2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде.
Ғаилә - ул беҙҙең өй, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ғаилә - күңелдәрҙе йылытырлыҡ усаҡ, ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, көйөнөстәрҙе бергә күтәргән, бер-береңә терәк булып, аңлашып, ғүмер юлынан етәкләшеп атлаусы кешеләр. Йәмғиәтебеҙ ҙә тап ошондай татыу, өлгөлө ғаиләләргә таяна.
Ҡотан башланғыс мәктәп - балалар баҡсаһы менән берлектә Ғаилә йылын асып "Ныҡлы ғаилә - ил терәге" исемле ғаилә байрамы үтте. "Башҡорт ғаилә"һе һәм "Татыу ғаилә" командалары зирәклектә, отҡорлоҡта һәм етеҙлектә үҙ-ара көс һынаштылар. Байрамда ихлас ҡатнашыусы бар ғаиләләргә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр һәм тәмлекәстәр тапшырылды.
Байрамды үткәреүҙә спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтеүсе "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музейы- ҡурсаулығына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Ғаилә йылы тик уңыштар, бәхет-шатлыҡтар ғына килтерһен, күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!