Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
7 Февраль , 10:00

Өлөшкә төшкән көмөш

Өлөшкә төшкән көмөштөң бәғзе ваҡыт алтындан ҡиммәт булыуына шик юҡ. Байназарҙа йәшәүсе йәш ғаилә – Сабитовтарҙың ғаилә тарихы менән танышҡас, быға нығыраҡ инанаһың – яҙған ризыҡ теш һындырып булһа ла ауыҙға кергән һымаҡ, яҙған йәрең, һин ҡайҙа булһаң да, һинеке икән ул!

Өлөшкә төшкән көмөш
Өлөшкә төшкән көмөш

Баймаҡ районы Таһир ауылы ҡыҙы Эльвира   менән Байназар ауылы егете Тайфурҙың танышыу тарихы – үҙе бер матур, хәтергә уйылыр бәйән.

...Эльвираның әхирәте (буласаҡ бикәсе) ағаһына ҡыҙҙың телефонын биреп, ситтән тороп таныштырғас, байтаҡ телефон аша аралаша йәштәр.

Тәүәккәл егет бер мәл,  тимерҙе ҡыҙыуында һуҡмаҡ булып, Баймаҡтағы туғандарына барыуҙы йомош итеп, Таһирға сығып китә. Урамда һыу һөлөгө кеүек бер ҡыҙҙы осрата егет – йәштәрҙең ҡараштары осраша, егеттең йөрәген ниҙер өтөп ала: “Әллә теге телефон аша танышҡан ҡыҙҙы юлламай, ошо һылыуҡай менән танышырға микән?”-тигән икеле уй мейеһен телеп үтә.

Телефон бәйләнеше аша ғына таныш егетте көтәүелләгән Эльвира, өй ағартып йөрөгән еренән,  өләсәһенә тип юлланған була.Ҡаршыға килә ятҡан ят егетте күргәс, был әллә теге Бөрйән егетеме икән, тип уйлай.

Ҡараштар ғына түгел, бергә буласаҡ яҙмыштар осрашыуы була был – 18 июндә тәүгә күрешкән йәштәр 16 декабрҙә никах менән бергә туй гөрләтеп ташлай.

2011 йылда була был хәл. Хәҙер инде Сабитовтарҙың ғаиләһендә береһенән-бере матур өс бала үҫә – Тамир 4-се класта белем алһа, Рәғиҙә  - 1-селә, кескәй Рания балалар баҡсаһына йөрөй.

Тиҫтә  йыл Бөрйән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығында тракторсы булып эшләүсе Тайфур Хәбир улының  быйылғы йылда бигерәк тә ваҡыты тығыҙ – бәғзе саҡ төнгө өстә ҡар һөрөргә сыға, ти Эльвира.

“Иремдән уңдым, бөтә яҡлап мине күтәрмәләй. Һәйбәт йәшәйбеҙ. Шамил апанан мираҫҡа ҡалған йортҡа төкәтмә төкәттек. Әле өйгә һыу индерҙек, газ индерергә план ҡорабыҙ, ремонт эштәре күп кенә. Бөрйән еренә биш йыл йәшәгәс кенә саҡ өйрәнеп, ерегеп киттем – өҫкә ҡаялары ҡолап килгән кеүек ине. Хәҙер был төбәктән дә матур ер юҡ. Был яҡ хатта беҙҙең Баймаҡ яғына ҡарағанда йылыраҡ.Ҡайны-ҡәйнәм үҙ итеп тартып торҙо – рәхмәт инде, ҡайным фани донъяһын баҡыйына алмаштырҙы – йәне йәннәттә булһын.

Мин әсәйемдең берҙән-бер бөртөк балаһы. Ағайым мәрхүм булып ҡалды, шуға әсәйем ныҡ тарта, ярҙам итә – һау ғына булһын”, -ти һүҙгә йомарт Эльвира.

Эйе, бәхет кескенә ярпыларҙан ҡоралған, күҙ нурҙары , йөрәк аһтары түгелгән ҡорама ише – уны бөтөн һәм имен итеү ике яҡтың аҡылынан, сабырлығынан, тырышлығынан, бер-береһен аяп-ҡурсый белеүенән тора. Бәхет ҡорамалары сағыу һәм бөтөн, ғаилә ҡорамдары ныҡ булһын Байназар Сабитовтарының.

Автор:А. Ғарифуллина
Читайте нас: