Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
3 Март , 18:30

Балыҡ ҡармаҡлап еңеп ҡайтҡандар

Иҫке Собханғол ауылынан Хәкимовтар - балыҡсылар ғаиләһе. Ғаилә башлығы Раяз был шөғөл менән бәләкәйҙән "ауырый". Гөлнара балыҡҡа йөрөргә кейәүгә сыҡҡас әүәҫләнеп китә. Улдары Айман да шәп балыҡсы булмаҡсы. Кисә улар Хәйбулла районында уҙған балыҡсылар ярышында үҙҙәрен һынап ҡараған.

Балыҡ ҡармаҡлап еңеп ҡайтҡандар
Балыҡ ҡармаҡлап еңеп ҡайтҡандар

Аҡъяр һыуһаҡлағысында уҙған ҡышҡы балыҡ тотоу фестивалендә хәйбуллаларҙан тыш Ырымбур өлкәһе, Баймаҡ, Бөрйән һәм Йылайыр райондарынан 60-ҡа яҡын балыҡсы ҡатнашҡан.

Ике сәғәт дауамында балыҡсылар иң ҙур, иң бәләкәй, иң күп балыҡ тотоу һәм башҡа номинациялар буйынса ярышҡан. 

Фестивалде ойоштороусылар ҡунаҡтар өсөн күңел асыу программаһы ла әҙерләгән. «Тиҙ быраулаусы», «Балыҡсының ҡышҡы йүгереүе», «Балыҡ тотоу һәм йырлау» конкурстарында балыҡсылар  аҡыллылығын, оҫталығын күрһәткән. 

Хәкимовтар ярыштарҙа ихлас ҡатнашып, күңелле ял итеп ҡайтҡандар. Раяз "Иң күп табыш" номинацияһында 1-се урынды, ә улдары Айман ижади конкурста "Йырлай-йырлай балыҡ тот" номинацияһын алған. 

Афарин, Хәкимовтар! Артабан да шулай ихлас, әүҙем булып ҡалығыҙ! 

Балыҡ ҡармаҡлап еңеп ҡайтҡандар
Балыҡ ҡармаҡлап еңеп ҡайтҡандар
Балыҡ ҡармаҡлап еңеп ҡайтҡандар
Балыҡ ҡармаҡлап еңеп ҡайтҡандар
Балыҡ ҡармаҡлап еңеп ҡайтҡандар
Балыҡ ҡармаҡлап еңеп ҡайтҡандар
Балыҡ ҡармаҡлап еңеп ҡайтҡандар
Балыҡ ҡармаҡлап еңеп ҡайтҡандар
Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: