Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
24 Апрель 2023, 10:55

Һәр яҡлап өлгөлө, иманлы ғаилә

Байтаҡ ҡына йылдар Бөрйәндә йәшәп, халыҡты үҙҙәренең матур холоҡтары, тәрән ғилемдәре менән һоҡландырып, күптәрҙең иман юлына баҫыуына сәбәпсе булған Рәсүл һәм Лилиә Мөхәмәйәновтар ғаиләһе әлеге ваҡытта Ишембайҙа төпләнгән. Улар тураһында матур мәҡәләне уҡып, күңел ҡыуанды. Ишембайҙар бына нимәләр яҙа был матур һәм иманлы ғаилә хаҡында. Тулыраҡ – артабан.

Һәр яҡлап өлгөлө, иманлы ғаилә
Һәр яҡлап өлгөлө, иманлы ғаилә

Донъялағы иң йылы, яҡты, танһыҡ урын – ғаиләлә. Усаҡты йылы тотоу ҡатын-ҡыҙҙан булһа, утынлы итеү – ир-аттан. Ошоно күҙ уңында тотоп йәшәй ҙә Лилиә менән Рәсүл Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе. Ике ҡыҙҙарына һәм бер улдарына береһенән-береһе матур исем ҡушҡан улар. Балҡисҡа - ете, Фәруҡкә – биш, Йәннәткә өс йәш.

 

- Исемдәр осраҡлы ғына килеп сыҡты. Бәпес тыуһа, атаәсәнән туғандары үҙенсәлекле, ят исем көтөп кенә тора. Балаларыбыҙҙың исемдәре динебеҙ менән бәйле. Балҡис - Сөләймән ғәләйһис-сәлләмдең ҡиссаһынан Сама батшабикәһе. Фәруҡ - хаҡ хәлиф Ғүмәр бин Хаттабҡа бирелгән исем, яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыусы тигәнде аңлата. Йәннәт – ожмах була инде, - тип аңлата Лилиә.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Мөхәмәтйәновтар балаларына өлгө булырға тырыша. Улар дин кешеһенең ниндәй булырға тейешлеген сабый саҡтан уҡ күҙәтә. Намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, яулыҡ йөрөтөү – былар барыһы ла ҡәҙимге әйберҙәр икәнен аңлап, шул тәрбиәлә үҫәләр. Был бик һөйөнөслө күренеш. Иман булған ерҙә ил бөтмәҫ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.

Рәсүл хәҙрәт – имам-мөхтәсибтең урынбаҫары. Сығышы менән Белорет районынан. Лилиә иһә Учалы ҡыҙы. Йәш ғаилә күптән түгел генә Ишембайҙа төпләнгән.

- Изге айҙа көн дә тиерлек “Рамаҙан тирмәһе”нә йөрөп, ифтар ашын ойоштороштоҡ. Иптәшем мөхтәсибәттә эшләгәс яуаплылыҡ та бар. Байрам уңайынан халҡыбыҙға иман ҡайтһын тип теләйбеҙ. Хаҡ мосолмандарҙан булып, Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын теүәл үтәп, тыйылғандан тыйылып, шуның менән көслө, киләсәге булған халыҡтарҙан булайыҡ, - тигән теләктә Лилиә ханым.

Гөлназ Ғиниәтуллина. “Торатау” гәзите сайтынан.

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: