Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
12 Май 2023, 19:30

Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!

Яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан 50 йыл бергә ғүмер иткән парҙар тәбрикләнде.

Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!
Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!

Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек һәм аҡыл кәрәк.

Иҫке Собханғол ауылынан Рафиҡ һәм Раиса Хәкимовтар, Дамир һәм Тәнзилә Ҡәҙерғоловтар, Сәлих һәм Клара Сафиндар, Байназарҙан Салауат һәм Хәтирә Туҡтамышевтар иңгә-иң терәшеп, бәхетле ғүмер кисергән, өлгөлө, татыу ғаиләләр.

Матур ғаилә байрамдары айҡанлы улар өсөн район мәҙәниәт һарайында "Матур ғаилә - ил күрке" исемле байрам сараһы уҙғарылды.

Алтын туйҙарын билдәләүселәрҙе ҡотларға район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, ЗАГС бүлеге мөдире Г. Дауытова, мәғариф бүлеге еткәсеһе И. Сәйфитдинов, Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Р. Шахниязов, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Р. Салауатова, юбилярҙар хеҙмәт юлы үткән ойошмаларҙың етәкселәре, ағинәйҙәр, мөслимәләр, туғандары, балалары, дуҫтары килде. Улар парҙарҙы ҡотлап, йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәр бирҙе.

Рафиҡ Әйүп улы менән Раиса Афанасьевна Хәкимовтар ике балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтергәндәр. Рафиҡ Әйүп улы урман хужалығында, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә етәксе булып, Ер һәм милекте теркәү бүлегендә намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ҡатыны 36 йыл ауыл хужалығы идаралығында хисапсы булып эшләгән. Бөгөнгө көндә улар 3 ейән, 1 ейәнсәргә олатай, өләсәй булып бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Дамир һәм Тәнзилә Ҡәҙерғоловтар ғаиләһе лә районда өлгөлө, ихтирамлы ғаиләләрҙең береһе. Дамир Мөхәммәт улы 50 йыл Бөрйән леспромхозында водитель булып хеҙмәт итһә, Тәнзилә апай хужалыҡ-көнкүреш ойошмаһында 30 йыл тегенсе булып эшләй, аҙаҡ дауаханала эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Тәнзилә апай әле лә яратҡан шөғөлөн ташламай, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡорама эшләргә өйрәтә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә эске кейем тегеүҙә ярҙам итә.  Ҡәҙерғоловтар 8 ейән һәм 3 ейәнсәргә яратҡан олатай һәм өләсәй булып, уларға ҡарап ҡыуанып, гөрләтеп донъя көтәләр.

Сәлих Садиҡ улы менән Клара Абдулла ҡыҙы Сафиндарҙы районда белмәгән кешеләр һирәктер. Ғаилә башлығы үҙ ғүмерен Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү идаралығына бағышлай. Тырыш хеҙмәте юғары награда менән билдәләнгән. Улдары ла атайҙарының хеҙмәт юлын дауам итеп ошо идаралыҡта уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Клара Абдулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә, аҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Клара апай әүҙем йәмәғәтсе, төрлө изге эштәрҙә башҡаларға үрнәк күрһәтә. Татыу, егәрле Сафиндар ғаиләһе өс улға ғүмер бүләк итә. Бөгөнгө көндә улар улдары, килендәре менән бергә татыу, берҙәм булып, 4 ейән, 3 ейәнсәр һөйөп бәхетле ғүмер кисерә.

Салауат Мәхәррәм улы менән Хәтирә Мәғәфүр ҡыҙы Туҡтамышевтар ғүмерҙәрен ауыл хужалығына бағышлап, намыҫ менән хеҙмәт юлы үткән эшсәндәр. Салауат ағай ауыл хужалығы химия предприятиеһында, аҙаҡ «Ағиҙел» колхозында баш агроном булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Тырыш хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Хәтирә апай ғүмере буйы бухгалтер булып эшләгән. Туҡтамышевтар 4 балаға ғүмер биреп, бөгөн 6 ейән һәм 5 ейәнсәргә бәхетле олатай, өләсәй булып ғүмер кисерәләр.

Алтын туйҙарын билдәләгән ғаиләләргә шулай уҡ Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты һәм бүләктәр тапшырылды.

 

Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!
Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!
Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!
Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!
Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!
Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!
Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!
Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!
Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ!
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: