Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
28 Февраль , 15:25

Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө

Бөгөн, Мысырҙа (Египет) үткән ҡатнаш көрәш төрҙәре буйынса (шутбоксинг) донъя чемпионатында 65 кг ауырлыҡ категорияһында  донъя чемпионы булып киткәс, Арсенды белмәгән кеше юҡ. Ҡайҙа тыуған, ҡайҙа үҫкән икән был батыр, тип һорау биреүселәр ҙә бихисап. Әбйәлилдәр уны үҙ батырыбыҙ, ти, тыумышы менән Баймаҡтан булғас, баймаҡтар ҙа беҙҙеке, тип ебәрә, әммә Арсендың әсәһе Әлфинә Ғәзинур ҡыҙы әйтмешләй, Арсен үҙен Бөрйән сығышлы  башҡорт һанай, ә еңеүен Әбйәлилгә арнай.

Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө

Бәләкәй саҡтағы хыялын фәҡәт үҙенең тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышы, буй бирмәҫ характеры менән бойомға ашырған егет ул Арсен.

 Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа “Ырыу” спорт клубында тренер булып эшләүсе яҡташыбыҙ  - Артур Дадакиндың тәрбиәләнеүсеһе. Мәртәбәле ярыштарҙа спортсыны бағыусы Вадим Ғәлин финанс яғынан күтәрмәләй.  Тамырҙары Мәһәҙей ауылына барып тоташҡан Арсен донъя кимәлендәге көрәштә тәүҙә – мысырлыны, икенсе юлайы  - ғәрәпте , өсөнсөһөндә Италия спортсыһын еңеп, мәрәйҙәр һаны буйынса шикһеҙ еңеүсе булыуға өлгәште һәм судьяларҙың берҙәм тауышы менән донъя чемпионы титулын яулап, Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең бәҫен арттырҙы!

Бөгөн, Мысырҙа (Египет) үткән ҡатнаш көрәш төрҙәре буйынса (шутбоксинг) донъя чемпионатында 65 кг ауырлыҡ категорияһында  донъя чемпионы булып киткәс, Арсенды белмәгән кеше юҡ.

Ҡайҙа тыуған, ҡайҙа үҫкән икән был батыр, тип һорау биреүселәр ҙә бихисап. Әбйәлилдәр уны үҙ батырыбыҙ, ти, тыумышы менән Баймаҡтан булғас, баймаҡтар ҙа беҙҙеке, тип ебәрә, әммә Арсендың әсәһе Әлфинә Ғәзинур ҡыҙы әйтмешләй, Арсен үҙен Бөрйән сығышлы  башҡорт һанай, ә еңеүен Әбйәлилгә арнай.

Арсендың зат-бото – олатай-өләсәһе ( Ғөбәйҙуллин Ғәзинур ағай менән Айһылыу еңгәй мәрхүмдәр – Мәһәҙей ауылыныҡы, ҡарт өләсәһе Мәрзиә апай Ишбаева ла), әсәһе Әлфинә Ғәзинур ҡыҙы ла.

Ғөбәйҙуллиндарҙың Илнур, Әлфинур, Нәркәс, Әлфинә атлы балалары булып, Әлфинә иң кеселәре. 

Хәйер, Арсендың әсәһе Әлфинәгә һүҙ: “ Арсен 2005 йылдың 27 сентябрендә Баймаҡ ҡалаһында донъяға килде. Тыуған саҡта уҡ акушеркалар, был, моғайын,  бөйөк кеше булыр, сөнки иң алдан  уң ҡулы килеп сыҡты, тип мәрәкәләнеләр.

Беҙ Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында әсәйемдең әсәһе , өләсәйем Ғилминур Күлибаевала Арсенға 8 ай тулғансы йәшәнек. Атайым мәрхүм булып ҡалғас, әсәйем килеп, беҙҙе Мәһәҙейгә күсереп алып ҡайтты.

Арсен бәләкәйҙән тиктормаҫ, шуҡ булды. Ауылда (Мәһәҙейҙә) балалар баҡсаһына йөрөп маташты, тик, унда йоҡларға ҡушалар , бутҡа ашаталар, тип, ҡайтыр ҙа китер ине.

Беренсе класҡа иһә Белорет ҡалаһындағы Фатима Мостафина исемендәге лицейға барҙы. Кәүҙәгә ҡураныс ҡына, бигерәк бәләкәс кенә булды, шуға, әҙерәк үҫһен, тип, мин уны һигеҙ йәше тулыр саҡта ғына уҡырға бирҙем.

Әлеге лә баяғы кәүҙәгә сибек булғас, спорт менән шөғөлләнеп утыҡһын,  ит ултырһын, быуыны нығынһын,  тигән маҡсаттан, спорт түңәрәктәренә йөрөттөм.
Биш йәштәр тирәһендә телевизорҙан төрлө спорт ярыштарын ҡарарға әүәҫләнеп китте, тегеләрҙе  ҡарай ҙа, мин шул булам, был булам, тип хыяллана. Бер мәл мин ҙурайғас боксер булам, мине телевизорҙан ҡарап ултырырһың, иң алғы рәткә һине ултыртып ҡуям, тип бер булды.

Бокс менән ҡыҙыҡһынғас, мин уға боксер грушаһы, бирсәткәләр, башҡа кәрәк-ярағын алып бирҙем.

Беренсе класта хоккейсы булам, ти башланы.Коньки алып бирҙем.Ниндәй генә спорт төрө менән мауығып ҡараманы – уҡтан да атты, бокс, көрәш менән шөғөлләнде, кикбоксинг, тхэквондоны ҡалдырманы.

Һеңлеһе Ангелина тыуғас, Арсен минең уң ҡанатыма, ҙур ярҙамсыма  әүерелде. Ныҡ ярҙамсыл, туған йәнле ул – өйҙәге бөтә эште йүгереп йөрөп эшләр ине, әле лә шулай. Ғаиләлә яңғыҙ малай булғас, үҙендә яуаплылыҡ тойғоһо көслө.

Артабан яҙмыш елдәре беҙҙе кире Бөрйәнгә, тыуған яҡҡа  ташланы. Бөрйәндә, дөйөм алғанда, ун йыл йәшәгәнбеҙҙер. Баҙал биҫтәһендәге мәктәптә 4-се класты тамамланы ул.Аҙаҡ район үҙәгендәге мәктәпкә уҡырға барҙы. “Урал” ФОК-ында тренер Әсхәт Ямғурсиндың ҡулы аҫтында шөғөлләнде.

Арсенға мин ныҡ бәйлемен – уға бер нәмә  була ҡалһа, шундуҡ һиҙәм. Хатта уның кәйефе ҡырылһа ла, эсе бошоп йөрөһә лә, ҡайҙа ғына йөрөмәһен, мин эске һиҙемләүем менән белеп-тойоп торам.

Аллаға шөкөр, улым миңә ҡарата ла, үгәй атаһына ла ҡарата итәғәтле – ошо йәшенә етеп бер ҡырын һүҙ әйткәне юҡ, ағайынан теге-был кәңәштәрен һорап тора, ихтирам итә.

Һеңлеһе Ангелина менән ныҡ яҡындар – икеһе бер бөтөн кеүек инде. Каролина һеңлеһе менән йәш айырмаһы апаруҡ – 17 йыл тирәһе, шуға Каролина миңә үҙ балам һымаҡ, тип ебәрә.

Ҡайҙа ғына китһә лә, гел хәл-әхеүәлен белгертеп, иртән “әсәй, хәйерле иртә!”, кис “тыныс йоҡо!”тип теләктәрен теләп кенә тора – ошо күркәм холҡонан айырмаһын инде. Ошондай ул биргәненә Аллама мең рәхмәтлемен!

Арсендың тағы бер яғы бар – үҙенең башҡортлоғона ғорурлана, башҡорт милләтенең улы булыуын ҙур мәртәбә һанай!

Арсендың иң яратҡан ризығы – һоло бутҡаһы.Әсәй, һин бешергән бөтә ризыҡ та тәмле, тип миңә ҡанат ҡуйып ебәрергә лә онотмай. Холоҡ-фиғеле менән миңә оҡшаған ул улым – ҡапыл дөрләп ҡабына ла, ҡапыл һүнә. Шул яғын яратам – кешеләргә ихтирамлы, кешелекле, ярҙамсыл.Олоно – оло, кесене кесе итә белә. Һуңғы ыштанын кешегә сисеп бирергә әҙер, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Егәрле, хәрәкәтсән инде – бер урында тороп та, ултырып та сыҙамай. Тағы: үҙмаҡсатлы, үҙенең көсөнә ныҡ ышанған кеше ул. Спортсыға нәҡ ошондай сифаттар  кәрәктер ҙә инде”.

Эйе, бөркөттәр оя ташламай, бөркөттәр ирек, бейеклек һөйә, ти халыҡ. Шулайҙыр. Ошо һүҙҙәрҙең раҫ булыуына Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө Арсен йөҙөндә инанабыҙ.

Афарин, Бөрйән бөркөтө! Яулар үрҙәрең күп һәм матур булһын!

Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Мәһәҙейҙең ҡыйғыр бөркөтө
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: