Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
17 Май 2023, 11:50

Һәр сабый – ҡыуаныс!

Районда күп балалы ғаиләләрҙең артыуы ҡыуаныс. Шөкөр, йәштәребеҙ матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Беҙҙең 10 кешенән генә торған “Таң” гәзите редакцияһында ла 4 йәш хеҙмәткәребеҙҙең ғаиләһендә –өсәр, берәүһенекендә – дүрт, икәүһендә икешәр бала үҫә. Был сик түгел әле! Тулыраҡ – артабан.

Һәр сабый – ҡыуаныс!
Һәр сабый – ҡыуаныс!

“Таң” гәзите редакцияһында эшләп киткәндәрҙең дә хәлдәрен белешеп, шатлыҡтарын уртаҡлашып торабыҙ. Шөкөр, башҡа ерҙә лә тырышып, матур эшләй ҡыҙҙарыбыҙ. Район үҙәгенә килгәндә үҙҙәре лә инеп, хәл-әхүәл белешеп йөрөй.

Бына бөгөн дә һөйөнөслө яңылыҡ көткән – беҙҙә эшләп китеп, хәҙер Исламбай ауылында йәшәүсе Венерабыҙҙың (Вәлиева-Мырҙағолова) өсөнсө сабыйы – ҡыҙы тыуған! Артур кейәү менән Венераны ғаиләләре ишәйеү менән ҡотлайбыҙ. Камила менән Тимурҙың да һөйөнөстәрен уртаҡлашабыҙ!

Иҫән-имен, татыу ғүмер итегеҙ, йәштәр!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: