Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
24 Апрель 2023, 10:35

Бөрйәндә бик шәп конкурс иғлан ителде! Ҡатнашып өлгөрәйек!

Районда бик тә мауыҡтырғыс һәм бик тә шәп конкурс иғлан ителде. Уның бөгөнгө балалар, киләсәк быуын өсөн әһәмиәте бик ҙур. Тулыраҡ – артабан.

Бөрйәндә бик шәп конкурс иғлан ителде! Ҡатнашып өлгөрәйек!
Бөрйәндә бик шәп конкурс иғлан ителде! Ҡатнашып өлгөрәйек!

Районда “Минең ғаиләмдең энциклопедияһы” тигән муниципаль конкурс иғлан ителде. Уны район мәғариф бүлеге Бөрйән башҡорттары Ҡоролтайы менән берлектә ойоштора.

Конкурсты булдырыусы һәм уның координаторы – “Балалар ижады үҙәге” педагогы Ғүмәрова Роза Шәриф ҡыҙы.

Конкурстың маҡсаты – фәнни-эҙләнеү, тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, йәштәрҙе тикшеренеү һәм фәнни эштәргә ылыҡтырыу, йәш быуында тарихҡа, үҙҙәренең тамырына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Конкурста райондың балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, белем биреү ойошмаларында белем алыусылар һәм йәштәр ҡатнаша ала.

Материалдар [email protected] электрон адресына, шулай уҡ ҡағыҙ вариантта түбәндәге адрес буйынса ағымдағы йылдың 24 апреленән 8 майына тиклем ҡабул ителә: Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 98 (мәғариф бүлеге, методист Н. Шәрипова).

Конкурс материалдары 2023 йылдың 10 майында Ә. Сөләймәнов музейында ҡарала.

Материалдарға ҡарата төп критерийҙар:

-энциклопедияны төҙөүсе хаҡында мәғлүмәт;

-ғаилә ағзалары исеменә бәйле иң сағыу тарихи ваҡиғаларҙың ҡыҫҡаса һүрәтләнеше;

-ғаилә тарихында быуындар, ырыу, шәжәрә, династиялар;

-туғанлыҡ терминдарын дөрөҫ ҡулланыу;

-ғаилә ағзаларының наградалары һәм дәртләндереү (рәхмәт һүҙҙер) саралары;

-фотодокументтарҙың булыуы;

-грамоталы һәм матур итеп биҙәү;

-материалдарҙың электрон форматта булыуы;

-ырыу атрибуттарының булыуы: тамға, ҡош, ағас.

Конкурсҡа материалдар эссе, хикәйә, инша, шиғыр формаһында булырға һәм түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә алырға тейеш:

-кесе Ватанды, ғаиләнең барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен һүрәтләү;

-ғаиләнең билдәле кешеләре, уларҙың район, республика үҫешенә индергән өлөшө тураһында биографик мәҡәлә;

-ғаилә йолалары, традициялары, ҡыҙыҡһыныуҙары, шөғөлдәре хаҡында ҡыҙыҡлы факттар һәм документтар менән бәйән итеү.

Шәжәрә, династиялар хаҡында мәғлүмәт.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 927 33 96 953.

Райондаштар! “Минең ғаиләмдең энциклопедияһы” конкурсында ҡатнашып, үҙ ғаиләләребеҙҙең тамырҙарын барлайыҡ. Был бөгөнгө балалар, килер быуындар өсөн бик тә файҙалы эш.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: