Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
30 Ғинуар , 20:10

Тауҙан таш артмай

Тауҙан таш артмай ул, туғыҙ балам эсемә һыйған икән, тышыма ла һыйыр!

Тауҙан таш артмай
Тауҙан таш артмай

Атайымдың Ҡағы, Әүжәндә ызнакумдары күп булды. Улар беҙгә бал, ҡорот алырға килә торғайнылар. Илиңкә (Елена инде) тигән бер мәрйә туғаныңдан да артыҡ булып китте. Уларҙың балалары булмағанмы, әллә булһа ла, ҙурайышып сығып китеп бөткәндәрме - беҙгә килһә, гел һары сәсле, йәшел күҙле Гөлнара һеңлемде ҡыҙлыҡҡа бир, тип һорай торғайны. Ныҡ инәлеп һорай торғайны - мин теге мәрйәне йәлләп китәм:" Әллә бирәйек тә ҡуяйыҡмы?"-тейем (мәрйәне йәлләүҙән бикәр Гөлнараның минең арттан бер тотам ҡалмай тағылып йөрөүенән ҡотолормон, тигән уй борсой инде). Әсәйем ҡаты ғына әйтеп ҡуя:Тауҙан таш артмай ул, туғыҙ балам эсемә һыйған икән, тышыма ла һыйыр!" Уның ошолай мәҡәлдәп-кинәйәләп һөйләүе аптырата - оҙаҡ уйланып йөрөйөм улар хаҡында. Хәҙер, үҙем әсәй булғас, беләм: мәҡәл дә, әсәйем дә дөрөҫ әйткән!

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: