Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
26 Ғинуар , 09:35

Буласаҡ ҡәйнәң бик уҫал, сәсрәп торған әбей, тигәйнеләр...

...Мин әле килен булып килмәгән саҡта уҡ, тормош юлдашым менән һөйләшеп кенә йөрөгәндә, барыбер, ауылдары, туғандары менән ҡыҙыҡһынаһың бит инде. "Туғандары һәйбәт, иллә буласаҡ ҡәйнәң бик уҫал, сәсрәп торған әбей", - тип әйтәләр ине. Ул "әбей " тигәнемә саҡ 58 йәш булған. Әле үҙем алтмыш алтыны ҡыуһам да, бер ҙә әбей тип әйттерге килмәй.

Буласаҡ ҡәйнәң бик уҫал, сәсрәп торған әбей, тигәйнеләр...
Буласаҡ ҡәйнәң бик уҫал, сәсрәп торған әбей, тигәйнеләр...

23 ғинуар ҡәйнәләр көнө булған икән.
Хәйер, һәр бер көндөң ниндәйҙер бер Көнгә бағышланғанына өйрәнеп тә бөттөк инде.
Тыныс ҡына, балаларына, килен-кейәүҙәренә, ейән - ейәнсәрҙәренә риза булып ҡына ятһын инде күптән баҡыйлыҡҡа күскән ҡәйнәм Йомағужина Әсмә Шәкир ҡыҙы.
Мин әле килен булып килмәгән саҡта уҡ, тормош юлдашым менән һөйләшеп кенә йөрөгәндә, барыбер, ауылдары, туғандары менән ҡыҙыҡһынаһың бит инде.
"Туғандары һәйбәт, иллә буласаҡ ҡәйнәң бик уҫал, сәсрәп торған әбей", - тип әйтәләр ине.
Ул "әбей " тигәнемә саҡ 58 йәш булған.
Әле үҙем алтмыш алтыны ҡыуһам да, бер ҙә әбей тип әйттерге килмәй. Йөрәк, күңел һәр саҡ йәштер ул.
Ярай, килдем, яңы ғына бүленгән "Шүлгән - Таш " совхозының кадрҙар бүлегенә эшкә индем.
Бер өйҙә торабыҙ. Оло ҡайнаға ғаиләһе, өс балаһы менән үрҙә айырым йәшәйҙәр.
Ҡәйнештәр өйләнмәгән. Миниәхмәт мәктәптә, Рәис ағай совхозда эшләп йөрөй.
Фитрат университетта уҡый, Ғәйнисламдары - әрмелә.
Ғәзизә студент, кинйәбикәләре Әнүзә - мәктәп уҡыусыһы, Бөрйәндә уҡый.
Ҡайнымды мин күрмәнем, ул бик иртә фани донъяны ташлап киткән.
Ике яҡлы өй, әллә ни ҙур ҙа түгел.
Шул өйгә ғаилә ағзаларынан тыш көн дә әллә күпме кеше һуғыла. Ҡотан яҡтарынан техника көтөүсе кешеләр, унан тыш райондан килгән етәкселәр инеп сәй эсәләр.
Усаҡтан ут өҙөлмәй, йә аш, йә бутҡа бешә, электр плитәһендә табала картуф сыжлай.
Эшләп йөрөгәс, беҙ ҙә әҙер тамаҡҡа ҡайтабыҙ.
Ҡайнап торған кешенән арып та китәлер инде ҡәйнәм. “Йә, былары Әхәттәргә барһа, ни була инде!” - тип ҡайһы саҡта әйткеләп ала.
Йәй етһә - көн дә кеше, туғандар килә, балаларының иптәштәре мәмерйә күрергә тип йыйылалар.
Әйткәндәй, уның үҙе лә, Миндәктә, Учалыла, Пласта йәшәүсе туғандары ла, ауыр йылдарҙа репрессияға эләгеп, Себер һөрөлгән кешеләр, ҡайһылары шунда тыуған балалар булған.
Осрашһалар, шул йөрәктәренә ауыр булып ятҡан репрессия йылдарын мотлаҡ иҫкә төшөрөп, илашып алырҙар ине.
Ысынлап та, ҡәйнәм көслө тауышлы, донъя менән бергә атлаған, белемле генә кеше булды. Балалары өсөнна нахаҡ һүҙ-фәлән тейһә, ҡаяташтай булып яҡлашыр ине.
Улыбыҙ тыуғас, икенсе көҙгә ишек алдындағы бәләкәй өйгә - избенкаға сығарҙылар.
Уның мейестәрен һылап, ағартып, тиҙерәк сығарырға тырышып ҡәйнәм йөрөй. Минең теге өйҙән бик айырылғы килмәй, әллә ни ҡыбырламайым.
Унда өс йыл йәшәп, әлеге өйгә күстек.
Беҙҙән һуңғы ҡәйнештәр ҙә өйләнеп торҙолар, донъя нығытып, төҙөп, күскәнсе ҡәйнәм өйөндә йәшәнеләр.
Беҙ, бер килене лә уның менән ниҙелер бүлешә алмай, ирешеп-талашып йәшәмәнек.
Ҡайһы бер ҡылыҡтарына риза булмаһаҡ, үҙ-ара ғына һөйләшеп алыр инек.
Бесән мәле етһә, ир-аттар менән бергә, бер өйөр баланы уға ҡалдырып, бесәнгә барабыҙ.
Кис ҡайтыуға мунса яғылған, аш бешкән, балалар ҡараулы. Ә бит ул мәлдә әлеге кеүек өйҙә һыу юҡ. Хәҙер уйлайым: шишмәнән һыу ташып биреп киттекме икән, юҡмы икән?
Йылдар уҙҙы.
Хәҙер үҙем ҡәйнәмен бер бөртөк киленгә.
12 йыл улым менән йәшәй, айырым, Өфөлә.
Ҡайтһалар, матур мөғәләмә күрһәтергә тырышам, бер тапҡыр ҡырын ҡарашҡаныбыҙ юҡ, Аллаһҡа шөкөр!
Өйләнә торған улдарыма ла алаһы килендәр менән ошо татыулыҡты һаҡлап, һәйбәт ҡәйнә булып йәшәргә яҙһын!

Флүрә Йомағужина, Ғәҙелгәрәй ауылы.

Буласаҡ ҡәйнәң бик уҫал, сәсрәп торған әбей, тигәйнеләр...
Буласаҡ ҡәйнәң бик уҫал, сәсрәп торған әбей, тигәйнеләр...
Автор:
Читайте нас: