Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
13 Февраль , 12:25

Иң ғәзиз кешебеҙ хаҡын үтәйбеҙме?

 һорауҙы һис юғында бер генә тапҡыр үҙебеҙгә бирәйексәле: “ Әсәйем алдындабурысымды үтәнемме?”-тип. Намыҫыбыҙ ни тип яуап бирер икән?

Иң ғәзиз кешебеҙ хаҡын үтәйбеҙме?
Иң ғәзиз кешебеҙ хаҡын үтәйбеҙме?

Бөгөн мәғлүмәт заманы ниндәй ғибрәтле хәлдәрҙе ишеттермәй ҙә, ниндәйҙәрен күрһәтмәй. Ата –улын, инә ҡыҙын белмәй, тип юҡҡа әйтмәйҙәр: ҡартайған ата-әсәһен рәнйетеп, уларҙан фатиха урынына ҡарғыш-рәнйеш алғаны ла, уларҙы ҡәҙерләп, яҡты йөҙ күрһәтеп сауапҡа ирешкәне лә – һәммәһе лә бар.

Бөгөн мәғлүмәт заманы ниндәй ғибрәтле хәлдәрҙе ишеттермәй ҙә, ниндәйҙәрен күрһәтмәй. Ата –улын, инә ҡыҙын белмәй, тип юҡҡа әйтмәйҙәр: ҡартайған ата-әсәһен рәнйетеп, уларҙан фатиха урынына ҡарғыш-рәнйеш алғаны ла, уларҙы ҡәҙерләп, яҡты йөҙ күрһәтеп сауапҡа ирешкәне лә – һәммәһе лә бар. Яңыраҡ бер оло ғына апай: “Гәзитегеҙҙә бала- ата-әсә мөнәсәбәттәре тураһында дингә таянып тороп яҙығыҙ әле, юғиһә ҡартайған әсәләрен, аталарын эт типкеһендә йәшәтеүселәр ҙә юҡ түгел, бәлки, гәзиттән уҡып, фәһем алырҙар”-, тип кәңәш бирҙе.
Ул ата-әсәһен ыҙалатҡандар беҙҙең гәзитте уҡып, төркөмгә инеп сыға микән – билдәһеҙ, шулай ҙа оло кешенең һүҙен йығыу ярамаҫ.
Ошо тәңгәлдә бер тарихты иҫкә төшөрөү урынлы булыр. Фәһем өсөн. Ғүмәр ибн әл-Хаттаб, тарихтан билдәле, пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм осоронда йәшәгән сәхәбә, икенсе хаҡ хәлиф.
Шул мәлдәрҙә бер мосолман әсәһен йөкмәп Йәмәндән Ҡәғбәтуллаға хажға алып бара. Ҡәғбәтулла тирәһендә ул Ғүмәр ибн әл-Хаттабты осрата ла: “ Мин әсәйем алдындағы бурысымды үтәнемме?”-тип һорай. “Юҡ, үтәмәнең”, -була яуап.
“Нисек инде, мин бит уны арҡамда йөкмәп алып килдем, уның хеҙмәтсеһе булдым, кейендерҙем, ашатып-эсерҙем, тәһәрәт алырға булыштым, таҙалығын ҡайғырттым”,- ти, Ғүмәрҙең яуабына риза булмаған ир.
Ғүмәр, Аллаһ унан риза булһын:” Һинең әсәйең өсөн эшләгән ошо изге эштәрең уның һине тапҡанындағы бер генә тулғаҡ ғазабынан да, бер ыңғырашыу-аһынан да аҙ”-, ти.
Уйлаһаң, уйылып китерлек. Беҙ бөгөн әсәй-атайыбыҙға ниндәй ҡараш-мөнәсәбәттәбеҙ, уларға тейешенсә иғтибарлыбыҙмы, ихтирамлыбыҙмы? Әлеге ир ише йөкләп хажға алып барыу түгел, хан һарайындай йорттарыбыҙҙа уларға мөйөш юҡ, ризыҡ төрлөлөгөнән һығылып торған өҫтәлдәребеҙҙәге ризыҡтан уларға өлөш юҡ түгелме? Әлеге хаждағы мосолман Ғүмәр ибн Әл-Хаттабҡа биргән һорауҙы һис юғында бер генә тапҡыр үҙебеҙгә бирәйексәле: “ Әсәйем алдында
бурысымды үтәнемме?”-тип. Намыҫыбыҙ ни тип яуап бирер икән?

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: