Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
15 Май 2023, 09:10

Биш бер туған ир-егет ауылда төпләнеп, гөрләтеп донъя көтә!

...“Минең малайҙар ус йомарлар биш бармаҡ һымаҡ, күҙ теймәһен, бына тигән уландарым,”— тип баш бармағын юғары сөйөп, ҡупайып та, ғорурланып та алыр ине, күҙҙәре алдында ихлас донъя көткән балаларына ҡыуанып. Килдеғол ауылында гөрләтеп, башҡаларға өлгө булып донъя көтөүсе бер туған биш ир-егет һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында артабан уҡығыҙ.

Биш бер туған ир-егет ауылда төпләнеп, гөрләтеп донъя көтә!
Биш бер туған ир-егет ауылда төпләнеп, гөрләтеп донъя көтә!

Килдеғол ауылында ғүмер иткән Кәримә апай менән Фәрит ағай Билаловтар ауылыбыҙҙың күркәм кешеләре булдылар. Татыу, матур йәшәнеләр, алты ир бала үҫтерҙеләр. Уландар ғаиләлә һәйбәт тәрбиә алып, мәктәптә яҡшы уҡып, ҙурайып, барыһы ла армияла хеҙмәт итеп ҡайттылар. Бишәүһе ауылда ҡалып, өйләнеп, йорт һалып, етеш тормош ҡороп йәшәһә, ғаиләләге икенсе бала —Зиһаттың йәшәйеше ҡырҙа булды, ике бала атаһы ине, йәшләй вафат булыуы ҡайғыртты. Аҡыллы һәм бик әҙәпле егет ине Зиһат. Ауылға ҡайтҡан һайын мине күрергә тип, йүгереп килеп китер инее (күптәрҙән ундайҙы көтөп булмай). Оҫта булды, ҡулынан килмәгән эш юҡ ине, ағай-энеләренә донъя төҙөшөүҙә ихлас ярҙам итте.
Фәрит ағай менән арыу ғына аралаша торғайныҡ. “Минең малайҙар ус йомарлар биш бармаҡ һымаҡ, күҙ теймәһен, бына тигән уландарым,”— тип баш бармағын юғары сөйөп, ҡупайып та, ғорурланып та алыр ине, күҙҙәре алдында ихлас донъя көткән балаларына ҡыуанып. Үкенескә, Фәрит ағай ҙа, Кәримә апай ҙа арабыҙҙа юҡ инде. Ә малайҙар ата-әсә рухын ҡыуандырып, матур йәшәйҙәр, ғаиләләрендә именлек һәм татыулыҡ, хәҙер үҙҙәре балалары өсөн өҙөлөп торалар. Улдары һәм ҡыҙҙары араһында мәктәптә, юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән, армияла булған һәм әлеге мәлдә хеҙмәт иткән, ғаилә ҡорған һәм балалар үҫтергәндәр бар.
Ауылдағы өлгөлө бер ғаиләнән бына шундай матур-матур ғаиләләр барлыҡҡа килеп, шәжәрә ишәйтеп, йорт-ер ҡотон тотоп, балҡытып донъя көтәләр бөгөн ир уртаһы булған Билаловтар.
15 май— Халыҡ-ара ғаилә көнөндә уларға ғаилә усағын һүрелтмәй, татыу һәм имен-һау булып, балалары өсөн ҡыуаныстар кисереп бәхетле йәшәүҙәрен теләге килә.
Фотола: (һулдан уңға) Зарема менән Сәйет (иң кеселәре), Земфира менән Сабит, Айгөл менән Фәиз, Айһылыу менән Сәғит (иң өлкәндәре) һәм Сажидә менән Илдус Билаловтар.
Мөнир Фәйзуллин.

Автор:Т. Баһауетдинвоа әҙерләне
Читайте нас: