Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
3 Февраль , 09:35

Салауатовтар – еңеүселәр рәтендә!

Ғаилә йылы айҡанлы Өфө ҡалаһының “Динамо” стадионында үткән республика кимәлендә "Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә" тип аталған спорт бәйгеһендә Салауатовтар 69 ғаилә араһыында икенсе урын яулаған.

Салауатовтар – еңеүселәр рәтендә!
Салауатовтар – еңеүселәр рәтендә!

-Ғаилә йылы айҡанлы Өфө ҡалаһының Динамо стадионында республика кимәлендә "Атай,әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә" тип исемләнгән спорт бәйгеһе үткәрелде. Был сара күптән инде республикабыҙҙа матур йолаға әүерелде һәм йыл һайын һәр район,ауылдарында ҙур байрам булып уҙғарылып килә. Бәйгенең төп маҡсаты - халыҡты һау-сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу менән бергә йәш быуынға спорт аша дөрөҫ тәрбиә биреү,спортсы ғаиләләрҙең дәрәжәһен күтәреү.
Быйылғы йылда ла был бәйгелә ҡатнашыу бәхете республикабыҙҙың иң дәртле,иң етеҙ тип һыналған 69 ғаиләһенә йылмайҙы. Шул иҫәптән, сығышы менән Байназар ауылынан булған,ә леге ваҡытта Өфө ҡалаһының Михайловка биҫтәһендә йәшәгән Салауатовтар ғаиләһенә лә бәйгелә ҡатнашырға насип булды. Спорт менән һәр ваҡыт дуҫ булып, сәләмәт тормош алып барған Илнар Айрат улының ғаиләһе бына нисәнсе йыл инде үҙенең уңыштары менән ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың, хатта Өфө ҡалаһының намыҫын яҡлап килә. Башҡортостан Республикаһы исеменән Рәсәй буйынса ҡышҡы һәм йәйге ауыл уйындарында ла бик күп еңеүҙәр яуланылар. Бөгөнгө көндә лә ҡышҡы ғаилә уйындарында улар лайыҡлы рәүештә икенсе урын алыуға өлгәште. Бар яҡлап та һәләтле, дәртле һәм тырыш ғаиләне юғары уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм һеҙҙең менән һис шикһеҙ ғорурланабыҙ. Шулай уҡ районыбыҙҙа үткән ҡышкы ғаилә уйындарының муниципаль этабында ҡатнашып еңеү яулаған Иҫке Собханғолдың Ағиҙел ҡасабаһынан Дәүләтбаевтар ғаиләһе лә баш ҡалабыҙҙа ҡатнашып яҡшы ғына һөҙөмтәләләр күрһәтеп, Бөрйәндәрҙең спорт ярыштарында алдынғылыкты бирмәгәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланылар. Еңеүсе ғаиләләр ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары һәм бушлай шифаханала ял итеү мөмкинлегенә эйә булды. Шулай артабан да юғары уңыштарға үрелеп, спорт менән сәләмәт тормошта берҙәм татыу ғаилә булып, тәрбиәле,һау балалар үҫтереп дәртләнеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ, - тип хәбәр итәләр #Айыҡ_ауыл_Байназар төркөмөндә.
#АйыҡАуыл2023
#ТрезвоеСело2023
#БөтәДоньяБашҡорттарыҠоролтайы
#всемирныйКурултайБашкир
#БөрйәнБашҡорттарыҠоролтайы

Салауатовтар – еңеүселәр рәтендә!
Салауатовтар – еңеүселәр рәтендә!
Салауатовтар – еңеүселәр рәтендә!
Салауатовтар – еңеүселәр рәтендә!
Салауатовтар – еңеүселәр рәтендә!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: