Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
12 Февраль , 15:10

Бөрйәндән йәнә ике әсә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйған. Почетлы наградаға 24 муниципалитеттан биш һәм унан күберәк бала үҫтергән 50 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған.

Бөрйәндән йәнә ике әсә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған
Бөрйәндән йәнә ике әсә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған

Улар араһында Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәләүез, Мәсетле, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Шишмә райондарынан һәм Өфөнән әсәләр бар.

Исемлектә Бөрйәндән Ғиззәтуллина Миңзада Һаҙый ҡыҙы менән Шәкирова Нәсимә Ринат ҡыҙы бар. Күп балалы әсәйҙәрҙе ҡотлайбыҙ!

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

 

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-12/glava-bashkirii-podpisal-ukaz-o-nagrazhdenii-medalyami-materinskaya-slava-3639347

Автор:
Читайте нас: