Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
6 Март , 08:45

Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар

Аҫҡар мәҙәниәт йортонда “Матур ғаилә - ил күрке” исемле матур кисә үткәрелгән. Сараға ауылдың татыу, матур донъя көтөүсе ғаилә парҙары йыйылған.

Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар
Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар

-Ғаилә... Биш хәрефтән генә торған шундай һүҙҙә ниндәй тәрән мәғәнә ята. Ғаилә ул – атай, әсәй, балалар, баш өҫтөндә бер түбә, бер үк фамилиялар, оҙон, быуындан-быуынға өҙөлмәйенсә дауам итеүсе тәрән тамырлы нәҫел ебе. Уны төрлөсә өйрәнергә, барларға була. Ғаилә – тормошобоҙҙоң нигеҙе, дәүләттең киләсәге лә. Матур ғаилә ҡороп, бер-береңде хөрмәтләп, бер-береңә ярҙамлашып йәшәү – һәр беребеҙҙең изге бурысы. Татыу ғаиләләрҙә генә тырыш, уңған, тәүфиҡлы, аҡыллы балалар үҫә. Халҡыбыҙҙың көсө лә уның ныҡлы, рухлы ғаиләләренән башлана. Ысынлап та, беҙҙең Аҫҡар ауылында ла күркәм, татыу, өлгөлө ғаиләләр бик күп. Күп балалар тәрбиәләп,тормош юлына баҫтырып хәҙер инде үҙҙәрелә бәхетле олатай,өләсәй булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп ғүмер кисерә улар. Шулай уҡ уларҙан ҡалышмай, заман ауырлығына һылтанмай, дәртләнеп, матур итеп тормош көткән, бәпестәр үҫтергән йәш ғаиләләребеҙ ҙә байтаҡ. Аҫҡар мәҙәниәт йортонда “Матур ғаилә - ил күрке” исемле матур кисә үткәрелде. Сараға шундай матур ғаилә парҙары йыйылды ла инде. Йәмилә һәм Юлай Ғәлиуллиндар, Фәүзиә һәм Рифҡәт Ғиззәтуллиндар, Райхана һәм Ғәлиән Ғәбиҙуллиндар, Гөлсирә һәм Яҡуп Ғәбиҙуллиндар, Дилара һәм Заһит Ғәбиҙуллиндар, Раушания һәм Айгиз Ғәбиҙуллиндар, Әлфирә һәм Илһам Ғәбиҙуллиндар, Ғүмәр һәм Тәскирә Юлмөхәмәтовтар, Гәүһәр Ғәбиҙуллина, Рәмилә Мырҙабулатова, Зөһрә Ғәбиҙуллиналар.

Һәр ҡайһыһы үҙҙәренең ғаиләһе менән таныштырҙы, үҙҙәренә генә хас йолалары, байрамдары тураһында һөйләне, татыу йәшәү серҙәре менән уртаҡлашты. Концерт номерҙары менән аралашып барған йәнле кисә тамашасыларға бик оҡшаны. Ысынлап та, һәр ғаилә-үҙе бер серле һандыҡ. Беҙ шул серле һандыҡты бер аҙ ғына асып, татыу йәшәү серҙәрен белдек, матур ғаиләләр менән яҡындан аралаштыҡ. Кисәбеҙҙә үҙҙәренең тормош тәжрибәләре менән уртаҡлашып, матур кәңәштәрен биргән ғаилә парҙарына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Ғаиләләрегеҙ татыу, күркәм, тигеҙ булһын! Балаларығыҙҙың мәрхәмәтлелеге, изгелеге тормошоғоҙҙо тағы ла нурландырып ,биҙәп торһон! Рәхмәт һеҙгә! – тип хәбәр итәләр  Аскаровский сельский дом культуры   төркөмөндә.

(Фотоһүрәттәр ҙә шул төркөмдән алынды).

Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар
Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар
Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар
Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар
Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар
Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар
Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар
Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар
Милләт ҡото – ғаиләләрҙә, тиҙәр аҫҡарҙар
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: