 6 һәм 3 йәшлек Алтынай менән Айзилә балалар баҡсаһына йөрөй. Вадим электроника менән ҡыҙыҡһына. Рәдиф, Байназарҙағы олатаһына оҡшап, балыҡсы, ғаиләне тәмле Иҙел балығы менән һыйлаусы ла ул. Илдус бик иғтибарлы, һәр эштең уртаһында ҡайнаусы. Ҡыҙҙар күберәк әсәй янында.

- Өйгә күскәндә был урамда электр уты ла, юл да юҡ ине. Эргә-тирәлә 2-3 өй генә. Тирә-яҡта ҡаҙаяҡ та урман ине.

Балаларыбыҙ өсөн йәшәйбеҙ. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыу, һәйбәт өлгө биреү, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙамашыу, әлбиттә, еңел эш түгел. Тәрбиәләүҙә ниндәйҙер ҡағиҙәләргә таянмайбыҙ, сөнки һәр бала үҙенсәлекле, һәр кемдең үҙ характеры, - тиҙәр Шәкировтар.

Хужабикә төрлө бәлештәр, торттар бешереүгә маһир. Дәрестәр алып, һабын, шампундар эшләргә өйрәнгән. Бәйләү менән дә шөғөлләнә. Алдынғы ҡарашлы, өлгөр Нәсимәнең шөғөлдәре һәр ваҡыт тулыланып ҡына тора.

-Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Килеп сыҡҡан проблемаларҙы йырып сығырға тырышабыҙ, уртаҡ фекергә киләбеҙ. Тегенән-бынан кәңәштәр тыңлайбыҙ ҙа, үҙебеҙсә эшләп ҡуябыҙ. Ғаилә ағзалары бер-береһен тыңлап, аңлап, хөрмәт итеп йәшәргә, сабыр булырға, берҙәй эшһөйәр, егәрле булырға тейештер, - ти ғаилә татыулығы хаҡында улар.

Шәкировтарҙың йүгереп барырҙай эштәре, унан ашҡынып ҡайтырҙай йорттары, имен-һау балалары бар. Аллаһ Тәғәлә ошо бәхеттәренән айырмаһын уларҙы.

                                                                  

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге - әсә булыуҙа
Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге - әсә булыуҙа
Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге - әсә булыуҙа
Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге - әсә булыуҙа
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: