Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
16 Февраль , 08:35

“Шул хәтлем дә ғүмерем буйына ғашиҡ уттарында яндым...”

...Ишмырҙа бабай һуғышҡа киткәс, Гөлниса инәй (фотоһүрәттә уртала баҫып тора) иренең эшен дауам итә. Ул 27 йәшендә генә дүрт бала менән тороп ҡала. Атаһы һуғышҡа киткәндә, Санияһына ни бары бер ай ғына була. Гөлниса инәйгә ат ҡарарға ла, ирҙәр менән бер рәттән урман ҡырҡырға ла, утын-бесәнен һөйрәп ташырға ла тура килә. Ҡәйнәһе Мәхүб инәй менән оҙаҡ йылдар әсәле-ҡыҙлы һымаҡ татыу йәшәйҙәр, балаларҙы тәрбиәләп үҫтерәләр. Итәғәтле, эшһөйәр инәйҙе күп һораталар. -Ун ғына йыл бергә йәшәп ҡалдыҡ, бер генә тапҡыр үпкәләштек, бер-беребеҙгә ауыр һүҙ әйтешмәнек. Ишмырҙам бөгөн ҡайтып керһә, бөгөн дә элеккеләй ҡаршы алыр инем. Иргә сығып, балаларымдың күҙҙәренә нисек ҡарармын, - тип, башҡа тормошҡа сыҡмай.

“Шул хәтлем дә ғүмерем буйына ғашиҡ уттарында яндым...”
“Шул хәтлем дә ғүмерем буйына ғашиҡ уттарында яндым...”

Беҙҙең быуын балалары боронғо халыҡ йырҙарын тыңлап, йырлап үҫтеләр тиһәм дә, хата булмаҫ, сөнки балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр, йырҙар әҙ була торғайны ул заманда. Бәлки, улар булһа ла, беҙгә килеп етмәгәндәрҙер, уҡытыусыларыбыҙ ҙа махсус музыка белгестәре түгелдәр ине. Ололарҙан индәй йырҙарҙы ишетһәк тә, тиҙ генә ота һалып, йырланыҡ та йөрөнөк.
Атай - әсәйҙәр, ауылға берәй зат-зәүер килһә, хәҙерге замандағы һымаҡ әллә ниндәй ҙур һый-хөрмәттәре булмаһа ла, өй күрһәтеп ҡалайыҡ, тип, тиҙ-тиҙ генә әҙерләнә һалып, ҡунаҡҡа саҡырып алып ҡалырҙар ине. Ҡунаҡтар ниндәйҙер йырҙы башҡарыр алдынан иң тәүҙә тарихын һөйләп алырҙар, шунан атайымдың ике туған ағаһы Ғәбитов Закир бабайым ҡурайҙа уйнар, ҡунаҡтар араһынан кемдер йырҙы йырлап ишеттерер булды. Мин, ошо күренештәрҙең шаһиты, бәләкәй бала булғанлыҡтан, йырҙарҙың тарихын әкиәт итеп ҡабул итеп, ихлас тыңлай торғайным. Н. Мусиндың “Һайлап алған яҙмыш” әҫәренең геройы, Карамдың протатибы Мәликә еңгәмдең атаһы Сәйфетдин ҡоҙаның, плендә саҡта үҙе ижад иткән йырҙарын һәм башҡа күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарын моңло итеп башҡарғанын иҫем китеп тыңлағайным. Уның һыны әле лә күҙ алдымда тора, моңо ла онотолмаған, һаман ҡолаҡта сыңлай.
Бөгөн 8 Март байрамы. Әсәйем бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырған. Бына ҡунаҡтар йыйылышып бөттөләр. Был инәйҙәр ниндәй матур-матур йырҙар йырлап ишеттерерҙәр икән тип, мин көтөп йөрөйөм. Тик ниңәлер улар бөгөн йырларға ашыҡманылар. Әңгәмә һуғыш ваҡытындағы ауыр йәшлек йылдары, фәжиғәле хәл – ваҡиғалар, ниндәй ҡыйынлыҡтар менән балаларҙы аяҡҡа баҫтырып, кеше итеүҙәр, яуҙан ҡайта алмаған ирҙәре тураһында барҙы. Шул саҡ Гөлниса инәй:
–Ишмырҙа, әгәр һин тере булып та, ҡайтып күренмәй йөрөһәң, тамуҡтың иң төбөндә ян, йәме. Был хәтлем дә ғүмерем буйына ғашиҡ уттарында яндым бит, - тип әрнеүле тауыш менән илап ебәрҙе. Бөтә ҡунаҡтарҙың да күҙҙәренән әсе ҡайнар йәш бөртөктәре тәгәрләнеләр. Мин, башымды түбән эйеп, шым ғына сығып киттем.
Ауылыбыҙҙың беренсе комсомолкаһы, активисткаһы Бикбаева Гөлниса инәй Әшрәф олатай менән Зөһрә өләсәйҙең ишле ғаиләһендә тыуған. Ул заманына күрә уҡымышлы кеше була. “Мине Хаммат ағай уҡырға өйрәтте,”- тип ҡыуанып һөйләгәне хәтерҙә (Сәғитов Хаммат 1937 йылда репрессияға эләгә). Гөлниса инәй ун алты йәшенән Бикбаев Ишмырҙа бабайға тормошҡа сыға. Ғаффар, Фәүзиә, Фәниә, Сания исемле балалары тыуа. Ишмырҙа бабай һуғышҡа тиклем урман ҡараусыһы булып эшләй. Шул йылдар эсендә уға фин һуғышында ла ҡатнашырға тура килә. Ишмырҙа бабай һуғышҡа киткәс, Гөлниса инәй иренең эшен дауам итә. Ул егерме ете йәшендә генә дүрт бала менән тороп ҡала. Атаһы һуғышҡа киткәндә, Санияһына ни бары бер ай ғына була. Гөлниса инәйгә ат ҡарарға ла, ирҙәр менән бер рәттән урман ҡырҡырға ла, утын - бесәнен һөйрәп ташырға ла тура килә. Ҡәйнәһе Мәхүб инәй менән оҙаҡ йылдар әсәле – ҡыҙлы һымаҡ татыу йәшәйҙәр, балаларҙы тәрбиәләп үҫтерәләр. Итәғәтле, эшһөйәр инәйҙе күп һораталар.
-Ун ғына йыл бергә йәшәп ҡалдыҡ, бер генә тапҡыр үпкәләштек, бер – беребеҙгә ауыр һүҙ әйтешмәнек. Ишмырҙам бөгөн ҡайтып керһә, бөгөн дә элеккеләй ҡаршы алыр инем. Иргә сығып, балаларымдың күҙҙәренә нисек ҡарармын, - тип, башҡа тормошҡа сыҡмай.
Улы Ғаффар ағайҙың ҡатыны, Ғәйникамал апай, йәшләй генә ауырыуға һабашып, өс балаһын етем ҡалдырып, яҡты донъя менән хушлаша. Инәйгә Рәсиләне, Ғазалиҙы, Мөғлифәне лә аяҡҡа баҫтырышырға тура килә.
Ейәнсәре Мөғлифә хәтирәләренән:
“Өләсәйем аҡ әүлиә әбей булып хәтеремдә ҡалған. Ул шундай сабыр холоҡло егәрле, итәғәтле ине. Ни хәтлем ауыр ваҡыттарҙа ла мин уның уфтанғанын, асыулы ҡарашын күрмәнем. Беҙҙе, өс баланы, балалар йортона бирҙермәне, үҙенең ҡанаты аҫтына алды. Үҙем олоғайған һайын аңлайым: ниндәй оло йөрәкле булған ул өләсәйем, беребеҙҙән - беребеҙ бәләкәйерәк инек бит беҙ. Беҙҙең өйҙөң нуры ине ул өләсәйем. Ул өйҙә саҡта беҙгә рәхәт була торғайны. Ауылдаштарға ла, күршеләргә лә ярҙамсыл, кәңәшсе булды. Бесән ваҡытында, балаларына ярҙам итеп, һәр береһенең донъяһын көтөшә ине. Бала – саға күп булыуға ҡарамаҫтан, барыһына ла өлгөрөп, емеш – еләккә лә барыр ине. Тәмле – тәмле ризыҡтары: ҡаҡ, ҡыҙыл эремсек, муйыл майы, балан бәлештәренең тәме әле лә тел осонда тора. Өләсәйемдең аҡыллы кәңәштәре ғүмерем буйына оҙатып киләләр:
- Тәүфиҡлы бул, балам, тәүфиҡ янында бәхет булыр.
- Сабыр булығыҙ,бер – берегеҙгә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ, тән яраһы төҙәлһә лә, күңел яраһы төҙәлмәй.
- Кешенең матурлығына ҡыҙыҡма, күңеле матур булһын, - кеүек фәһемле һүҙҙәре күп ине. Өләсәйем һәр саҡ асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл булды”.
Гөлниса инәй бер ваҡытта ла биш ваҡыт намаҙын ҡалдырманы, кешеләргә Ҡөрьәндәр сығыр ине.
Үҙем алтынсы класта уҡығанда, уҡытыусым Әминә Арыҫлан ҡыҙы ололарҙан халыҡ ижады өлгөләрен йыйып алып килергә ҡушҡайны, мин Гөлниса инәйгә ярҙам һорап барҙым. Ул миңә ярҙам итергә шул тиклем ҡыуанып риза булды. Үҙенең ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған китаптарын, ҡулъяҙмаларын килтереп сығарҙы. “Саҡ менән Суҡ”, “Урал” бәйеттәрен әйтеп яҙҙырғайны. Инәйҙең ҡулындағы ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған китаптар, ҡулъяҙмалар миңә шундай серле донъя һымаҡ тойолдо.
Беҙҙе бала саҡтан башҡорттар элек наҙан булған, тик Октябрь революцияһынан һуң ғына белем ала алғандар, тип тыҡып үҫтерҙеләр. Ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған китаптарҙы уҡыған, көнсығыш әҙәбиәтен, халҡыбыҙ ижадының гүзәл ынйыларын белгән кешеләр, урыҫ телен белмәгән өсөн генә наҙан була торғаны бармы һуң?

Шәһүрә Әхмәҙиева (Ишмөхәмәтова), яҙмышын Учалы районы менән бәйләгән Ғәлиәкбәр ауылы ҡыҙы.

(Мәҡәлә "Бөрйәнемдең тамғалы ҡарағайҙары" китабынан).

Автор:
Читайте нас: