Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
23 Май 2023, 12:15

Яҙмыштары фәһем алырлыҡ

...Эңергә ҡаршы бер ир кеше урманда баҙ яғып йөрөгән була. Бәхетһеҙлегенә күрә, уға йылан осрай. Ир кеше уйлап та тормай, йыланды үлтерә лә ҡуя. Шунан башлана ла инде мәхшәрҙәр: ирҙең күҙенә ҡурҡыныс булып йыландар күренә башлай. Баштарын күтәреп, сағам, тип киләләр ҙә ҡуялар икән. Өйөнә саҡҡа ҡайтып йығыла был. Тулыраҡ – артабан.

Яҙмыштары фәһем алырлыҡ
Яҙмыштары фәһем алырлыҡ

Һәр әҙәм балаһы өсөн әсәнән дә яғымлы, гүзәл, ҡәҙерле кеше бармы икән был донъяла? Әсә - әҙәм балаһын донъяға килтереүсе лә, йөрәгенең бөтмәҫ йылыһын биреп, бағып үҫтереүсе лә, ауыр саҡта йән өрөүсе, ҡанат ҡуйыусы ла. Быуындан быуынға ата – бабалар рухын, ҡан хәтерен тапшырыусы ла әсә. Юҡҡа ғына:” Әсә - өйҙөң өрлөгө, донъя тотҡаһы,” - тимәгәндәр бит боронғолар.
Мин һәр саҡ үҙемдең өләсәйҙәремә, инәйҙәремә, әсәйемә һоҡланып ҡарай торғайным. Уларҙың моңло йырҙарын, боронғо хәл – ваҡиғалар тураһында һөйләгәндәрен тыңларға яраттым. Ошоға тиклем атайҙар яғынан ғына төҙөлгән шәжәрәләрҙе күргәнем бар ине. Тамыр тамырға тарта, нәҫел нәҫелгә тарта тип, ейәнсәрем Гөлназ менән әсәйем яғынан өләсәйҙәрҙең шәжәрәһен төҙөп ҡараныҡ. Үҙебеҙ өсөн бик күп яңылыҡтар астыҡ, өләсәйҙәр тормошонан фәһемле һабаҡтар алдыҡ.
Өләсәйҙәр бөтәһе лә донъяны яратҡан, ауыр саҡта бөгөлөп төшмәүсән, көслө рухлы, ғорур кешеләр булып күҙ алдына килеп баҫтылар. Инә ҡорт ғәйрәтле булһа, умарта көслө була, тиҙәр бит. Өләсәйҙәребеҙ, инәйҙәребеҙ, әсәләребеҙ көслө булғанға ла, күп ҡорбандар килтергән дәһшәтле һуғышты ла, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы ла еңеп сыҡҡан бит халҡыбыҙ.
Өләсәйҙәрҙең донъяуи белемдәренең тәрән булыуы мине хайран ҡалдырҙы. Үләндәр менән дауалауҙы, халыҡ медицинаһын яҡшы белгәндәр бит улар. Хәҙерге заманда халыҡ ижады әҫәрҙәрен оҫта итеп башҡарыуҙа кемдәр улар менән тиңләшә алырҙар ине икән?
Ошо көндәргә тиклем боронғо китаптарҙың булыуы, уларҙың һаҡлап тотолоуы өләсәйемдәрҙең ғилемгә ынтылыуҙары, китап яратыуҙары тураһында һөйләй.
Өләсәйҙәр тураһында яҙырҙан алда шулай ҙа ата-бабаларыбыҙ тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп китеү урынлы булыр. Һүҙҙе тарихтан башлап ебәрәйек: әсәйемдең өләсәһе, Нәсиха өләсәйем, яғынан боронғо ата – бабаларыбыҙ Ғәлиәкбәр ауылына Баймаҡ яҡтарынан күсеп килеп ултырғандар. 1850 йылғы Ғәлиәкбәр ауылы кешеләре тураһындағы Ревизская сказкала Ҡотлоғужин Хисаметдин, уның улы Хөснитдин олатайҙар күрһәтелгән. Улар ауылға тәүгеләрҙән булып күсеп килгәндәр, тип фекер йөрөтөргә була, сөнки ауылға исем бирҙергән Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминов та, беренсе булып ошо Ревизская сказкала теркәлгән. Олатайҙарым үҙҙәренә йәшәр өсөн урынды ла дөрөҫ итеп һайлай белгәндәр, өйҙө Аратау итәгенә һалғандар. Эргәлә генә мул һыулы, балыҡҡа бай Нөгөш йылғаһы сылтырап аға. Ҡаршыла тоғро һаҡсылар һымаҡ мөһабәт Таҡыясусаҡ ҡаялары теҙелгән.
Ата-бабаларым уҡымышлы, ҙур кәүҙәле, матур кешеләр булғандар. Малсылыҡ, һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, солоҡ ҡарағайҙарының иҫәбе – хисабы булмаған. Бәрәңге баҡсаһының тупрағы күн төҫлө булыуы ла уларҙың йылҡы малдарын күпләп аҫырауы тураһында һөйләй.
Хисаметдинов Хөснитдин олатай тураһында әсәйемә ҡарт өләсәйемдең һөйләп ҡалдырған мәғлүмәттәре бик ҡыҙыҡлы. Хөснитдин олатай сәсәк ауырыуынан һуң өс йәшенән һуҡыр булып ҡалған. Шуға ҡарамаҫтан, заманына күрә бик уҡымышлы кеше булған,Изге Ҡөрьән сүрәләрен яттан белгән, доғалар уҡып, кешеләрҙе дауалаған. Уның Хәҙисә, Нәсихә, Рәбиға исемле ҡыҙҙары, Садиҡ атлы улы булған. Хәҙисә ҡыҙы – Аҫҡарҙа, Нәсихә ҡыҙы – Кәшәлелә, Рәбиғаһы Иҫке Мөсәттә донъя көткәндәр. Үҙе төпсөгө Садиҡ менән йәшәгән.
Бер ваҡыт Хөснитдин олатай ҡатыны Йәмилә өләсәй менән Аҫҡарҙағы Хәҙисә ҡыҙына ҡунаҡҡа барырға сыға. Бер ҡырын урында санаһы-ние менән ауалар. Өләсәй был тиклем алпамышалай олпат кәүҙәле кешене ҡайһылай ғына итеп күтәреп ултыртайым икән тип, бик ҡайғырған. Ни мөғжизәлер: ниндәйҙер көс олатайҙы санаһы менән күтәреп юлға сығарып ултырта. Олатай аптырап:
- Әбей, ниндәй йомшаҡ ҡуллы кеше мине күтәреп ултыртты ул? - тип һорай. Өләсәй, ни тип яуап бирергә лә белмәй, аптырап ҡала.
Эңергә ҡаршы бер ир кеше урманда баҙ яғып йөрөгән була. Бәхетһеҙлегенә күрә, уға йылан осрай. Ир кеше уйлап та тормай, йыланды үлтерә лә ҡуя. Шунан башлана ла инде мәхшәрҙәр: ирҙең күҙенә ҡурҡыныс булып йыландар күренә башлай. Баштарын күтәреп, сағам тип киләләр ҙә ҡуялар икән. Өйөнә саҡҡа ҡайтып йығыла был. Ҡыҙҙарына:” “Аятел – Көрси” доғаһын уҡығыҙ!” - тип инәлә. Ошо доғаны уҡып, тимер менән ынтылһаң, йыландар баштарын алалар икән. Ошолайтып ауырып киткән саҡтарында был ир Хөснитдин олатайға килеп тәрбиәләнеп, тынысланып ҡайта торған булған.
Берҙән – бер көндө Хөснитдин олатай Садиғын эргәһенә саҡырып ала ла:
- Мин йома көндө был яҡты донъянан китәм, һин еҙнәләреңде, апайҙарыңды саҡырып ал, - ти.
Ләкин Садиҡ улы бер ҙә ышанмай:
- Кит, юҡты һөйләмә. Кеше һап – һау көйө, ошолай һөйләшеп ултырып ҡына, яҡты донъя менән хушлашамы? – ти.
Бәлки, кесе бала булараҡ, Садиҡ олатай иркә лә булғандыр. Шулай ҙа апалары, еҙнәләре саҡырған ваҡытҡа килеп етәләр. Хөснитдин олатай һәр балаһына иҫтәлек итеп берәр әйберен ҡалдырырға тырышҡан. Кеменәлер- сәлләһен, кеменәлер – сапанын биргән. Садиҡ улына шул тиклем үҙенең китаптарын, уҡымышлылығын ҡалдырырға теләгән, уныһы һаман да ышанмай көлөп ултыра икән. Олатайҙың йәне көйөп киткән дә:
- Садиҡ, мә, исмаһам, таяғымды булһа ла алып ҡал, - тигән.
Ул таяҡ, быуындан быуынға тапшырылып, әлеге көнгә тиклем килеп еткән. Мин ҡайтҡан һайын шул таяҡты тотоп ҡарай торғайным. Ул шундай оҙон, олатайҙың яурын башынан ине тиҙәр. Таяҡтың оҙонлоғона ҡарап та, боронғо ата-бабаларыбыҙҙың ниндәй мөһабәт кәүҙәле кешеләр булыуҙарын күҙ алдына килтерергә була. Олатай өләсәйемдең әсәһе Нәсихә ҡыҙына:
- Ҡыҙым, һин йәшәгән ауылда бер мулла ла юҡ, һиңә үҙемдең уҡымышлылығымды, китаптарымды ҡалдырам, - тип, бик күп китаптарын биреп ҡайтара. Өләсәйҙән ҡалған китаптарҙың ҡайһы берҙәре әлеге көндә лә бар.

Шәһүрә Әхмәҙиева (Ишмөхәмәтова) – Ғәлиәкбәрҙә тыуып-үҫкән, Учалы районында ғүмер итә.

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: