Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
1 Март , 11:55

Алтын туйҙарығыҙ менән!

Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек һәм аҡыл кәрәк. Брәтәк ауылында йәшәүсе Рәил һәм Асия Кәримовтар, Йыһанур һәм Илүзә Ғәбитовтар иңгә-иң терәшеп, бәхетле ғүмер кисергән өлгөлө, татыу ғаиләләр.

Алтын туйҙарығыҙ менән!
Алтын туйҙарығыҙ менән!

Быйылғы йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде, 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө, ошо айҡанлы Брәтәк мәҙәниәт йортонда "Алтын туй - ғүмер бүләге" исемле байрам сараһы уҙғарылды.
Алтын туйҙарын билдәләүселәрҙе ҡотларға ауыл хакимиәте башлығы Б. Мырҙабулатов, мәғариф бүлегенән профсоюз ойошмаһы етәксеһе Г. Йәрмөхәмәтова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Д. Буранова, туғандары, балалары, уҡыусылар, "Нөгөш" вокаль ансамбле ҡыҙҙары килде.

 Һәр ҡотлау матур йыр-моң һәм бейеүҙәр менән бергә үрелеп барҙы. Улар парҙарҙы ҡотлап, йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙеләр. Юбилярҙар матур йәшлек вальсында бейеп алдылар, нисек танышыуҙары, нисек йәшәүҙәре тураһында ла бик матур бәйән иттеләр.

 Мәғлүмәт һәм фотолар   Бретяковский СДК ( Айыҡ ауыл -2021)  төркөмөнән.

Алтын туйҙарығыҙ менән!
Алтын туйҙарығыҙ менән!
Алтын туйҙарығыҙ менән!
Алтын туйҙарығыҙ менән!
Алтын туйҙарығыҙ менән!
Алтын туйҙарығыҙ менән!
Алтын туйҙарығыҙ менән!
Алтын туйҙарығыҙ менән!
Алтын туйҙарығыҙ менән!
Алтын туйҙарығыҙ менән!
Автор:
Читайте нас: